Көнсығыш славян телдәре
Көнсығыш славян телдәре — һинд-европа телдәре ғаиләһенең славян тармағы составындағы төркөм. Көнсығыш Европала һәм Азияның төньяҡ өлөшөндә таралған. Был төркөмдөң тере телдәре — белорус теле, урыҫ һәм украин телдәре. XIII—XIV быуаттарҙағы боронғо рус теле[1][2] көнсығыш славян төркөмөндәге бөтә телдәрҙең ата-бабаһы тип иҫәпләнә (ҡайһы бер тикшеренеүселәр боронғо рус теле яҙма-әҙәби тел булған, ә көнсығыш славян телдәренең формалашыуы праславян теленең тарҡалыуы менән бәйле тигән теорияны яҡлай) [3].
Көнсығыш славян телдәре | |
Таксон |
группа |
---|---|
Ареал |
Рәсәй, Украина, Белоруссия, Приднестровье[lower-alpha 1], Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Прибалтика |
Телде белеүселәр һаны |
240 миллионға тиклем |
Классификация | |
Категория | |
Состав | |
3 (4) хәҙерге тел | |
Бүленгән ваҡыты | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Классификацияһы
үҙгәртергәБелорус теле, урыҫ һәм украин теле хәҙерге көнсығыш славян телдәренә ҡарай, шулай уҡ, ғәҙәттә диалект тип иҫәпләнһә лә, көнсығыш славян төркөмөнөң дүртенсе тере теле - русин телен атайҙар,[4] уның үҙ аллы тел булараҡ статусы фәнни бәхәс предметы булып тора[5]. Көнсығыш славян телдәренән: төркөмдәге бөтә телдәрҙең уртаҡ ата бабаһы — боронғо рус теле; Бөйөк Литва кенәзлегенең яҙма теле — көнбайыш рус теле, шулай уҡ үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған боронғо новгород диалекты[6] үле тел булып тора.
Айырымлыҡтары
үҙгәртергәКөнсығыш славян телдәре башҡа славян телдәре төркөмдәренән түбәндәге үҙенсәлектәре менән айырыла:
Фонетикаһы
үҙгәртергәX быуатта «у» и «’а»-ға үҙгәргән «о» и «е» (ǫ, ę) танау һуҙынҡылары юғала.
Праславян телендәге *or, *ol, *er, *el ойоштормалары (славян телдәрендә талғын һуҙынҡы өндәрҙең метатезаһы) тартынҡылар араһындағы позицияла тулы тауышлы -оро-, -оло-, -ере-, -ело- ойоштормаларына әйләнә. Миҫал: рус. «город», «болото», «молоко», «берег», бел. «горад», «малако», «бераг» һүҙҙәренә пол. gród, błoto, mleko, brzeg, бор. славян — «градъ», «блато», «млѣко», «брѣгъ» һүҙҙәре тура килә[7].
Башланғыс көнсығыш славян o-ға көньяҡ славян һәм көнбайыш славян телдәрендә даими рәүештә je- ойоштормаһы тап килә. Миҫал: рус. «один», «озеро», «олень», бел. «адзін», «возера», «алень», укр. «один», «озеро», «олень», болг. «един», «езеро», «елен», иҫке славян «jeden», «jezero», «jelen» [7].
Боронғо рус телендә тәүге осорҙа дөйөм славян яңғырау веляр шартлаулы артҡы тел g тартынҡыһы булған, ул рус әҙәби телендә («г»), ә украин һәм белорус телдәрендә (һәм көньяҡ рус диалекттарында) яңғырау веляр спирант йәки яңғырау фрикатив артҡы тел γ-гә күскән; Ю. В. Шевелёв буйынса, бындай күсеү XII быуаттың 2-се яртыһы — XIII быуат башына тура килә. Әммә Аванесов Рубен Иванович был күсеү ҙе XI — XII быуаттың 1-се яртыһы тип билдәләй[8]), ә XVI быуатта украин телендә был өн яңғырау фрикатив глотталь ɦ тартынҡыһына әүерелгән. Көнбайыш славян телдәрендә (бойондороҡһоҙ һәм башҡа ваҡытта барған): чех, словак һәм үрге лужиц телдәрендә лә шуға оҡшаш күсеү булған[9].
- tj, *dj - j менән ойоштормалар барлыҡҡа килтергән тартынҡыларҙың «ч»-ға, «дж» праславян ойоштормалары (рус телендә «ж»-ға тиклем ябайлаша), көньяҡ славяндарҙағы «шт», «жд» һәм көнбайыш славяндарҙағы «ц», «дз»-ға үҙгәреүе. Миҫал: рус. свеча, рожаю, укр. свічка, народжую, бел. свечка, нараджаю пол. świeca, rodzę, бор. славян — свѣшта, рождаѭ}} тигәнгә тура килә; *stj, zdj ойоштормалары тәбиғи сүрәттә украин һәм белорус телдәрендә «шч» («щ»), «ждж» формаһында һаҡланған һәм рус телендә /ш:/, /ж:/ һымаҡ ябайлашҡан.
