Инка империяһы

XI - XVI быуаттарҙа Көньяҡ Америкала булған дәүләт

Инка империяһы (кечуа Tawantin Suyu, Ҡалып:Lang-qu2, Тауантинсу́йу, Тавантинсу́йу, Тавантинсу́йю) — Көньяҡ Америкала XI—XVI быуаттарҙа майҙаны, халҡының һаны буйынса иң эре, синыфтарға иртә бүлгеләнгән индеецтар дәүләте. Хәҙерге Пастонан Колумбияға — Чилилағы Мауле йылғаһына тиклемге территорияны биләй. Империя биләмәләре үҙ эсенә хәҙерге Перу, Боливия һәм Эквадор (үтеп сыҡҡыһыҙ дымлы тропик урман — сельва менән ҡапланған көнсығыш райондарының бер өлөшөнән башҡа), өлөшләтә Чили, Аргентина, Колумбияны ала. Европалыларҙан беренсе булып инкылар империяһына португал Алежу Гарсия 1525 йылда үтеп инә. 1533 йылда испан конкистадорҙары империяның күпселек өлөшөнә контроль урынлаштыра, ә 1572 йылда инкылар дәүләте йәшәүҙән туҡтай. Ошоға тиклем табылмаған Пайтити ҡалаһы (иле, XVIII быуат уртаһында йәки аҙағында тиклем)[1] инкылар һыйынған һуңғы төбәк булған, тигән гипотеза бар.

Инка империяһы
кечуа Tawantinsuyu
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1438
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Инка[d]
Рәсми тел кечуа[d]
Донъя ҡитғаһы Көньяҡ Америка
Административ үҙәк Куско[d]
Идара итеү формаһы Абсолют монархия һәм Император культы[d]
Дәүләт башлығы Атауальпа, Пачакутек Юпанки[d], Тупак Инка Юпанки[d], Уайна Капак[d] һәм Уаскар[d]
Алдағы Куско короллеге[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Neo-Inca State[d] һәм Вице-королевство Перу[d]
Ҡулланылған тел Классический кечуа[d], кечуа[d], Языки аймара[d], Пукина[d] һәм Мочика (язык)[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1533
Урынлашыу картаһы
Карта
 Инка империяһы Викимилектә

Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, инкыларҙың күпселек ҡаҙаныштары уларҙан алда булған цивилизацияларҙан, шулай уҡ үҙҙәренә буйһондоролған күрше халыҡтарҙан ҡалған. Көньяҡ Американың тарихи аренаһында инкылар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк унда байтаҡ цивилизациялар булған: Моче (төҫлө керамикаһы һәм һуғарыу системалары менән билдәле мочик мәҙәниәте), Уари (халҡы башҡа — аймара телендә һөйләшһә лә был дәүләт инкылар империяһының прототибы булып тора), Чим (үҙәге — Чан-Чан ҡалаһы, уларға ғына хас керамика, архитектура), Наска (Наска һыҙаты тип аталған ҡоролма булдырыуҙары, шулай уҡ үҙҙәренең ер аҫты һыу үткәргес системалары, керамикаһы менән танылған), Пукин (40 меңгә яҡын халҡы булған Тиауанако ҡалаһы цивилизацияһы, ул Титикака күленән көнсығышҡа табан урынлашҡан), Чачапояс («Туч яугирҙары», улар үҙҙәренең ныҡ нығытылған Куэлап крепосы менән билдәле, уны төньяҡтың «Мачу-Пикчуһы», тип тә атайҙар).

Тәүге европа һүрәт инк. Сьеса де Леон, пед. Хроника Перу, 1553 йылда

Империяның атамаһы

үҙгәртергә

Кечуа телендә был илдең атамаһын, Тауантинсуйу, берләшкән дүрт провинция, тип тәржемә итергә мөмкин (Tawantin — «дүрт әйберҙән торған төркөм» (tawa «дүрт» суффиксы -ntin, «йыйылмаһы»); suyu — «ил», «өлкә» йәки «провинция»). Кечуан лингвисы Деметрио Тупак Юпанки күрһәтеүенсә: "-ntin — «тулыһынса интеграцияланған», «бер бөтөндө тәшкил итеүсе» тигән мәғәнәне аңлата. Бер бик яҡшы интеграцияға — бер бөтөнгә урын биреү өсөн унан алдағылары юҡҡа сыға. Беҙ «юридик шәхес», тип атаған субъект барлыҡҡа килә, һәм ул бер-береһенән айырылып торған состав өлөштәре өсөн яуаплы. Быны шулайыраҡ күҙ алдынан килтерергә мөмкин: предприятиеларҙың береһе, «юридик шәхес булараҡ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм башҡаларҙы был яуаплылыҡтан азат итә»[2] Йәғни был атамаһы илдең дүрт провинцияға бүленеүенә бәйле: Кунтинсуйу (кечуакечуа Kunti SuyuKunti Suyu) , Кольясуйу (кечуакечуа Qulla SuyuQulla Suyu), Антисуйу (кечуакечуа Anti SuyuAnti Suyu) һәм Чинчасуйу (кечуакечуа Chinchay suyuChinchay suyu). Бынан тыш, Кусконан (кечуакечуа QusquQusqu) дүрт яҡҡа дүрт юлға сыға, һәм уларҙың һәр береһе империяның ҡайһы өлөшөнә табан бара шуның исеме менән атала.

Хронологияһы

үҙгәртергә
 
Сарьменто де Гамбоа, манко капак[3].
 
Сарьменто де Гамбоа, Инкылар шәжәрәһе. Рокка Синчи, Юпанка Льоки, Майта Капак, Капак Юпанка[4].
 
Сарьменто де Гамбоа, Инкылар шәжәрәһе. Рокка Инк, Тит Куси Вальп, Виракотать, Пачакутить[5].
 
