Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары
Чикитоста иезуит миссиялары — алты — Сан-Хавьер, Сан-Рафаэль де Веласко, Сан-Хосе де Чикитос, Консепсьон, Сан-Мигель де Веласко, Санта- Анна де Веласко биләмәләренән торған мәҙәни-тарихи һәйкәл. БНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән һәм Боливияла, Санта-Крус департаментында урынлашҡан. Был тарихи ҡомартҡы үҙенең Европа һәм индеецтар мәҙәниәтенең эклектик үҙенсәлеге менән билдәле. Һәйкәл алты ҡаланан — XVII—XVIII быуаттарҙа Көньяҡ Америкала католицизмды таратыу өсөн иезуиттар тарафынан нигеҙләнгән миссионерлыҡ үҙәктәреннә тора.
Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары | |
Дәүләт | Боливия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санта-Крус[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d][1] һәм (v)[d][1] |
Чикитос индеецтары ерҙәрендә иезуит миссиялары Викимилектә |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 529 рус. • англ. • фр. |
XVII быуат аҙағында иезуиттар католик ҡорамдарҙан һәм үҙенсәлекле стилдәге архитектура ҡоролмаларынан торған миссионерлыҡ үҙәктәре төҙөп, бында йәшәгән Көньяҡ Америка индеецтарын шул ваҡыттағы көнбайыш цивилизацияһының мәҙәниәте, иҡтисади, техник ҡаҙаныштары менән таныштырыу аша, католицизмға йәлеп итә. Иезуит миссияларҙың иҡтисади һәм социаль тормошон шундай итеп ойоштора, улар Испан коронаһынан бойондороҡһоҙ һәм иҡтисади үҙ аллы була. Иезуиттар Боливия ситкә һөрөлгәс, уларҙың миссиялары нигеҙләгән ҡалаларҙың ҙур өлөшө емерелеп, харабаға әйләнә. Чикитос департаментындағы иезуит миссияһының ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән алты ҡалаһы бөгөнгә тиклем үҙгәрешһеҙ тиерлек һаҡланғанлығы менән билдәле. XX быуаттың икенсе яртыһында ҡалаларҙа реставрация башлана. Боливия хөкүмәте Чикитостағы иезуит миссияларын туристарҙы йәлеп итеү өсөн ҡуллана, һәйкәл территорияһында халыҡ-ара музыка фестивалдәре һәм башҡа мәҙәни саралар үткәрә.
Урынлашыуы
үҙгәртергәИезуиттар миссияһының алты ҡалаһы Боливияла Санта-Крус департаменты уйһыулығында бер-береһенән төрлө алыҫлыҡта урынлашҡан. Улар Санта-Крус-де-ла-Сьерра ҡалаһынан көнсығышта һәм төньяҡ-көнбайышта, Парагвай һәм Гуапай йылғаһы араһында ята. Иң көнбайыштағы Сан- Хавьер һәм Консепсьон ҡалалары Ньуфло-де-Чавес провинцияһында, Сан-Хулиан һәм Уругайито йылғалары араһында. Санта-Анна, Сан-Мигель һәм Сан-Рафаэль миссиялары көнсығышта Хосе-Мигель де-ла-Веласко провинцияһында, Бразилия менән сиктән йыраҡ түгел урынла урынлашҡан. Ссан-хосе-де-Чикуатос миссияһы Сан-Рафаэлдән 200 саҡрым көньяҡтараҡ.