Ирен тартынҡыларының j менән праславян ойоштормалары бөтә позицияларҙа ла эҙмә-эҙлекле эпентетик «л»-ға әүерелгән. Көнбайыш славяндарҙа ул тик башланғыс позицияла ғына урын алған, ә көньяҡ славян телдәрендә эҙмә-эҙлекле үҫешмәгән. Миҫал: рус. плюю, земля пол. pluję, ziemia тап килә[10].
Редукцияланған һуҙынҡыларҙың яҙмышы
үҙгәртергәXII—XIII быуаттар осоронда праславян редукцияға бирелгән һуҙынҡы өндәр — «ъ» һәм «ь» һуҙынҡылары юҡҡа сыҡҡан. Бөтә көнсығыш славян телдәре өсөн көсһөҙ позицияла «ъ» һәм «ь» төшөп ҡалыуы һәм көслө позицияла эҙмә-эҙлекле «о» һәм «е»-ға күсеүе күҙәтелгән:
- боронғо рус сънъ > рус. укр. бел. сон
- боронғо рус съна > рус. укр. бел. сна
- боронғо рус пьнь > рус. укр. бел. пень
- боронғо рус пьня > рус. укр. бел. пня
Ошо уҡ өндәрҙең [j] алдынан позицияларҙа һәм баҫымһыҙ «р», «л» артынан, редукцияға бирелгән көсөргәнешле «ы», «и̌» тип йөрөтөлгән өндәрҙең яҙмышы, бер яҡтан рус телендә һәм икенсе яҡтан, белорус, украин телдәрендә айырыла.
- Киләсәктә рус телендә улар бөтә осраҡтарҙа ла көсөргәнешһеҙ булған өндәр менән ҡушылды: бор. рус теле — ши̌я, мы̌ю, трьвога, глътати > рус теле — шея, мою, тревога, глотать.
- Киләсәк украин һәм белорус телдәрендә улар тулы рәүешле һуҙынҡылар «ы», «и» менән ҡушылды: бор. рус теле — ши̌я, мы̌ю, трьвога, глътати > укр. теле — шия, мию, тривога, глитати, белор. теле — шыя, мыю, трывога, глытаць.
Артабан редукцияға бирелгән һуҙынҡыларҙың төшөүе һәм вокалләшеү һөҙөмтәләре һуңғараҡ фонетик процестар: (украин телендә) «ы» һәм «и», шышылдаусыларҙың ҡатыланыуы һәм «р» (белорус телендә) тура килеүе, боронғо рус телендә ['е] > ['о]-ға (бөтә өс телдә лә) өлөшләтә күсеүе кеүек фонетик процестар менән тоноҡлана. Рус телендә көньяҡ славян йоғонтоһо ҡайһы бер осраҡтарҙа баҫымһыҙ «о» (< «ы̌»), «е» (< «и̌»)-ның «ы», «и»-ға: старый, крайний алмашыуына килтерә.
Праславян һәм боронғо урыҫ телдәрендәге *jь- башланғыс ижектә украин һәм белорус телдәрендә дөйөм ҡағиҙәләр буйынса көсөргәнешле редукцияға бирелеп, үҙгәргән, ләкин рус телендә "и"гә күскән: праславян *jьstina, *jьměti > рус. истина, иметь, укр. істина, мати, бел. ісціна, мець.
Украин телендә боронғо «о», «е» ижектәре үҙгәргән, һуңынан улар артабанғы ижектә көсһөҙ «ъ», «ь»-ларҙы юғалтҡандан һуң ябылған өнгә әйләнгән: «о», «е» оҙонайған һәм дифтонгланған: «конь» > «ко̄нь» > «куо͡нь» (дифтонгтың артабан «и»-ға үҙгәреүе менән: «кінь»).
Лексикаһы
үҙгәртергәКөнсығыш славян телдәре лексикаһының төп өлөшө праславян теленән мираҫ булып күскән, бынан тыш, көньяҡ славян һәм көнбайыш славян телдәренә хас булмаған үҙенсәлекле көнсығыш славян элементтары, шулай уҡ айырым көнсығыш славян телдәрендә һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән һүҙҙәр табылған. Көнсығыш славян телдәре лексикаһында шулай уҡ төрки, фин-уғыр, самодий, балтика, иран, төрлө герман (гот, боронғо скандинав), кавказ һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр осрай. Рус телендә боронғо үҙләштерелгән һүҙҙәр — көнбайыш европа телдәренән (тәү сиратта француз, немец, яңы осорҙа — инглиз теле) билдәләнә. Украин һәм белорус телдәрендә поляк лексикаһының йоғонтоһо һиҙелә.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙерге көнсығыш славян телдәре тарихы XI быуаттан башлап һаҡланып ҡалған яҙма ҡомартҡылар буйынса еңел күҙәтелә. Хәҙерге көнсығыш славян телдәре бер сығанаҡҡа — боронғо рус теленә барып тоташа.
