Лапландия ҡурсаулығы

Лапландия ҡурсаулығы (рус. Лапла́ндский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — Мурманск өлкәһендәге ҡурсаулыҡ. Ҡурсаулыҡ базаһы Лапландия ҡурсаулығы ауылында урынлашҡан.

Лапландия ҡурсаулығы
Ҡурсаулыҡ Мурманск өлкәһе картаһында
Ҡурсаулыҡ Мурманск өлкәһе картаһында
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны278 435 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 ғинуар 1930 йыл 
Урынлашыуы
67°49′00″ с. ш. 32°28′10″ в. д.HGЯO
РФ субъектыМурманск өлкәһе
Яҡындағы ҡалаМончегорск 

laplandzap.ru
Рәсәй
Точка
Лапландия ҡурсаулығы
 Лапландия ҡурсаулығы Викимилектә

Европала иң ҙур һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең береһе. Ҡурсаулыҡ майҙаны 278 435 гектар тәшкил итә (шул иҫәптән һыу майҙаны — 8574 гектар). Ҡурсаулыҡтың төп байлығы — башланғыс торошон һаҡлаған ҡырағай тәбиғәте.

Рәсәйҙә иң боронғоларҙың береһе. 1930 йылда боландарҙың ҡырағай популяцияһын һәм «бөтә географик ландшафтты тәүторошта» һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Бер нисә экологик экскурсия маршруты бар.

Ленинград өлкә башҡарма комитетының 1930 йылдың 17 ғинуарындағы ҡарары буйынса ойошторола. 1951 йылда ябыла, тағы ла биш йылдан асыла, 1961—1965 йылдарҙа Кандалакша ҡурсаулығы филиалы булып иҫәпләнә[1]. 1965 йылда элекке сиктәренә тиклем тиерлек тергеҙелә.[2]. 1983 йылдың 13 сентябрендә көнбайыш сигендә «Североникель» заводынан атмосфера ташландыҡтарын сығарыу һөҙөмтәһендә һәләк булған тайганың бәләкәй участкаһын компенсациялау өсөн 129577 гектар өҫтәмә ала. Был ҡурсаулыҡ майҙанын 2 тапҡырға тиерлек арттыра[2][1].

1985 йылдың 5 февралендә ЮНЕСКО ҡарары менән Лапландия ҡурсаулығы Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәренә индерелә[2].

1995 йылда Лапландия ҡурсаулығы етәкселеге «Әкиәти Лапландия — Ҡыш бабай биләмәһе» проектын башлап ебәрә. Ҡыш бабай тирмәһе Чунозеро күле буйында урынлашҡан[3].

Физик-географик урыны

үҙгәртергә
 
Космостан күренеш

Имандра күле ярында һәм Мончетундра һәм Чунатундра тау һырттарында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ аша Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең һыу айырғысы үтә. Һаҡланыусы биләмәнең рельефы тигеҙһеҙ, бейеклеге 600 метрҙан алып 1114 метрға тиклем булған тау һырттарын үҙ эсенә ала. Ҡурсаулыҡтың төп тау һырты — Чунатундра — төньяҡтан көньяҡҡа табан 40 км һуҙылған.

Ҡурсаулыҡта түбәндәге ландшафт төрҙәре бар:

Ландшафы урман, тау-тундра һәм һыу ландшафтарына бүленә. Йылғалары Чуна (бассейны тулыһынса ҡурсаулыҡта), Нявка, Мавра, Кислая, Вита һәм башҡалары киң түгел, әммә шәп аға[1].

Флора и фаунаһы

үҙгәртергә
 

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Лапландия ҡурсаулығы ғилми хеҙмәткәрҙәре төньяҡ тайганың тәбиғи комплекстарында, Кольский ярымутрауының тау тундраларында һәм күлдәрендә тәбиғи процестарҙы, ҡырағай төньяҡ боланының мәктәп популяцияһы экологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнә һәм уларҙың һанын тергеҙеү сараларын эшләй. Совет власының һуңғы йылдарында сәнәғәттең атмосфераға йоғонтоһон тикшереүгә баҫым яһала[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 182—183.
  2. 2,0 2,1 2,2 Краткая история заповедника. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года. // Лапландский государственный природный биосферный заповедник
  3. В России появилась ещё одна родина Деда Мороза. Дата обращения: 12 февраль 2012. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2013 года.


Һылтанмалар

үҙгәртергә