Көньяҡ-Көнсығыш Азия договоры ойошмаһы
СЕАТО (ингл. SEATO, Seato, франц. OTASE, рус. СЕАТО) — Көньяҡ-Көнсығыш Азия Договоры Ойошмаһы, Көньяҡ-Көнсығыш Азия договоры ойошмаһы (ингл. South-East Asia Treaty Organization, рус. Организа́ция Догово́ра Ю́го-Восто́чной А́зии, франц. Organisation du Traité de l'Asie du Sud-Est, тай. องค์การสนธิสัญญาป้องกันภูมิภาคเอเชียตะวันออกเฉียงใต้, бенг. সিয়াটো, вьетн. Tổ chức Hiệp ước Đông Nam Á), йәки Манила пакты (ингл. Manila Pact), Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәренең 1955—1977 йылдарҙа йәшәгән хәрби-сәйәси блогы.
Көньяҡ-Көнсығыш Азия договоры ойошмаһы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 8 сентябрь 1954 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | OTASE |
Дәүләт | Таиланд |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Бангкок, Таиланд |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 30 июнь 1977 |
Көньяҡ-Көнсығыш Азия договоры ойошмаһы Викимилектә |
Манила пактын төҙөү
үҙгәртергәКөньяҡ-Көнсығыш Азияны Коллектив Һаҡлау Договорына (Көньяҡ-Көнсығыш Азия Договоры, ингл. Southeast Asia Collective Defense Treaty), йәки СЕАТО ойошмаһын төҙөү тураһында Манила договорына (Манила пакты) 1954 йылдың 8 сентябрендә ҡул ҡуйыла. 1954 йылдың 2 декабрендә ратификациялау ярлығын Таиланд индерә. 1955 йылдың 1 февралендә АҠШ Сенаты ратификациялай, ә 4 февралдә уға АҠШ президенты ҡул ҡуя. 1955 йылдың 19 февраленә ратификацияланған ярлыҡтарҙы документҡа ҡул ҡуйған бөтә илдәр ҙә индерә, ләкин рәсми йәһәттән СЕАТО ойошмаһы 1956 йылда барлыҡҡа килә.
СЕАТО символикаһы
үҙгәртергә1959 йылда СЕАТО-ның үҙ флагы һәм эмблемаһы барлыҡҡа килә. СЕАТО-ның девизы: берҙәмлек, тыныслыҡ, прогресс (ингл. Unity, Peace, Progress).
СЕАТО составы
үҙгәртергә- Австралия,
- Бөйөк Британия,
- Яңы Зеландия,
- Пакистан (1972 йылға тиклем),
- АҠШ,
- Таиланд (1975 йылға тиклем),
- Филиппин,
- Франция (1974 йылға тиклем).
СЕАТО партнёрҙары булалар:
- Көньяҡ Корея(Корея Республикаһы)
(Вьетнамға ғәскәрҙәрен ебәрә), - Көньяҡ Вьетнам (Вьетнам Республикаһы)
(договорға ҡул ҡуйған мәлгә Камбоджа менән бергәләп Француз Берлегенә ингән була, 1975 йылда Вьетнам Республикаһы йәшәүҙән туҡтай).
СЕАТО-ның маҡсаттары һәм принциптары
үҙгәртергәАҠШ тәҡдиме буйынса ойошторолған хәрби-сәйәси төркөм асылда Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы милли-азатлыҡ хәрәкәттәре (башлыса коммунистик һәм башҡалар) менән көрәшкә йүнәлеш тота. НАТО-нан айырмалы, СЕАТО договоры ҡатнашыусыларының берәйһенә һөжүм автоматик рәүештә башҡаларға ла һөжүм тип ҡаралмай, һәр ҡатнашыусы СЕАТО-лағы күмәк эш-ғәмәлде булдырмай ҡалырға хоҡуҡлы. Әммә, Манила договорына ярашлы (4-се статья), СЕАТО-ла ҡатнашыусылар, «договор йоғонтоһо аҫтындағы районда» уларҙың берәйһенә ҡарата ҡораллы «агрессия» яһалған осраҡта, «был дөйөм хәүефте еңеп сығыу өсөн үҙ конституцион процедураларына ярашлы эш итергә» һәм «агрессия янағанда» консультациялар бирешергә йөкләмә ала. Манила договоры башҡа илдәргә лә ҡағыла ала, сөнки был договорҙың 8-се статьяһына ярашлы, СЕАТО-ның тәьҫир итеү зонаһына «тотош Көньяҡ-Көнсығыш Азия районы», шул иҫәптән договорлашҡан Азия илдәренең бөтә территориялары һәм «Тымыҡ океандың төньяҡ киңлектәге 21 градус 30 минуттан төньяҡтараҡ ятҡан өлөштәренән тыш, Тымыҡ океандың тотош көньяҡ-көнсығыш өлөшө» инә. 1954 йылғы Женева кәңәшмәһенең Вьетнамдағы, Лаостағы һәм Камбоджалағы хәлде сәйәси көйләү принциптары һәм уларҙың суверенитетын хөрмәт итеү тураһындағы ҡарарҙарына ҡаршы барып, Манилалағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Манила договорының йоғонтоһон Көньяҡ Вьетнамға, Лаосҡа һәм Камбоджаға таратҡан өҫтәмә протоколға ҡул ҡуя.
