Көньяҡ Америка тарихы
Көньяҡ Америка тарихын шартлы рәүештә өс этапҡа бүлергә мөмкин. Беренсеһе — автохтон цивилизацияларҙың барлыҡҡа килеү, сәскә атыу һәм бөлгөнлөккә төшөү осоро (инкылар һ.б.). Икенсеһе — 1500—1800 йылдарға Европа баҫып алыуҙары (Конкиста) һәм колониализм дәүере, ул саҡта континенттың күп өлөшө Европаның ике иленә (Испания һәм Португалия) бойондороҡло була. Өсөнсө — бойондороҡһоҙлоҡтан һуңғы осор.
Көньяҡ Америка тарихы | |
Көньяҡ Америка тарихы Викимилектә |
Колумбҡа тиклемге цивилизация
үҙгәртергәИндеецтарҙың һәм эскимостарҙың ата-бабалары Америкаға яҡынса 15 мең йыл элек Төньяҡ-Көнсығыш Азиянан Беринг диңгеҙе һәм Беринг боғаҙы (Берингия) районы аша күсеп килгән тип иҫәпләнә. Тәүге күскенселәрҙең мәҙәниәт кимәле Иҫке Донъяның һуңғы палеолит һәм мезолит мәҙәниәттәренә тап килә. Индеецтарҙың ике ҡитғала ла йәшәүе һәм уларҙың яңы ерҙәрҙе үҙләштереүе күп мең йыллыҡтар дауам итә. Y-хромосомалы Q гарлогруппаһын тикшереү күрһәтеүенсә, Көньяҡ Америкала 18 мең йыл элек йәшәй башланғандар[1].
Европа колонизацияһына тиклем (XVI быуаттан башлап) Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка ҡәбиләләренең күпселеге ҡәбилә-ырыу системаһының төрлө баҫҡыстарында торған: ҡайһы берҙәрендә әсә нәҫеле (ирокездар, мускоги, хопи, Амазонка йылғаһы бассейнының күп ҡәбиләләре һ. б.), башҡаларында ата нәҫеле (Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышы һәм көньяҡ-көнбайыш ҡәбиләләре, Көньяҡ Американың күп ҡәбиләләре) барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер халыҡтар ырыу-ҡәбиләнән синыф йәмғиәтенә күсеүҙең төрлө баҫҡыстарында торған. Класс йәмғиәттәрендә Үҙәк һәм Көньяҡ Америка индеецтары (ацтектар, майя, инкылар) йәшәй.
Европалылар тарафынан Көньяҡ Американы колонизациялау
үҙгәртергә1498 йылда элек Вест-Һинд утрауҙарын асҡан Колумб экспедицияһы Ориноко (хәҙерге Венесуэла) йылғаһы дельтаһына барып етә.1499 йылда тағы бер сәйәхәтсе Алонсо де Охеда Америго Веспуччи менән бергә Суринамға барып етә һәм Америка яры буйлап Венесуэлаға күсә. 1500 йылда португал диңгеҙ сәйәхәтсеһе Кабрал Бразилия (Terra da Vera Cruz) ярҙарына сыға. 1509 йылда Алонсо де Охеда хәҙерге Колумбияның Кариб диңгеҙе ярын өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Америкала беренсе испан тораҡ пункты 1513 йылда Охеданың көрәштәше Нуньес-де-Бальбоа Панама муйынын үтеп Тымыҡ океанға сыға. Урындағы халыҡтан ул көньяҡтағы бай ил тураһында белеп ҡала, был артабанғы асыштарға этәргес бирә. 1516 йылда сәйәхәтсе Хуан Диас де Солис хәҙерге Аргентина ярҙарына барып сыға.