Сарьменто де Гамбоа, Инкылар шәжәрәһе. Пачакутить, Тупак Юпанка Инктар, Вайн Капак, Васкар, Атавальп[6].
  • яҡынса 1200 — Манко Капака (кечуакечуа Manqu QhapaqManqu Qhapaq) идара итә, Кускола төпләнгән була.
  • яҡынса 1240 — Синчи Роки (кечуакечуа Sinchi Ruq'aSinchi Ruq’a) идара итә.
  • яҡынса 1260 — Льоке Юпанки (кечуакечуа Lluq'i YupankiLluq’i Yupanki) идара итә.
  • яҡынса 1290 — Майта Капака (кечуакечуа Mayta QhapaqMayta Qhapaq) идара итә.
  • яҡынса 1320 — Капака Юпанки (кечуакечуа Qhapaq YupankiQhapaq Yupanki) идара итә.
  • яҡынса 1350 — Инка Роки (кечуакечуа Inka Ruq'aInka Ruq’a) идара итә.
  • яҡынса 1380 — Яуар Уакака (кечуакечуа Yawar WaqaqYawar Waqaq) идара итә .
  • яҡынса 1410 — Виракочи Инка (кечуакечуа Wiraqucha InkaWiraqucha Inka) идара итә.
  • 1438—1471 — Пачакутека Юпанки (Пачакути) (кечуакечуа PachakutiqPachakutiq) идара итә.
  • 1471—1493 — Тупака Инка Юпанки (кечуакечуа Tupaq Inka YupankiTupaq Inka Yupanki) идара итә.
  • 1492 — Колумбтың Американы асыуы.
  • 1493—1527 — Уайна Капакан (кечуакечуа Wayna QhapaqWayna Qhapaq) идара итә.
  • 1513 — Васко Нуньес де Бальбоа "Көньяҡ Диңгеҙ"ен (Тымыҡ океан)ды аса.
  • 1515 — Васко Нуньеса де Бальбоаның конкистадорҙар отряды яңы асылған ерҙәргә «Перу» исемен бирә. Уайна Капак аҡ кешеләр тураһында тәүге хәбәрҙе ала.
  • 1522 — Паскуаля де Андагойиның Инкылар Империяһына үтеп инергә тырышыуы.
  • 1527—1532 — Уаскара (кечуакечуа WaskharWaskhar) идара итә.
  • 1526—1528 — Писарро, 1526 йылда Альмагро һәм Бартоломе Руисменән бергә, Тумбеста булғандан һуң, Панамаға кире ҡайта. Граждандар һуғышы башланғанға тиклем Атауальпа 1528 йылда европалылар менән шәхсән таныша, уға Писарроның ике кешеһен — территорияға разведка яһау өсөн Тумбес эргәһендә төшөрөп ҡалдырылған Родриго Санчес һәм Хуан Мартинды килтерәләр. 4 көн эсендә уларҙы Китоға килтерергә бойорола, шунан һуң Ломас уйһыулығында был тотҡондар алла Тикси Виракоча Пачакамакуға ҡорбан ителә[7]. Ошо аллаға ҡорбан килтереү фактына бәйле испандарҙы — «виракоча» тип атау башланғандыр.
  • 1528 — тәхеттең законлы вариҫтары Уаскар һәм уның ҡустыһы Атауальпа (кечуа Ataw Wallpa) яҡлылар араһында граждандар һуғышы башлана.
  • 1533 — Атауальпа идара итә.
    • 13 май — Франсиско Писарро Тумпис ҡалаһы янына йөҙөп килә, Тауантинсуйуға испандарҙың баҫып инеүе башлана.
    • 18 июнь — Атауальпаны аҡса биреп ҡотҡарыу, уның бөтә байлығы донъя тарихында иң эре һуғыш табышы, тип һанала.[8]
    • 20 йәки 27 июль — Кахамаркала конкистадорҙар әсирлеккә алған Атауальпаны язалау.
  • 1534 — Кусконы конкистадорҙар баҫып ала.
  • 1535 — Франсиско Писарро Сихырсылар ҡалаһына (Лима)ға нигеҙ һала. Инкыларҙың Империяһы баҫып алына, испандар тәхеткә Тауантинсуйу Манко Инка Юпанкины (кечуакечуа Manqu Inka YupankiManqu Inka Yupanki) ултырта. Манко Инка Юпанки Вилькабамбела халыҡты испандарға ҡаршы ихтилалға күтәрә.
  • 1543 — Перу Бразилиянан башҡа тотошо менән тип әйтерлек Көньяҡ Американы берләштергән вице-короллек тип иғлин ителә.
  • 1544 — Манко Инка Юпанкиның үлеме.
  • 1544—1561 — Сайри Тупака (кечуакечуа Sayri TupaqSayri Tupaq) Вилькабамбела (кечуакечуа Willka PampaWillka Pampa) идара итә.
  • 1561—1570 — Титу Куси Юпанки (кечуакечуа T'itu Kusi YupankiT’itu Kusi Yupanki) в Вилькабамбела идара итә.
  • 1569 — Титу Куси Юпанки христианлыҡты ҡабул итә һәм миссионерҙарға Вилькабамбе территорияһында эшмәкәрлек алып барырға рөхсәт бирә.
  • 1570 — Тупак Амару I (кечуакечуа Tupaq AmaruTupaq Amaru) Вилькабамбе хакимы була.
  • 1572 — испандар Вилькабамбелағы индеецтар дәүләтенең ҡалдыҡтарын ҡыйрата.
  • 1609 — Лиссабонда Инки Гарсиласо де ла Вегиның "Төп нөхсәгә тап килгән комментарийҙар"ы сыға.[9]
  • 1780—1782 — Тупак Амару II (Хосе Габриэля Кондорканки) етәкселегендә индеецтарҙың ихтилалы[10]

Империяның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше

үҙгәртергә
 
Анд инктар цивилизацияһы тиклем, 14.

Анд өлкәһендә һәм уның итәгендәге диңгеҙ буйҙарында беҙҙең эраға тиклем 1 мең йыл элек игенселек үҫешкән Чавин, Паракас, Наско, Мочик, Тиауанако һ. б. цивилизациялар барлыҡҡа килә. XII быуатта Титикака күле буйына юғары хаким Инка етәкселегендәге халыҡтар килеп төпләнә. Ул яңы баш ҡалаға — Кускоға күсә һәм (Л. Е. Гринин күрһәтеүенсә, XV быуаттың икенсе яртыһында ни бары 30 йыл эсендә Инкылар дәүләте территорияһы йөҙләгән тапҡырға арта[11]) XVXVI бб. күпселек өлөшө хәҙерге Эквадор, Перу, Боливияның ҙур ғына өлөшөн, Чили, Аргентина, шулай уҡ Колумбияның ҙур булмаған районын үҙ эсенә алған бик ҙур территорияны үҙ йоғонтоһо аҫтына ала.

Дәүләтте Инка Манко Капак[12], барлыҡҡа килтергән, тигән фекер йәшәй, ул диңгеҙ кимәленән 3416 метр бейеклектә, ике тау һырты араһындағы тәрән үҙәндә баш ҡалаһы — Куско[13] ҡалаһына ла нигеҙ һала.

Дәүләт булдырылғандан һуң уның территорияһы даими рәүештә киңәйә, Инка Яуар Уакак империяла регуляр армия булдырғандан һуң был бигерәк тә даими төҫ ала. Инка Пачакути бик ҙур территорияларҙы баҫып ала. Ул ысын мәғәнәһендә империя булдыра, сөнки быға тиклем инкылар индеецтарҙың күп һанлы ҡәбиләләренең береһе генә, ә Куско — ғәҙәти ҡала ғына була. Инкылар контроллек иткән ерҙәрҙең күбеһен Пачакути һәм уның улы Тупак Инка Юпанки яулап ала. Ун беренсе Инка — Уайна Капак ҙур булмаған территорияны баҫып ала. Хакимдар Уаскар һәм Атауальпа — Уайна Капактың улдары. Ул үлгәндән һуң был ике бер туған үҙ-ара йонсотҡос һуғыш башлай. Испандар килгәндә һуғышты Атауальпа еңеп сыҡҡан була. Әммә ул еңеүе емештәре менән әллә ни оҙаҡ файҙалана алмай, сөнки инкылар империяһын тамырынан юҡҡа сығарған испан баҫҡынсылары уны хакимлыҡтан алып ташлай һәм язалап үлтерә.