Тарихы
үҙгәртергәXVI быуатта, испан хакимлығы осоронда, францискан, доминикансы, иезуит монах ордены католик миссионерҙары Көньяҡ Америкаға индеецтар араһында христиан динен таратыу өсөн килә. Хәҙерге Боливия территорияһында йәшәүсе кечуа һәм аймара индеецтар ҡәбиләләре католицизмға сағыштырмаса тиҙ индерелә һәм католик миссионерҙар үҙҙәренең тырышлығын илдең эсенәрәк йүнәлтә. Чикитос провинцияһы францискан һәм иезуит миссионерҙары үҙәктәренең береһе була. Францискандар — чиригуано, иезуиттар мохо һәм чикито индеецтары араһында эш алып бара. Миссионерҙар күсмән индеецтарҙың балаларын, уларға испан телен һәм христианлыҡты өйрәтер өсөн, ҙур общиналарға йыйып, нәсихәттең үҙенсәлекле алымдарын ҡуллана. Бик йыш Европа мәҙәни ҡиммәттәрен көсләп тағыпға тырышыуға ҡарамаҫтан, миссионерҙар индеецтарҙың тормошо өсөн ғәҙәти булған ғәмәлдәрҙе, йолаларҙы һаҡларға тырыша. 1566 йылда иезуиттар төркөмө испан короле Филипп II миссионерҙар эшмәкәрлеге менән Перу вице-корллеге территорияһында шөғөлләнеүгә рөхсәт ала. 1569 йылда иезуиттар тәүге тапҡыр Лимаға килә һәм 1572 йылда хәҙерге Боливия территорияһына етә. Тәүге мәлдәрҙә уларға ил эсендә миссионерлыҡ үҙәктәре ойошторорғарөхсәт ителмәй, шуға күрә сик буйына төҙөлгән Ла-Пас, Потоси һәм Ла-Плата (бөгөн — Сукре) ҡалаларында сиркәүҙәр һәм мәктәптәр төҙөй башлай. 1587 йылда беренсе иезуиттар килеп, Сан-Хосе-де-Чикитос биләмәһен ойоштора. XVIII быуат уртаһына Чикуатос провинцияһында миссия сәскә ата. 22 биләмә ойошторла, уларҙа яҡынса 45 миссионер һәм католикка әйләндерелгән 60 мең индеец иҫәпләнә[2].
Миссиялар өс этапта ойошторола: беренсе этапта Сан-Хавьер (1691 йыл), Сан-Рафаэль (1696 йыл), Сан-Хосе-де-Чикитас (1698 йыл), Сан-Хуан Батиста (1699 йыл) миссиялары ойошторола. 1701—1714 йылдарҙа Ипсния тәхете өсөн көрәш Көньяҡ Америкаға миссияға килергә теләүселерҙең һанын ҡырҡа кәметә, шуға күрә миссиялар һиҙелерлек етди ауырлыҡ кисерә. Был осорҙа Боливияла яңы миссиялар төҙөлмәй. 1721 йылда Сан-Мигель ойошторола. Өсөнсө этап 1748 йылда Сан-Игнасио Сан-Игнасио де Веласко миссиялары төҙөлгәндән һуң башлана. 1754 йылда иезуиттар Сантьяго-де-Чикитасҡа нигеҙ һала. 1755 йылда Санта-Анна һәм һуңғы Санто-Корасон миссияһы 1760 йылда һалына. Чикитас провинцияһы арауыҡ пункты була, шуға күрә Боливиялағы миссионер үҙәктәре яйлап парагвай йылғаһы яғына күсенә.
1750 йылда Риу-Гранди-ду-Сул йылғаһы эргәһендәге ерҙәрҙең Португалияға бирелеүе гуарани индеецтарының ихтилалына килтерә. Иезуиттар ихтилал яҡлы булғанлыҡтан, 1758 йылда улар Португалия короленә ҡаршы заговорҙа ғәйепләнә. Уларҙың барыһы ла Португалия территорияһынан сығарыла. 1767 йылдың 27 февралендә испан короле Карл III иезуиттарҙы Испания колонияларынан сығарыу тураһында указға ҡул ҡуя. Шулай уҡ иезуиттар 1767 йылдың сентябрендә Чикитас провинцияһынан да китергә китергә тейеш була. Санта-Крус-де-ла-Сьерра ҡалаһы архиепискобы барлыҡ миссияларҙы мәхәлләләргә әйләндереп, мәхәллә руханиҙарына тапшыра. Мәхәллә руханиҙары урындағы индеецтар телдәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен насар белгәнлектән, яйлап миссиялар эше һүнеп ҡала. 19-сы быуат уртаһында иезуиттар тарафынан нигеҙләнгән ҡалалар халҡы составын үҙгәртә һәм уларҙа, нигеҙҙә, ситтән килгән метистар күпселекте тәшкил итә. Быуат һуңында Боливиялағы иҡтисади хәл-торош миссияларҙа йәшәүселәрҙе илдең икенсе биләмәләренә күсенергә мәжбүр итә һәм улар һиҙелерлек бушап ҡала. 1931 йылда миссиялар менән дини идаралыҡ францискандарға тапшырыла. 1972 йылда иезуит Ганс Рота миссияларҙың сиркәүҙәрен һәм колониаль биналарын тергеҙеү эшен киң ҡолас менән башлай һәм был эш XXI быуат башына тиклем дауам итә. 1990 йылда иезуиттарҙың алты миссияһы Европа христивн мәҙәниәте архитектураһы һәм урындағы индеецтар мәҙәниәте ҡатнашмаһының тарихи һәйкәле булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән европа берләшмәһе миссияһынан алты ҡалаһының иезуит чикитос христиан дини мәҙәниәттәр һәм урындағы индеецтар кеүек тарихи архитектура һәйкәлдәре.