1529 йылда Испания короле Көньяҡ Америка ерендә Яңы Кастилия губернаторлығын ойоштора. Колонистар асьендалар булдыра, уларға индеецтар крепостной сифатында беркетелә (Encomienda) . 1532 йылда Франсиско Пизарро хәҙерге Перу территорияһында урынлашҡан Инка дәүләтен яулап ала. Шул уҡ йылда португалдар үҙҙәренең тәүге Сан-Винсенти ҡасабаһына нигеҙ һала, португал Бразилияһында территория феодаль капитанлыҡтар араһында бүленә. 1535 йылда Писсаро Көньяҡ Америкала Испания биләмәләренең баш ҡалаһы Лимаға нигеҙ һала. 1536 йылда Яңы Андалусия губернаторы итеп тәғәйенләнгән Педро-де-Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һалған. Көньяҡ Америкала Куско католик архиепархияһы булдырыла. 1542 йылда Көньяҡ Америкалағы испан губернаторлаҡтары Перу вице-короллеге тип үҙгәртелә. Суд процестарын хәл итеү өсөн аудиенсиялар ойошторола. Испанияның беренсе вице-короле Бласко Нуньес Вела була. 1551 йылда Лимала доминикандарҙың монахтар мәктәбе базаһында Сан-Маркос университеты ойошторола.
1555 йылда француз гугеноттары Рио-де-Жанейрола колония төҙөргә маташа. 1587 йылда чикитос индеецтары ерҙәрендә (Боливия) иезуит миссиялары барлыҡҡа килә. XVIII быуат уртаһында Гуарани һуғышы башлана, был иезуиттар орденын тыйыуға килтерә.
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш
үҙгәртергәТәүшарттар
үҙгәртергәҺуғыш халыҡтың мегаполис сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлығы арҡаһында килеп сыға: колонияларҙың иҡтисади үҫешенә ҡамасаулаған күп төрлө тыйыуҙар, дискриминация, юғары һалымдар. Һуғыш башланыуға шулай уҡ милли аңдың уяныуы, Америка һуғышы йоғонтоһо, Бөйөк француз революцияһы, Сен-Домингела ҡолдар ихтилалы (1791—1803) булышлыҡ итә.
Колонияларҙың элитаһы булып Испаниянан ебәрелгән чиновниктар, генералдар һәм офицерҙар тора, улар Испаниянан килгән иммигранттарҙың вариҫтарҙы — креолдарҙы һанға һуҡмайҙар. Уларға етәксе административ вазифалар биләү рөхсәт ителмәгән.
Креолдар Испания властарының колонияларға башҡа илдәр менән сауҙа итеүҙе тыйыуға ҡаршы төшәләр, сөнки был испан сауҙагәрҙәренә үҙ тауарҙарына хаҡтарҙы күтәрергә мөмкинлек бирә. Бөйөк Британия Испанияла үҙ колониялары өсөн сауҙа азатлығын алырға теләй. Шуға күрә креолдар Испания властары менән көрәштә британ ярҙамына өмөтләнә.
Азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусылар араһында төрлө мәнфәғәттәр һәм йүнәлештәр була. Азатлыҡ хәрәкәте башында креол дворяндарынан офицерҙар торған. Әммә азатлыҡ хәрәкәтенең иң радикаль көсө булып индеецтарҙан һәм метистарҙан торған крәҫтиәндәр һәм һөнәрселәр тора, улар ер биләүселәрҙе һәм ростовщиктар ҡыҫырыҡлауҙан ҡотолорға, үҙ ерҙәренең хужаһы булырға теләй, шулай уҡ азатлыҡҡа өмөтләнгән ҡара тәнле ҡолдар (негрҙар) ҙа була.[2].
1808 йылда Испанияла Наполеон ғәскәрҙәренең баҫып инеүенән һуң булған һәм илдең Франциянан бойондороҡлолоғона килтергән ваҡиғалар һуғыш башланыуға этәргес бирә.
1809 йылда Чукисакта (хәҙер Сукре), Ла-Пасе һәм Үрге Перуның башҡа райондарында (хәҙер Боливия), Китола сыуалыштар була, Валладолидта (хәҙер Морелия, Мексика) испандарға ҡаршы заговор барлыҡҡа килә. Баш күтәреүселәр бер ҡайҙа ла уңышҡа өлгәшмәһәләр ҙә, колонияларҙа хәл киҫкенләшә. Испан ғәскәрҙәренең метрополяла еңелеүе (1810 йылдың башы) һәм илдең күпселек өлөшөн француздар тарафынан оккупациялауы тураһындағы хәбәр испан Америкаһында ҡораллы ихтилалдар башланыуға сәбәп була.