Күрше ҡәбиләләрҙе баҫып алғанда инкылар, бер яҡтан, үҙҙәренең көслө һәм күп һанлы армияһын файҙалана, икенсе яҡтан, буйһондоролған төбәктәрҙең аҡһөйәктәрен үҙҙәре яғына ауҙарырға тырыша. Һуғыш хәрәкәттәрен башлағанға тиклем инкылар өс тапҡыр буйһондороласаҡ төбәктең хакимдарына үҙ теләктәре менән империяға ҡушылырға тәҡдим итә. Буйһондоролған ҡәбиләләрҙең кечуа телен өйрәнеүе талап ителә, үҙ йолаларын һәм закондарын индерә.[14] Буйһондоролған халыҡтарҙың аҡһөйәктәре һәм жрецтары үҙ вазифаларында ҡала, дөйөм империяның Ҡояш аллаһы Интиға мотлаҡ буйһонған осраҡта урындағы динде тотоу ҙа тыйылмай. Инкылар урындағы халыҡ кәсептәрен һәм кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бүлә, сөнки Тауантинсуйуның кешеһен, күлдәгенә ҡарап ҡына ла уның сығышын һәм социаль статусын билдәләп була.

Инкылар өсөн власты һәм йәмғиәтте яугирҙарға һәм яугир булмағандарға бүлеү хас. Империяның хакимдары йәки хакимлыҡ итеүсе этнос — инкылар араһынан улар һайлаған кешеләр генә ғәсҡәр башлыҡтары һәм хәрби начальниктар була ала. Әммә барыбер ниндәйҙер кимәлдә ике власлылыҡ булған күрәһең: Империяның хужалыҡ эшмәкәрлеге, ғәсҡәрҙе тәьмин итеү менән Куско ҡалаһы хакимы (губернаторы) шөғөлләнгән, был хаҡта тарихсы Хуан де Бетансос бер нисә тапҡыр иҫкә алып китә.[15]

Инкылар империяһы йәшәйештәре сәскә атҡан йылдарҙа Ерҙәге иң эре дәүләттәрҙең береһе була. Төрлө сығанаҡтар буйынса империяның граждандарының һаны 5-6 млн-дан 12 млн-ға тиклем еткән була.[16]

Испандарҙың буйһондороуы

үҙгәртергә
 
Франсиско Писарро.

1521 йылда Эрнан Кортес ацтектарҙы буйһондора. Был уңыш Франсиско Писарроны илһамландыра. Карла V-тең секретары Хуана де Самано докладына ярашлы, Перу тураһында беренсе тапҡыр 1525 йылда Франсиско Писарро һәм Диего де Альмагроларҙың[17] беренсе Көньяҡ экспедицияһы тамамланыуға бәйле билдәле була. Экспедиция 1524 йылдың 14 ноябрендә Панаманан сыға, ләкин 1525 йылда кире ҡайтырға мәжбүр була. Шунан һуң тағы ла ике сәйәхәт ойошторола. 1532 йылда Писарро 200 йәйәүле яугир һәм ни бары 27 ат менән хәҙерге Перуның яр буйына килеп туҡтай. Армия юлда уларҙан риза булмаған инкылар менән тулыландырыла. Инкылар илбаҫарҙар менән асырғанып һуғыша, ләкин империя үҙ-ара низағ һәм һуғыштарҙан йонсоған була, бынан тыш инкыларҙың күп кенә яугирҙары испандар менән килгән сәсәк һәм ҡыҙылса ауырыуҙарынан ҡырыла.

 
Атауальпаны ерләү, 1533 йылдың 29 авгусы.

Писарро алдыҡ юл менән Бөйөк инка Атауальпаны тотоп язалай, шунан һуң 2 йыл буйы ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә хәрби начальник Руминьяви етәксеклек итә. Инкыларҙың баш ҡалаһы булған Кусконы испандар 1536 йылда буйһондора. Инка Манко Инка Юпанки уның яҡлылыларҙың ҙур булмаған төркөмө менән таулы Вилькабамба төбәгенә ҡаса, инкылар был территорияны 30 йылға яҡын үҙ ҡулдарында тота. 1572 йылда инкыларҙың һуңғы хакимы — Тупак Амаруның башы сабып ташлана. Был Тауантинсуйу империяһының юҡҡа сығыуын аңлата. Дәүләт талана, инкыларҙың мәҙәниәте ҡыйратыла.

Буйһондоролған инкылар кечуа халҡы составына инә. испандарҙың баҫып алыуында барлыҡҡа килгән һөҙөмтәне хроникасы Сьеса де Леон билдәләп үтә.

Административ бүленеш

үҙгәртергә
 
Карта Тавантинсуйу: Чинчайсуйу (красный), Кольасуйу (синий), Антисуйу (зелёный) и Кунтисуйу (жёлтый).

Империя 4 өлөшкә бүленә: Чинчайсуйу — ул ҡыҙыл төҫтә, Кольасуйу — күк төҫтә, Антисуйу — йәшел төҫтә, Кунтисуйу — һары төҫтә, һәр өлөш провинцияларҙан тора:

Кусконан төньяҡҡа табан: Вилькас (Vilcas), Хауха (Xauxa), Бомбон (Bombon), Кахамарка (Caxamalca), Гуанкабамба (Guancabamba), Томебамба (Tomebamba), Латакунга (Latacunga), Кито (Quito), Каранке (Carangue);

Кусконан көньяҡҡа табан: Атункана (Hatuncana), Атункольа (Hatuncolla), Айявире (Ayavire), Чукиабо (Chuquiabo), Чукуито (Chucuito), Париа (Paria) һәм Чилиға тиклем һуҙылған башҡалар.

Һәр провинцияның үҙенең баш ҡалаһы була. Һалымдар шунда йыйыла, Ҡояш ғибәҙәтханаһы, ҡорос ҡойоу һәм ювелир оҫтаханалары, гарнизон, эре Юлаусылар йорттары, келәттәр ошонда урынлашҡан була, шулай уҡ Хакимдың вәкиле — губернатор ҙа ошонда уҡ йәшәй.[18]

Административ бүленештә Куско баш ҡала булараҡ атала. Ул һары төҫ менән билдәләнә. Провинция баш ҡалаһы булған һәр бер тораҡ пунктына һан ҡуйыла. Провинцияның баш ҡалаға яҡыныраҡ урынлашыуы отошло була. Мәҫәлән, яҡын провинцияларҙың хаким-куракалары Инка хакимы хеҙмәттәрендә, хәрби походтарында, йола һәм төрлө церемонияларҙа йышыраҡ ҡатнаша.