СЕАТО-ның төҙөлөшө
үҙгәртергәМинистрҙар советы СЕАТО-ның юғарғы органы була, уның сессиялары йыл һайын үткәрелә. Генераль секретарь етәкселегендәге Вәкилдәр советы даими эшләгән орган була. Министрҙар советына Хәрби кәңәшселәр комитеты («Хәрби планлаштырыу комитеты») буйһона. НАТО-нан айырмалы, СЕАТО-ла берләштерелгән командование булмай. Штаб-фатиры Бангкокта (Таиланд) урынлашҡан була. СЕАТО сиктәрендә хәрби-диңгеҙ, хәрби-һауа һәм ҡоро ер манёврҙары үткәрелә.
СЕАТО-ның генераль секретарҙары исемлеге:
Блок эшмәкәрлегенең башы
үҙгәртергәБлок АҠШ-тың Вьетнамдағы граждандар һуғышына ҡыҫылыуын хуплай, әммә был ҡыҫылыу әүҙемләшкәс (1965 йыл), ойошмала уның ағзаларының бер фекергә килә алмауына бәйле кризис билдәләре күренә башлай. Халыҡ-ара хәлдәрҙә көсөргәнешлелек кәмей барыуы ла быға үҙ өлөшөн индерә. Договорға ҡул ҡуйған мәлдән үк Францияның ҡыҙыҡһыныуы һүрәнләнә бара. Франция 1965 йылдан Совет сессияларына йөрөмәй, шунан СЕАТО-ның хәрби эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙан баш тарта, ә 1973 йылда 1974 йылдың 30 июненән ойошмаға аҡсалата иғәнәне түләмәйәсәге тураһында белдерә, шулай итеп, уның ағзаһы булыуҙан туҡтай.
Бөйөк Британияның СЕАТО ағзаһы булыуға мәнфәғәте көслөрәк була, ләкин 1957 йылда Малайяға үҙаллылыҡ бирелгәндән, 1963 йылда Малайя, Сингапур, Сәбәх (Төньяҡ Борнео) һәм Саравак штаттарынан Малайзия Федерацияһы ойошторғандан, әммә айырыуса Индонезия менән Малайзия араһында 1963—1966 йылдарҙағы бәрелештәрҙән һуң уның да ҡыҙыҡһыныуы кәмей.
СЕАТО-ны таратыу
үҙгәртергә1971 йылда Пакистандың көнсығыш өлөшөнөң айырылып сығыуы һәм был территорияла бойондороҡһоҙ Бангладеш Халыҡ Республикаһын иғлан ителеү Исламабадҡа ойошмала ҡатнашыуҙың мәғәнәһен ҡалдырмай. 1972 йылдың 7 ноябрендә Пакистан СЕАТО-нан сыға[1]. Америка ғәскәрҙәрен Вьетнамдан сығарғас, СЕАТО-ның абруйы бөтә. СЕАТО күмәк хәүефһеҙлекте ойошторорға һәләтһеҙ булып сыға. 1975 йылда Таиланд блоктан сыға, быға күп йәһәттән Һинд-Ҡытай илдәрендә власҡа коммунистар килеүе (Төньяҡ Вьетнамдың Көньяҡ Вьетнамды еңеүе, 1975 йылдың апрелендә Кампучияла власҡа «ҡыҙыл кхмерҙар» килеүе, шул уҡ йылдың декабрендә коммунистик баш күтәреүселәрҙең Лаоста монархияны ҡолатыуы) сәбәпсе була. Көньяҡ-Көнсығыш Азияла коммунистик көстәрҙең нығына барыуы шарттарында СЕАТО-ның Министрҙар советы ағза илдәрҙең ризалығы менән ойошманы таратыуға әҙерлек тураһында ҡарар сығара (1975 йылдың сентябре). 1976 йылда Вьетнамдың ике өлөшөнөң берләшеүе тураһында иғлан ителә, ә 1977 йылдың 30 июнендә СЕАТО формаль таратыла.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Большая Советская энциклопедия, издание третье, М., стр. 476.
- Мерзляков Н. С. СЕАТО, М, 1958.
- Советский энциклопедический словарь.
- Klaus Bollinger: NATO, CENTO, SEATO, OAS : imperialistische Paktsysteme, Berlin 1964. (нем.)(нем.)
- Kai Dreisbach : USA und ASEAN. Amerikanische Aussenpolitik und regionale Kooperation in Südostasien vom Vietnamkrieg bis zur Asienkrise, Trier 2004, ISBN 3-88476-656-2. (нем.)(нем.)
- Herman Kinder og Verner Hilgemann. Munksgaards atlas verdenshistorie bind 2. Munksgaard, 1991:239. (дан.)(дан.)
- Thorsten Thurèn, Kold krig og fredelig sameksistens.Munksgaard, 1978:158. (дан.)(дан.)
- Wah Kin Chin, Suryadinata Leo. Michael, Leifer Selected Works on Southeast Asia. (инг.)(инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный текст Манильского договора 1954 года (инг.)(инг.)
- Seidler: Die SEATO. Dresden 2004 (Hausarbeit) (нем.)(нем.)
- rulers.org (инг.)(инг.)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- АНЗЮК
- АНЗЮС
- НАТО
- Америка дәүләттәре ойошмаһы
- СЕНТО (Багдад пакты)
- Көньяҡ Атлантик договор ойошмаһы
- Вьетнам һуғышы
- ↑ Международный ежегодник. Политика и экономика. 1972 / М., Государственное издательство политической литературы — С. 297.