Венесуэла республикаһы
үҙгәртергәБоливар Венесуэлала Испания хакимлығын ҡолатыуҙа (1810 йылдың 19 апреле) һәм уны бойондороҡһоҙ республика тип иғлан итеүҙә (1811 йылдың 5 июле) әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ йылда революцион хунта (халыҡ йыйылышы) Боливарҙы Британия хөкүмәтенән ярҙам һорап Лондонға ебәрә. Боливар Луи Лопес Мендес исемле агентты Лондонда Венесуэла исеменән һалдаттар заёмы һәмуларҙы йыйыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ҡалдыра һәм ҡорал менән кире ҡайта.
Тиҙҙән испан генералы Монтеверде венесуэла дала-лланостарының ярым ҡырағай халҡына — һуғышсан льянеростарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Льянеростарҙың регуляр булмаған формированиелары башында «Сарға Бовес» ҡушаматлы астурий Жозе Томаш Бовес ҡуйыла. Һуғыш сиктән тыш аяуһыҙ характер ала. Боливар, бөтә әсирҙәрҙе юҡҡа сығарырға бойороҡ биреп, дошманға тейешле яуап бирергә ҡарар итә. Боливар армияһын испан ғәскәрҙәре тар-мар иткәндән һуң, 1812 йылда Нью-Гранадала (хәҙер Колумбия) төпләнә, унда «Картахенанан манифест» тигән хеҙмәт яҙа, ә 1813 йыл башында тыуған иленә ҡайта. 1813 йылдың авгусында уның ғәскәрҙәре уның Каракасты яулай. Каракас хакимиәте Боливарҙы тантаналы рәүештә «Венесуэланы азат итеүсе» (El Libertador) тип иғлан итә. II Венесуэла республикаһы булдырыла, уны Боливар етәкләй. Әммә түбәнге синыфтар мәнфәғәтендә реформалар үткәрергә ҡыйыулыҡ күрһәтмгәнгә күрә, уларҙың ярҙамына таяна алмай һәм 1814 йылда еңелә. 1814 йылдың 6 июлендә Симон Боливар баш ҡаланы ташлап китергә мәжбүр булға. Ямайкала һыйыныу эҙләргә мәжбүр булған Боливар 1815 йылдың сентябрендә, испан Америкаһының тиҙҙән азат ителәсәгенә ышаныс белдереп, асыҡ хат баҫтыра.
Колумбияны булдырыу
үҙгәртергәНиһайәт, ҡолдарҙы азат итеү һәм башҡа социаль проблемаларҙы хәл итеү кәрәклеген аңлап, Боливар Гаити президенты А. Петионды баш күтәреүселәргә хәрби ярҙам күрһәтергә күндерә һәм 1816 йылдың декабрендә Венесуэла ярҙарына килеп төшә.Ҡоллоҡто бөтөрөү (1816) һәм 1817 йылда азатлыҡ армияһы яугирҙәренә ер биреү тураһындағы указ уға социаль базаһын киңәйтергә мөмкинлек бирә. Симон Боливар отряды яғына льянерос отрядтары күсә, Бовес вафатынан һуң (1814 йыл) уларҙа яңы лидер — Хосе Антонио Паэс — барлыҡҡа килә, үҙе лә сығышы буйынса льянерос.