Тавантинсуйу Империяһының провинциялары кипу яҙмаһы менән билдәләнелә (кипу яҙмаһы — ул төрлө мәғәнәне аңлатҡан төҫлө ептәр йыйылмаһы). Йыйылмалағы ҡыҙыл ептәр теге йәки был провинциянан һәләк булған яугирҙарҙы билдәләй. Империя провинцияларындағы статистика һәм һалым һалыу ҙа кипу яҙмаһы менән күрһәтелә[19]. Был система Империяны географик һәм иҡтисади йәһәттән һүрәтләү өсөн дә ҡулланыла[20].

Педро де Сьеса де Леон үҙенең "Перу хроникаһы"нда кипу ярҙамында иҫәпләүҙәрҙең ни тиклем теүәл булыуы хаҡында яҙа: «Провинцияларҙың баш ҡалаларында эшләүсе хисапсылар — кипукамайокилар [quiposcamayos] һалымдарҙы ептәрҙәге төйөндәргә ҡарап иҫәпләй, еп төйөндәренә ҡарап күпме көмөш, алтын, кейем һәм йорт хайуардары йыйылыуын да, шулай уҡ һалымдарҙы кемдең йыйып тапшырасағын да белеп була. Был хисаплау системаһын ҡулланғанда хатта бер генә альпаргатты ла йәшереп ҡалыу мөмкинлеге лә булмай»[21].

Закондар

үҙгәртергә

Инкыларҙың закондары өҙөк-өҙөк булып ҡына һаҡланған, әммә уларҙың эстәлеге испан колониялары сығанаҡтарында бик ныҡ тәфсирләп яҙылған. Закондарҙы айырым тәғәйенләнгән чиновниктар, кипу яҙмаһын ҡулланып, теркәй, ә башҡа чиновниктар — глашатайҙар — Империяның баш ҡалаһы Куско — Римактың майҙандарының береһендә халыҡҡа еткерә, йәғни иғлан итә. Инкылар хоҡуғы яза ҡулланыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә айырыуса ҡаты булыуын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта индеецтар араһында бурлыҡ, коррупция, үлтереү кеүек енәйәттәрҙең булмауын да раҫлай.

Инкылар закондарының испан закондарынан өҫтөн булыуҙары тураһында беренсе хроникасылар билдәләй:

Юлаусылар йорттары, келәттәр һәм һаҡлағыстар

үҙгәртергә

Кочабамбе уйһыулығындағы Котапачи тораҡ пункты тирәһендә 2076 колька (йомро формалағы һаҡлағыстар) була, улар Инкылар империяһынан ҡалған 9395 келәт ҡоролмаларының 22,09%-ын тәшкил итә, йәғни был тораҡ пункты империяның стратегик райондарының береһе булған. Котапачилағы һаҡлағыстарҙың уртаса диаметры 3,5 м, ә яҡынса бейеклеге — 2 м була. Тимәк Кочабамбе уйыһыулығындағы йомро һаҡлағыстарҙың дөйөм майҙаны 45000 м3 тәшкил иткән (ғәмәлдә был һаҡлағыстар тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тултырылыр булған), Инкылар империяһының башҡа провинция үҙәктәре менән сағыштырғанда ла был ғәйәт ҙур һан.[22].

Малсылыҡ

үҙгәртергә

(«Инкыларҙың малсылығы»)

Ацтектарҙан айырмалы рәүештә инкылар йәмғиәтендә ирекле һөнәрселәр (ремеслинниктар) ҡатламы, шуға бәйле шәхси үҙалмаш, сауҙа һәм сауҙа аралашсылары ла булмай. Быны инкыларҙың тауҙар араһында йәшәүе менән аңлатып була: уларҙа әйбер алмашыу хужалыҡ итеүҙең мөһим өлөшө булып торған, һәм власть бик иртә был ресурсты үҙ ҡулына алып өлгөрә. Бөтә аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш әйберҙәре йәмәғәт (дәүләт) һаҡлағыстарына ташыла, шунан һуң ғына билдәләнгән нормалар буйынса дәүләт поставкалары формаһында бүлеп бирелә.

Эске сауҙала аҡса ҡулланылмай, ә тышҡы сауҙала мульу ҡабырсыҡтары, кока япраҡтары, кейем, шулай уҡ бәләкәй баҡыр балтасыҡтар файҙаланыла. Чонос (Эквадор) мәҙәниәте индеецтары XVXVI быуаттарҙа уҡ 99,5%-ы баҡырҙан торған бәләкәй балталар етештерә (ҡалынлығы 0,5 см һәм 2х2 см) һәм уларҙы аҡса урынына файҙалана. Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйҙарында ошо аҡса ҡулланыла[23], шул иҫәптән Инкылар дәүләтенең Чинча провинцияһында ла, ә унда 6000 сауҙагәр йәшәгән була[24].

Социаль структура

үҙгәртергә

Дәүләт башлығы

үҙгәртергә
 
Инкылар империяһында хужалыҡҡа дәүләт идираһы системаһы (С. А. Куприенко реконструкцияһы).

Ер индеецтарҙыҡы тип иҫәпләнелә, шул уҡ ваҡытта хаким — Сапа Инка (кечуакечуа Sapa InkaSapa Inka, тәрж. «Берҙән-бер Инка»), ҡәбиләләр эшенән йыйылған табыш (һалым) тулыһынса уға тапшырыла;[25] Инканың власы изге ореол менән уратып алынған була. Инка башҡаларҙан, маңлай өҫтөнә өс ҡауырһын ҡуйып, башына йөн таҫма бәйләп йөрөүе менән айырыла — был таҫма маскапайча (кечуакечуа maskhapaychamaskhapaycha) тип атала. Беренсе Сапа Инка — Манко Капак — Ҡояш батшаһы Интиҙың улы булараҡ хөрмәт ителә.[26]

Тауантинсуйула хакимдарҙың ҡан таҙалығын һаҡлауҙы ныҡ хәстәрләгәндәр: Инканың, ҡануни версия буйынса[27] (башҡа төрлө версиялар ҙа булған) тик бер генә законлы ҡатыны һәм ул уның бер туған апаһы йә һеңлеһе булырға тейеш. Башҡа ҡатындарҙан тыуған балалар ҙа законлы балалар, тип иҫәпләнелә, әммә улар тәхеткә дәғүә итә алмай.