Архитектураһы
үҙгәртергәУл ваҡытта Боливияла йәшәүсе иезуиттар философ, изге католик Томас Мор тәғлимәтен өйрәнә. Ул үҙенең «Утопии» әҫәрендә Аркадио тип аталған идеаль ҡаланы һүрәтләй, шуға күрә архитектура һәйкәлдәрен төҙөгәндә Томас Морҙың идеяларын тормошҡа ашырырға тырышалар.
Биләмәләрҙе планлаштырыу
үҙгәртергәМиссияларҙың архитектураһы һәм планына бер төрлөлөк хас. Миссияның уртаһында киң тура мөйөшлө майҙан. Уның бер яғында ҡорам комплексы, икенсе яғында индеецтарҙың йорттары.
Майҙан
үҙгәртергәМайҙан, төрлө шарттарға бәйле, 124—198 метр була. Ул асыҡ арауыҡ, унда, дини һәм гражданлыҡ маҡсаттары өсөн файҙаланылған бер нисә пальманы иҫәпкә алмағанда, бер үҫемлек юҡ. Майҙан уртаһына тәре ҡуйылған. Уның тирәләй, квадрат мөйөштәренә дүрт часовня урынлаштырылып, католик байрамдар мәлендә дини прицессиялар өсөн файҙаланылған.
Биналар
үҙгәртергәИндеецтар йорто оҙонса формала була һәм тө майҙандан өс йүнәлештә параллель рәүештә ултыра. Йорт стеналары 2 метрлыҡ, ҡалынлығы 60 сантиметр булған 6×4 күләмендәге ҙур бүлмәнән тора. Ул ҡамыштан йәки ағастан эшләнә һәм 5 метр бейеклеккә етә. Ике ҡатлы ишектәр асыҡ галереяға сыға һәм елдән һаҡлай.
Сиркәү комплексы
үҙгәртергәМайҙандың сирек өлөшөн сиркәү комплексы алып тора. Уға төп сиркәү, мәктәптәр, руханиҙар өсөн торлаҡ биналар һәм миссия хакимиәте биналары, ҡунаҡ бүлмәләре инә. Сиркәү комплексы артында диуар менән уратып алынған баҡса һәм зыяоат була. ҡушылып, зыярат стеналарҙан һәм уратып алған. Сиркәү комплексы биналары бейеклеге буйынса индеецтарҙың йортонан айырылмай.
Сиркәүҙәр
үҙгәртергәБашланғыс биләмәне ойошторғандан һуң, иезуиттар шунда уҡ сиркәү төҙөй башлай. Тәүге мәлдә ул белем биреү, мәҙәни, иҡтисади һәм административ ңҙәк булып тора. Сиркәүҙәрҙең архитекторы — иезуит Мартин Шмид. Ул Христиан архитектураһы менән урындағы тражицион мәҙәни элементтарҙы ҡушып, үҙенсәлекле стиль булдыра һәм уны бөгөн «метисатар бароккоһы» тип атайҙар. Ҡорамға ингән ишек башына Шмид латин һәм испан телдәрендә: «DOMUS DEI ET Porta Coeli» и «CASA DE DIOS Y Puerta Del Cielo» («Аллаһ йорто һәм йыһан ҡапҡаһы») тигән яҙыуҙар ҡуя. Сиркәүҙәр 1745—1775 йылдарҙа төҙөлә.