Боливар голланд негоцианты (башҡа илдәр менән ҙур сауҙа эштәре алып барған күмәртәләп һатыусы сауҙагәр) Брион ярҙамында 1817 йылдың майында Ангостурҙы баҫып ала һәм Бөтә Гвиананы Испанияға ҡаршы күтәрә. Һуңынан Боливар элекке арҡаҙаштары Пиар менән Мариноны ҡулға алыу тураһында бойороҡ бирә (тәүгеһе 1817 йылдың 16 октябрендә язалана).1818 йылдың февралендә Лондондан ирекмәндәр ебәреү арҡаһында яңы армия булдырыуға өлгәшә. 1819 йылда уның ғәскәрҙәре Яңы Гранаданы яулай. Ошо уҡ йылдың декабрендә ул Колубия республикаһы президенты итеп һайлана, унда Венесуэла менән Яңы Гранада ла инә. 1822 йылда колубиялар Кито провинцияһынан (хәҙер Эквадор) испандарҙы ҡыуып сығаралар. Кито провинцияһы Колумбияға ҡушыла.
Колумбия Федерацияһының тарҡалыуы
үҙгәртергәБоливар планы буйынса Көньяҡ Ҡушма Штаттары (Sur de Estados Unidos) ойошторола, уға Колумбия, Перу, Боливия, Ла-Плата һәм Чили инә. 1826 йылдың 22 июнендә Боливар Панамала бөтә был дәүләттәрҙең вәкилдәре конгресы йыя, әммә тиҙҙән ул тарҡала.
Боливар проекты киң билдәлелек алғас, уны Наполеон кеүек империя төҙөргә теләүҙә ғәйепләй башлайҙар. Колумбияла партия низағтары башлана. Генерал Паез етәкселегендәге ҡайһы бер депутаттар автономия иғлан итә, икенселәре Боливия кодексын ҡабул итергә теләй.
Боливар тиҙ арала Колумбияға килә һәм диктаторлыҡ вәкәләттәрен үҙ өҫтөнә алып, 1828 йылдың 2 мартында Оканьяла милли йыйылышты йыя, бында дәүләт конституцияһының кәрәклеге тураһында мәсьәлә ҡарала, әммә Конгресс бер ниндәй уртаҡ килешеүгә килә алмай һәм бер нисә ултырыштан һуң ябыла.
Шул уҡ ваҡытта перуандар Боливия кодексынан баш тарталар һәм Боливрҙы президент титулынан мәхрүм итәләр. Перу һәм Боливияла власты юғалтҡандан һуң, Боливар Боготаға 1828 йылдың 20 июнендә килә һәм унда Колумбия хакимы булараҡ үҙенең резиденцияһын булдыра. Әммә 1828 йылдың 25 сентябрендә федералистар уның һарайына инеп, һаҡсыларҙы үлтерә, Боливар үҙе мөғжизә менән генә ҡотолоп ҡала. Шул уҡ ваҡытта халыҡ уның яҡлы була, һәм боливар фетнәне баҫтырыуға өлгәшә. Баш күтәреүселәрҙең лидеры Сантандер башта үлем хокоионә тарттырыла, һуңынан илдән ҡыуыла.
Киләһе йылда анархия көсәйә. 1829 йылдың 25 ноябрендә Каракастың үҙендә 486 абруйлы граждан Венесуэланың Колумбиянан айырылыуы тураһында иғлан итә.
Бразилия бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү
үҙгәртергәXX быуат
үҙгәртергәКөньяҡ Америкала диктатуралар
үҙгәртергәКөньяҡ Америка Икенсе донъя һуғышы осоронда
үҙгәртергәИкенсе донъя һуғышынан һуң
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Paula B. Paz Sepúlveda et al. Human Y chromosome sequences from Q Haplogroup reveal a South American settlement pre-18,000 years ago and a profound genomic impact during the Younger Dryas, August 17, 2022
- ↑ Образование в Латинской Америке независимых государств (конец XVIII — первая половина XIX в.) 2015 йыл 3 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ермолаев В. И. Очерки истории Аргентины. — М.: Соцэкгиз, 1961. — 588 с.
- Кукридж Е. Х. Тайны английской секретной службы. — М.: Воениздат, 1959. — 308 с.
- Строганов А. И. Новейшая история стран Латинской Америки. — М.: Высшая школа, 1995. — С. 415. — ISBN 5-06-002830-5.
- Felipe Pigna. Los Mitos de la Historia Argentina, 3. — Planeta, 2006. — ISBN 978-9504915447.