Инка үлгәндән һуң уға аллаға күрһәткәндәй хөрмәт күрһәтелә, үлгән Сапа Инкаларҙы бәлзәмләп Кусколағы кәшәнәләренә урынлаштыралар, һәр береһенә айырым жрец ҡуйыла; уларҙың таш һындары ла эшләнә, уға тере Инкаға күрһәтелгән хөрмәт күрһәтелә. Батшалар мумияларын беренсе булып лиценциат Поло де Ондегардо таба.

Социаль синыфтар һәм һөнәрҙәр[28]

үҙгәртергә
Социаль синыфтар Вәкилдәре
Инкалар (кечуакечуа inkainka) (юғары ҡатлам — Апакуна, Сапаккуна, Авкикуна, Инкакуна)
  • Сапа Инка, йәки Сапай Инка, йәки Сапай апу, йәки Сапа Капак Инка — «батша», «юғары хаким һәм судья»
  • Инкак сапай чурин — вариҫ булыусы принц.
  • Авки: Сапа Инканың улы.
  • Сапай Койя: Сапа Инканың ҡатыны-һеңлеһе, батшабикә.
  • Сапай Ньюста — принцессалар.
  • Батша нәҫелдәр: Һәр панакиҙың беренсе быуындары (туғандары) — Сапай капак айлью, Инка айлью, Инка авки айлью.
  • Ҡан буйынса инкалар: Һәр панакиҙың ҡалған ағзалры (туғандары).
    • Сапай авки — юғары ҡатдам рыцарҙары башлығы.
    • Иньака Ньюста — Инка нәҫеленән йәки юғары ҡатламдан байбисә.
    • Ринкрийук авки — юғары ҡатлам орехондары.
    • Курипаку куриринкри — орехон-полководецтар.
    • Учакта камакта йачак, йәки Уча йачак — Инктың сәркәтибе.
    • Пачака — Инка һарайы министры: Инканың биләмәләре менән шөғөлләнә.
  • Өҫтөнлөктәр буйынса инктар: үҙҙәренең күрһәткән эше өсөн «инк» титулы бирелгән кешеләр.
    • Пакуйук, йәки Пакуринри, йәки Пакуринкрийок — һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орехон индеец булғандар.
    • Ринкрийок куна — орехондар.
  • Инки-бастарды: Инканың сығышы буйынса инка булмаған ҡатындан тыуған балалары.
  • Юғары ҡатлам нәҫелдәре: Капак или Кольана айлью, Атун айлью, Альин Йавар айлью, Авки айлью.
    • Пальа — юғары ҡатламға ҡараған, нәфис ҡатын.
Түбәнге ҡатлам һәм һалымдар азат ителгәндәр
  • Курака (кечуакечуа kurakakuraka), или Пачак курака, йәки Атун курака, йәки Акапак курака — сығыштары буйынса инк булмаған, мәҫәлән, инкалар буйһондорған халыҡтарҙың аҡһөйәктәре. Тораҡ пункттары хакимдары.
    • Турикук / Токрикок — Инка яғынан тораҡ пунктын күҙәтеп тороусы/Инка йәки урындағы халыҡ ҡуйған идарасы.
    • Льактайук апу — ауыл башлығы, куракаға буйһона.
    • Льакта камайук — хаким итеүсенең урынбаҫары йәки хаким итеүсенең вазифаһын башҡарыусы.
Ғибәҙәт әһелдәре
  • Жрецтар:
    • Вильяк Ума: Юғары жрец. Сығышы буйынса инк.
    • Атун Вилька — 1-се категориялағы юғары дин әһелдәре.
    • Ватук, Амурпа, Ичури — 2-се категориялағы дин әһелдәре.
    • Уму, Накак — 3-сө категориялағы дин әһелдәре.
    • Тарпунтай.
    • Укумайу — ваки жрецы.
    • Вакакамайо — хеҙмәтсе/вакины ҡараусы. Вакиның ерҙәре менән дә шөғөлләнә, тик малдар ҡарауға тотонмай. Был вазифа нәҙел буйынса тапшырыла.
  • Акльаваси вәкилдәре — «Инктың һайлап алған ҡыҙҙары»:
    • Мамакуна (Ҡояш ҡыҙҙарын күҙәтеп тороусылар)[29]
    • Өлкән тәрбиәсе ҡатындар.
    • Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың тәрбиәселәре.
    • Йана вилькас — хеҙмәтселәр.
    • Дин юлынан китергә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар:
      • Юғары ҡатлам һәм яугирҙарҙың буласаҡ ҡатындары.
      • Акльас.
Юғары ҡатламға ҡарамаһалар ҙа һалым түләүҙән азат ителгәндәр.
  • Сихырсылар һәм күрәҙәселәр — жрецтарҙың иң түбән ҡатламы[30].
Мәғариф/фәйләсуф ғилеме
  • Амаута (мөғәллимдәр, фәйләсуфтар, астрологтар)
  • Йачачик — мөғәллимдәр.
Хеҙмәткәрҙәр
  • Кипукамайоки — кипу ярҙамында отчет төҙөү менән шөғөлләнеүселәр.
  • Альпа тупук апу, йәки Секек апу — ер үлсәп бүлеүсе.
  • Часки — почта хеҙмәткәрҙәре, хәбәр итеүселәр.
Суд власы, тәфтиш
  • Тукрикук апу — идара итеп, ҡул ҡуйыусы һәм насар эштәрҙең булыуына юл ҡуймаусы судья.
  • Камачикук апу — идара итеп, ҡул ҡуйыусы һәм мәжбүр итеүсе судья.
  • Патачак апу — суд тикшеренеүҙәрендә хөкөм сығарыусы судья.
  • Уча танпак апу — ауыр енәйәттәр буйынса судья.
  • Нина кукта вакичак, йәки Ньинакук пурап рантин — третей судьяһы, арбитр.
  • Мануманта, йәки Рунап какенмантапас патачак апу — гражданлыҡ хоҡуғы буйынса судья.
  • Курак апу — юғарғы кимәлдә торған судья.
  • Сулька апу — түбәнге кимәлдә торған судья.
  • Арарива апу — ялан судьяһы.
  • Тапупакук апу — сатраш һорау алыуҙа инспектор.
Руна (кечуакечуа runaruna) (шәхсән иреклеләр)
  • Хатун Руна: Халыҡ (крәҫтиәндәр). Йайай руна — оло, аҡыл менән эш иткән кеше.
    • Льактайок руна — ауылда йәшәүсе.
    • Куско льактайок — Куско ҡалаһында йәшәүсе.
  • Вакча паккарик — сығыштары буйынса ярлылар.
  • Митимаи (кечуакечуа mitmaqkunamitmaqkuna): күсенеп килгән-колонистар.
  • Һөнәрселәр.
Һалдаттар — авкак руна[31][32][33].
  • Һалдат ғәсҡәре — авкак айуктакуска:
    • Апускипай — армия генералы. Империяның бөтә ҡораллы көстәре уның ҡул аҫтындаВ подчинении имел все вооружённые силы Империи.
    • Авкак кунап апун — баш полководец.
    • Апуски Рандин — дивизияй генералы. Уға 10000 кеше буйһона.
    • Атун Апу — бригада генералы. Уға 4000-5000 кеше буйһона.
    • Ваминка руна пусарикен апу — Бҡтә капитандар өҫтөнән капитан, йәғни полковник.
    • Авкак пусарик, йәки Авкаман пусарик, йәки Апу — капитан.
    • Атун Апу Рандин — командующий урыбаҫары.
    • Апу Рандин — өлкән лейтенант; командир урынбаҫары.
    • Камайук — офицер.
    • Варанка Камайук — батальонн командиры. Уға 1000 кеше буйһона.
    • Пачак Камайук — йөҙсө, центурион. Ҡул аҫтында 100 кеше.
    • Пичка Чунка Камайук — лейтенант. Ҡул аҫтында 50 кеше.
    • Авкакта йачачик (йәки пульячикук) апу — испандарҙың «маэстро-де-кампо» чинының аналогы (ул замандағы испан армияһында 29 кешенән торған «терция» подразделениеһы командиры вазифаһы була). Функциялары билдәле түгел.
    • Чунка Камайук — кесе лейтенант. Ҡул аҫтында 10 кеше.
    • Унанчайанак — прапорщик, байраҡ йөрөтөүсе. Ҡул аҫтында 5 кеше.
    • Инантин авкакта суйучакапу — өлкән сержант.
    • Суйу чункачак — ғәсҡәр смотрын үткәреүсе өлкән сержант.
    • Авкакнинта суйучак — сержант.
    • Рунанча — йүнәлтеүсе.
    • Авкаманка аркайкамайук, йәки Амачайкамайук — гарнизон һалдаттары.
    • Пукара Камайук — копейщик.
    • Авкай пинкульу — хәрби музыкант-флейтасы.
    • Авкай ванкар, Ванкар Камайук — барабансы.
    • Кипа Камайук — һорнайсы (ағас һорнай ярҙамында сигнал бирә).
    • Чору Камайук — һорнайсы (диңгеҙ ҡабырсығы ярҙамында сигнал бирә).
    • Авканакуй камайу — тәжрибәле һалдат, ветеран.
    • Вамак авкак[руна] — яңы хәрби хеҙмәткә алынған һалдат.
  • Чапатиак или чапа — йәшерен гвардия:
    • Каумива — шпион.
Азат булмағандар
  • Акльяс (кечуакечуа aqllasqaaqllasqa): «Ҡояш ҡыҙҙары», инктарҙың әсиргә алған ҡатын-ҡыҙы (һалымдан азаттар).
  • Янаконы (кечуакечуа yanakunayanakuna): Инктың һәм Дәүләттең хеҙмәтселәре.
  • Пиньяс, ҡолдар (кечуакечуа piñakunapiñakuna): Инктарға ҡараған, әммә янакон булмаған хәрби әсирҙәр.
Башҡа категориялар
  • Инкап мичускан руна — сит илдән килгәндәр, урындағы халыҡ менән буталғандар.
  • Сару руна — бик алыҫ илдәрҙән килгән кешеләр.
  • Льактанак апуннак аму мантапурик — ватаны булмаған берәҙәктәр.
  • Апускиннак мана апускийок — нәҫелдәре булмаған, бер ниндәй кастаға ла ҡарамаған кешеләр.
  • Ача руна, или Пурумруна — батшаһы ла, закондары ла булмаған варварҙар.