1960 йылда архитектор Ганс Рот миссияларҙың архитектура һөйкәлдәрен тергеҙә башлай. Индеецтарҙың йөҙҙәрсә йорто тергеҙелә, сиркәүҙәр, мәктәптәр яңыртыла. Шулай уҡ ул музей аса, биналар төҙөлөшөнөң үҙенсәлекле ысулдарын өйрәнә, Чикитоста иезуит миссияларының мәҙәи-тарихи һәйкәлдәрен хеҙмәтләндереү өсөн оҫтаханалар аса.
Иҡтисады
үҙгәртергәМиссияла йәшәүселәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнә, кукуруз, юкка, какао һәм дөгө үҫтерә. Шулай уҡ улар балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнә. Иезуиттар индеецтарҙы малсылыҡҡа һәм төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. Чикито индеецтары араһында иезуиттар миссиялары игенселек, малсылыҡ һәм сәнәғәттең мөһим үҫеше үҙәге була.
Музыка
үҙгәртергәИндеецтарҙы католиктарға әйләндереүҙә музыка ҙур роль уйнай. Индеецтарҙың музыкаға һәләтен һәм уларҙың музыка менән шөғөлләнергә теләген күреп, иезуиттар Рим Католик сиркәүенең музыкаль мираҫын өйрәнеү мөмкинлеген бирә, миссияларҙа сиркәү хорҙары ойоштора. Был индеецтарҙы катехизациялауҙа беренсе аҙым була. Миссияларҙа композиторҙар, итальян бароккоһы йүнәлеше вәкилдәре Иоганн Меснер, Доменико Зиполи, Мартин Шмид эшләй. Улар миссияларҙа барокко операһы һәм скрипка, флейта, орган эшләүҙе ойоштора.
Бөгөн
үҙгәртергәСан-Рафаэль, Сан-Мигель, Сан-Игнасио ҡалалары бөгөн дә бар. Уларҙа муниципалитет эшләй. Халыҡтың күпселеге католик. Иезуит миссияһы тергеҙелгәндән һуң туристар ағымы арта, шуға күрә миссияһы һаны яйлап арта бара, уларҙың ҡайһы берҙәрендә халыҡ һаны ике тапҡырға күбәйә. 2009 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Сан-Хавьер, Сан-Хосе һәм Консенсьон халҡы бергә 10 мең кеше тәшкил итә. Сан-Игнасиола — 26000 кеше. Икенсе яҡтан, Санта-Аннала халыҡ һаны бер нисә йөҙ иҫәпләнә[3]. Ҡала халҡы, нигеҙҙә, метистар, индеецтар милли ауылдарҙа йәшәй.
Һәр йыл миссияларҙа музыкаль фестивалдәр һәм концерттар үткәрелә. Бында 1996 йылдан алып ике йыл һайын «Musica Renacentista у Americana Barroca» фестивале уҙғарыла.
«Миссия» фильмы
үҙгәртергә«Миссия» фильмында XVII быуатта иезуиттар миссияһын ойоштороуҙың тәүге йылдарының күпселек элементтарын, Боливиянан иезуиттарҙы ҡыуыу ваҡиғаларын күрергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://whc.unesco.org/en/list/529
- ↑ Католическая Энциклопедия, / Боливия, т. 1, стр. 667, изд. Францисканцев, М., 2002, ISBN 5-89208-037-4
- ↑ World Gazetteer: Santa Cruz — largest cities and towns and statistics of their population, 2009-01-19(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Католическая Энциклопедия, т.1, изд. Францисканцев, М., 2002, ISBN 5-89208-037-4
- Cisneros, Jaime, Misiones Jesuíticas, La Paz: Industrias Offset Color S.R.L.. 1998.
- Molina Barbery, Placido; Alcides Parejas, Ramón Gutiérrez Rodrigo, Bernd Fischermann, Virgilio Suárez, Hans Roth, Stefan Fellner, Eckart Kühne, Pedro Querejazu, Leonardo Waisman, Irma Ruiz, Bernardo Huseby, Las misiones jesuíticas de Chiquitos., Pedro Querejazu (ed.). La Paz, Bolivia: Fundación Banco Hipotecario Nacional, Línea Editorial, La Papelera 1995 [1]
- Parejas Moreno, Alcides, Chiquitos : a look at its history, Santa Cruz de la Sierra: Asociacion Pro Arte y Cultura. 2004, ISBN 99905-0-802-X