Урындағы власть

үҙгәртергә

Панакиҙар хакимлыҡ итеүсе Инкының икенсе улынан дауам иткән нәҫел; улар үлгән Инкының мумияһын һаҡлай, шулай уҡ хакимдың эштәре тураһында хәбәрҙәр була. Панакиҙар хаҡында тарихсы Сармьенто де Гамбоа төплө мәғлүмәт ҡалдырған.[34]

Халыҡты контролдә тотоу системаһы

үҙгәртергә

Инкылар төрлө этностарға йоғонтоһон киңәйткәндән-киңәйтә, әммә инкылар закондарының айырым системаһына ярашлы, ғәмәлдә ҡатнаш никахтарға юл ҡуйылмай. Бының өсөн махсус рәүештә халыҡты контролләү системаһы булдырыла[35]

'Халыҡты контролдә тотоу системаһы'
Яуаплы Ғаиләләр һаны
Puriq 1 ғаилә
Pichqa kamayuq 5 ғаилә
Chunka kamayuq 10 ғаилә
Pichqa chunka kamayuq 50 ғаилә
Pachaka kamayuq 100 ғаилә
Pichqa pachaka kamayuq 500 ғаилә
Waranqa kamayuq 1.000 ғаилә
Pichqa waranqa kamayuq 5.000 ғаилә
Hunu kamayuq 10.000 ғаилә

Ҡаҙаныштар

үҙгәртергә
 
Дороги Инков

Инкылар империяһында үҫешкән транспорт һәм һуғарыу селтәрҙәре була.

Инкыларҙың юлдары

үҙгәртергә

Инкылар юл бәйләнештәрен булдыра, хатта тау һуҡмаҡтары аша ла юл һалына. Империя армияһы шул юлдарҙан бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итә ала. Уларҙың юлдарының дөйөм оҙондоғо 25 мең км-ға етә. Көньяҡ Америкала аттар булмау сәбәпле, йөк ташыу өсөн лама ҡулланыла. Юлдар махсус рәүештә кодҡа (кипу) һалынған мәғлүмәттәрҙе тапшырыу өсөн дә ҡулланылған.

Тавантинсуйула юлдарҙың оҙон булыуын иҫәпкә алғанда, 5-7 мең почта станцияһында 10-14 мең кеше[36] эшләүен күҙалларға була. Был почта станциялары 2,8 км — 2,3 км аша урынлаша, һәр станцияла ике кеше эшләй.

Инкыларҙың һуғарыу системаһы

үҙгәртергә

Һыу үткәргес

үҙгәртергә

Империяла хәрби, административ һәм дини ҡоролмалар әүҙем төҙөлә. Кускола һәм башҡа күп кенә ҡалаларҙа сифаты буйынса Римдәгеләренән ҡалышмаған һыу үткәргес һалына, тик инкылар сәләмәтлеккә зарарлы ҡурғаш ҡулланыуҙан баш тарта.

Металлургия

үҙгәртергә

Тауантинсуйу — Колумбҡа тиклемге Америкала бронза (ул ваҡытта Месоамерикала тик баҡырҙы ғына беләләр) менән таныш берҙән-бер ил. Баҡыр менән бронзанан тыш инкылар бик ҙур күләмдә көмөш, алтын һәм уларҙың башҡа металдар менән иретмәләрен иретеү менән шөғөлләнә. Инкылар хатта платина менән дә таныш була.

Керамика

үҙгәртергә

Ҡарарға: Төп мәҡәлә «Керамика инков» («Инкылар керамикаһы»)

Медицина

үҙгәртергә

Энрике Облитас Поблете 1963 йылда үҙенең «Кальавайа мәҙәниәте» тигән китабында индеецтар бағымсыларының (кальавайа халҡы вәкиле) инкылар хакимлыҡ иткән осорҙа (XVXVI) өҫтөнлөк менән файҙаланыусы каста булыуҙары һәм хакимды дауалауҙары тураһында бәйән итә. Инкылар осоронда калавайа бағымсылары бәшмәктәр һәм төрлө үҫемлектәр (унту, кукуруз һәм башҡалар)[37] ҡушылмаһынан пенициллинды аса.

Инкыларҙың дәүләт символдары

үҙгәртергә
 
Инкылар флагының тура дүртмөйөш варианты

Инкылар мәҙәниәтендә флаг әллә ни йыш ҡулланылмай, дәүләттең патриотик символы булыуға ҡарағанда ул, моғайын, император штандарты булараҡ файҙаланылғандыр. Уларҙың флагы йәйғәрҙоң ете төҫөндә булған, тигән фекер бар. Бындай флаг випхала.тип аталған

Беҙҙең көндәрҙә флагты Куско (Перу) һәм Көньяҡ Американың ҡайһы бер дәүләттәрендә инкылар мәҙәниәте мираҫы символы булараҡ файҙаланалар.

Инкыларҙың рәсми дәүләт гербы булмай[38].

Хәрби эш

үҙгәртергә

Ғәсҡәр башлыҡтары

үҙгәртергә

Мәҙәниәт һәм фән

үҙгәртергә
 
Космология инков. Три мира: Ханан Пача, Кай Пача, Уку Пача.

Инкылар төп алла булараҡ Ҡояшҡа (Инти) табына. Инкыларҙа хаким Ҡояш аллаһының ерҙәге кәүҙәләнеше тип ҡабул ителә, шуға күрә хаким тейгән һәр нәмә яндырылырға тейеш була. Ҡояш культына бәйле алтын әйберҙәр киң таралыу ала.

Инкыларҙың үлсәү берәмектәре

үҙгәртергә

Көнкүрештә, хужалыҡта, идара итеүҙә улар ҡулланған төп үлсәү берәмектәрен билдәләү бик ауыр, шулай ҙа «теләһә ниндәй әйберҙе үлсәү универсаль сараһы»[39] булыуы билдәле.

  • тупу — оҙонлоҡто һәм майҙанды үлсәү берәмеге.

Календарь

үҙгәртергә

Ҡарарға: Төп мәҡәлә: «Календарь инков» («Инкылар календары»).

Астрономия

үҙгәртергә

Ҡарарға: Төп мәҡәлә: «Астрономия инков» («Инкыларҙың астрономияһы»).

Математика

үҙгәртергә

Ҡарарға:

Инкыларҙа юпана универсаль хисаплау ҡоролмаһы тип иҫәпләнелә..

Кипу яҙмаһы

үҙгәртергә
 
Кипу яҙмаһы өлгөһө

Статистика мәғлүмәттәрен тапшырыу, эшкәртеү һәм дөйөмләштереү өсөн кипу (кечуакечуа khipukhipu) төйөнлө яҙма уйлап табыла, һәм ул ғәйәт ҙур империяға нәҡ шул ваҡыт арауығында ярҙам итә һәм уны хәҙерге заман ERP-системаларының прообразы тип иҫәпләргә мөмкин. Кипу яҙмаһы менән индеец начальниктары файҙалана, әммә 1583 йылдан, Өсөнсө Лима Соборынан һуң уны тотошлайы менән юҡҡа сығарыу башлана.[40]

Оҙаҡ ваҡыт инкыларҙың яҙмаһы булмаған, тип иҫәпләнелә.[41] Әммә 1923 йылда тарихсы Локк инкыларҙың төйөнлө ептәренең (кипу) ысынында иһә яҙма булыуын иҫбат итә.

 
Инкыларҙың күлдәктәренә, плащтарына, келәмдәренә, керо вазаларына төшөрөлгәнТокапу; инкыларҙың ҡалҡаны

Инкыларҙың туҡымаларындағы һәм керамикаһындағы һүрәттәр (токапу) идеографик яҙманың бер төрө булыуы ихтимал, тигән мәғлүмәт бар, шулай уҡ инкыларҙың алтын киҫәктәрендә йылъяҙма алып барыуҙары тураһында хроникасыларҙың күрһәтеүе күп нимә тураһында һөйләй.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Кускола стенаның бер өлөшө.
 
Саксайуаман крепосы.

Инкыларҙың архитектураһы һүрәтләүҙәр һәм күп һандағы төҙөлөш ҡалдыҡтарынан билдәле. Ифрат ҙур таштарҙан төҙөлгән ҡоролмалар (Саксайуаман крепосы) юнылған граниттан эшләнгәндәре менән алышына (Писак крепосы). Был гранит плиталар бер-береһенә тығыҙ итеп һалына, улар араһына һалыу өсөн бер ниндәй иҙмә лә ҡулланылмай. Был плиталар араһынан хатта бысаҡ та үтә алмай. Стеналары эскә ҡарай бер аҙ ауыш булған был ҡоролмалар хатта ер тетрәүҙәргә лә бирешмәй.

Тауантинсуйула бик бай музыка сәнғәте була. Империя халыҡтары төрлө тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа уйнай: оҙонса һәм арҡыры флейталарҙа (кена, таркатарка[en], пинкулью һәм башҡалар), төрлө ҙурлыҡтағы һәм юғарылыҡтағы флейта-Пана (сику — ч’ули, мальта, санка, туйу; шулай уҡ антара и чириуано), ҙур барабан (уанкар) һәм бәләкәй барабан (тинья), шулай уҡ төрлө идеофондар.[42]

Инкыларҙың музыкаһы төрлө жанрҙа була, күпселеге тынлы инструменттарҙа уйнаусылар һәм ауыл хужалығы циклы йолаларына бәйле.

Тауантинсуйуның музыка сәнғәте беҙҙең көндәргә тиклем анд халыҡтарының традицион музыкаһында һаҡланған. Әлбиттә, бер ни тиклем испан йоғонтоһо һиҙелгән өлөштәре булыуға ҡарамаҫтан, күпселек өлөшө йөҙәр йыл элек башҡарылғанса яңғырай.

Тауантинсуйула яңғыраған музыка өлгөләре:

Инкыларҙың бер нисә пьесаһы булыуы билдәле: Апу-Ольянтай, Уткха-Павкар, Суримана.

Инкыларҙың көнкүреше

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хуан де Лисарасу. «Сообщения, сделанные Доном Хуаном де Лисарасу об открытии Мохос, 1636 год». www.kuprienko.info (6 декабрь 2009). — Отрывки о легендарном Пайтити (пер. - В.В. Тюленева, 2008). Дата обращения: 6 декабрь 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
  2. Деметрио Тупак Юпанки. Учебник языка кечуа: пункт. 3.10. (пер. А.Скромницкий, 2007, Киев). Архивировано 11 июль 2012 года.
  3. Источники инков, 2013, с. 355
  4. Источники инков, 2013, с. 356
  5. Источники инков, 2013, с. 357
  6. Источники инков, 2013, с. 358
  7. Cabello Valboa, Miguel. Miscelánea antártica. Una historia del Perú antiguo. — Lima: Universidad nacional mayor de San Marcos. UNMSM, Instituto de etnología, 1951. — p. 422—423.
  8. Педро Санчо «Доклад о распределении выкупа Атауальпы». 18 июня 1533 г. Архивировано 10 июль 2012 года. (инг.)(англ.)
  9. Memoria Chilena — Documentos
  10. Исторический доклад о ходе событий восстания Хосе Габриеля Тупак-Амару в провинциях Перу 1780 года. Архивировано 9 июль 2012 года. (исп.)(исп.)
  11. Раннее государство, его альтернативы и аналоги. Волгоград, 2006. С. 134.
  12. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Вторая: Владычество Инков. Главы VI—VIII
  13. Pedro Sarmiento de Gamboa. Historia de los Incas. Madrid 2007, стр. 54-64
  14. Chiara Albertin (ed.). De las costumbres antiguas de los natureles del Peru. — Iberoamericana, Vurvuert, 2008, стр. 58-59
  15. Juan de Betanzos. Suma y Narracion de los Incas. — Madrid, Ediciones Polifemo, 2004. Edicion, introduccion y notas: Maria del Carmen Martin Rubio. ISBN 84-86547-71-7
  16. The Inca Empire. Created by Katrina Namnama & Kathleen DeGuzman 2008 йыл 27 февраль архивланған.
  17. Хуан де Самано. Доклад о первых открытиях Франсиско Писарро и Диего де Альмагро, 1526 г. www.kuprienko.info (А.Скромницкий) (8 ноябрь 2009). — Первый документ об обнаружении Перу, из книги "Colleccion de documentos ineditos para la historia de España". – Tomo V, Madrid, Imprenta de la viuda de Calero, 1844. pp. 193-201. Дата обращения: 8 ноябрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  18. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Вторая: Владычество Инков. Глава XX
  19. Инка Гарсиласо де ла Вега. «История государства Инков», — Л., 1974, книга Пятая, Глава XII, стр.294-295
  20. Инка Гарсиласо де ла Вега. «История государства Инков», — Л., 1974, книга Пятая, Глава XIV, стр.298
  21. Педро Сьеса де Леон. Хроника Перу. Часть Вторая: Владычество Инков.. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (14 января 2009). Проверено 12 ноября 2009. 21 августа 2011 года.Педро Сьеса де Леон. Хроника Перу. Часть Вторая: Владычество Инков. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (14 ғинуар 2009). Дата обращения: 12 ноябрь 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  22. Куприенко2013j, 2013
  23. Espinoza Soriano, Waldemar. Etnohistoria ecuatoriana: estudios y documentos. — Quito: Abya-Yala, 1988. — p. 135.
  24. María Rostworowski de Díez. Mercaderes del Valle e Chincha en la época prehispánica // Revista española de antropología americana. — Nº 5. — 1970. — págs. 170—171.
  25. Хуан Поло де Ондегардо. Доклад о происхождении Инков, и о том, как они расширили свои завоевания, 1572" (пер. А.Скромницкий — Киев, 2009). Архивировано 18 июль 2012 года.
  26. Discurso sobre la Descendescia y Gobierno de los Incas, 1542 // Juan de Betanzos. Suma y Narracion de los Incas. — Madrid, Ediciones Polifemo, 2004, стр. 363—364
  27. «История государства Инков», стр. 49
  28. Диего Гонсалес Ольгин. Словарь языка кечуа (1608).. www.kuprienko.info (А. Скромницкий). Проверено 6 декабря 2009. Архивировано 20 августа 2011 года.Диего Гонсалес Ольгин. Словарь языка кечуа (1608). www.kuprienko.info (А. Скромницкий). Дата обращения: 6 декабрь 2009. Архивировано 20 август 2011 года.
  29. Revista histórica; órgano del Instituto Histórico del Perú
  30. Revista histórica; órgano del Instituto Histórico del Perú, Volume 1. — Lima, 1906, стр. 219—220
  31. Resultados de la Búsqueda de imágenes de Google de http://aukawasi.rumimaki.org/image/ejercitoinca.jpg. Проверено 14 февраля 2009.Resultados de la Búsqueda de imágenes de Google de http://aukawasi.rumimaki.org/image/ejercitoinca.jpg. Дата обращения: 2009.
  32. Resultados de la Búsqueda de imágenes de Google de http://i94.photobucket.com/albums/l115/chassepot/Inca20Warriors202.jpg. Проверено 14 февраля 2009.Resultados de la Búsqueda de imágenes de Google de http://i94.photobucket.com/albums/l115/chassepot/Inca20Warriors202.jpg. Дата обращения: 2009.
  33. Historia del Ejército Ecuatoriano. Pág.14 2015 йыл 30 март архивланған.
  34. Pedro Sarmiento de Gamboa. Historia de los Incas. Madrid 2007. Miraguano, Polifemo. ISBN 978-84-7813-228-7, ISBN 978-84-86547-57-8
  35. «История государства Инков», стр. 95-96
  36. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Вторая: Владычество Инков. Глава XXI
  37. Edwin Conde Villarreal. El Periódico Boliviano (4 марта 2011). Проверено 5 апреля 2011. 25 августа 2011 года.Edwin Conde Villarreal. El Periódico Boliviano (4 март 2011). Дата обращения: 5 апрель 2011. Архивировано 25 август 2011 года.
  38. Флаг и герб Империи Инков 2017 йыл 7 август архивланған.
  39. Диего Гонсалес Ольгин. Словарь языка кечуа. 1608 г.
  40. Фернандо Мурильо де ла Серда. Письмо о знаках, использовавшихся Индейцами до завоевания, 1589 (пер. А.Скромницкий).. Архивировано 28 июня 2012 года.Фернандо Мурильо де ла Серда. Письмо о знаках, использовавшихся Индейцами до завоевания, 1589 (пер. А.Скромницкий). Архивировано 28 июнь 2012 года.
  41. «История государства Инков», стр. 356—361
  42. «История государства Инков», стр. 128—131

Һылтанмалар

үҙгәртергә