XI быуатта көнсығыш славяндар Боронғо Русь дәүләте составына ингән. Көнсығыш славяндар биләгән территорияларҙа берҙәм боронғо рус теле барлыҡҡа килә башлаған. Боронғо урыҫ һөйләү теленең фонетик, лексик һәм морфологик сифаттары менән айырылып торған территориаль диалекттары бар.
XII быуат аҙағында — XIII быуат башында Киев дәүләте тарҡала, ошоноң һөҙөмтәһендә берҙәм боронғо рус теле барлыҡҡа килеү процесы туҡтап ҡала. Уның айырым территориаль диалекттары нигеҙендә XIV быуаттан алып үҙ аллы туғандаш көнсығыш славян телдәренең барлыҡҡа килеүе башлана, һөҙөмтәлә улар рус, белорус һәм украин телдәренә әүерелә.
Яҙмаһы
үҙгәртергәX быуат аҙағынан христианлыҡ (мәсихселек) таралыуы айҡанлы, көнсығыш славяндары Болгариянан килгән яҙмаға эйә була. XI—XII быуаттарҙа глаголица менән яҙылған яҙыуҙар бик һирәк осрай (Городищелағы Благовещен сиркәүе, Новгородтағы София сиркәүе). Хәҙерге көнсығыш славян телдәре кириллица нигеҙендәге алфавиттарҙы файҙалана.
Көнсығыш славян билдәләре XI быуат иҫке славян теле ҡомартҡыларында: Остромир инжилында (евангелие-христиандарҙың китабы) һәм Новгород кодексында табылған.
Туҙ грамоталары — Боронғо Рустең XI—XV быуат яҙмаһы ҡомартҡылары билдәле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Төньяҡ славян телдәре
- Көнбайыш славян телдәре
- Көнсығыш славяндар
- Славяндар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Иванов В. В. Древнерусский язык // Лингвистический энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. Архивировано из первоисточника 9 июнь 2018.
- ↑ Хабургаев Г. А. Древнерусский язык // Языки мира: Славянские языки / РАН. Институт языкознания; Ред. колл.: А. М. Молдован, С. С. Скорвид, А. А. Кибрик и др. ― М.: Academia, 2005. — С. 418.
- ↑ Українська мова: Енциклопедія / Редкол. Русанівський В.М., Тараненко О.О., Зяблюк М.П. та ін. – 2-ге вид., випр. і доп. – К. : Вид-во "Українська енциклопедія" ім. М.П.Бажана, 2004. – 824с.
- ↑ Русинська мова. // Українська мова: Енциклопедія. ІНСТИТУТ МОВОЗНАВСТВА імені О. О. ПОТЕБНІ НАН УКРАЇНИ. Київ, вид-во «Укр. енцикл.», 2004.
- ↑ Подробнее см. Rusyn language и Русинский язык.
- ↑ академик Андрей Анатольевич Зализняк. Об истории русского языка. Лекция прочитана 24 февраля 2012 года в школе «Муми-тролль». Дата обращения: 5 июль 2015. Архивировано 26 июнь 2015 года.
- ↑ 7,0 7,1 Иванов, 1990, с. 58
- ↑ Иванов, 1990, с. 96
- ↑ Shevelov G. Y. On the Chronology of h and the New g in Ukrainian // Harvard Ukrainian Studies. — Cambridge: Harvard Ukrainian Research Institute, 1977. — Vol. 1, no. 2. — P. 137–152. Архивировано из первоисточника 17 июнь 2021.
- ↑ Иванов, 1990, с. 61
- ↑ халыҡ-ара танылған Молдавия территорияһының географик төбәге, ләкин уның ҙурыраҡ өлөшө танылмаған һәм өлөшләтә танылған Приднестровье Молдавия Республикаһы контролендә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Восточнославянские языки // Лингвистический энциклопедический словарь / Гл. ред. В. Н. Ярцева. — М.: Сов. энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5852700312.
- Древнерусский язык // Российский гуманитарный энциклопедический словарь: В 3 т. — М.: Гуманит. изд. центр ВЛАДОС: Филол. фак. С.-Петерб. гос. ун-та, 2002.
- Иванов В. В. Историческая грамматика русского языка. — М.: Просвещение, 1990. — 400 с. — ISBN 5-09-000910-4.
- Кондрашов Н. А. Восточнославянские языки // Славянские языки. — М.: Просвещение, 1986. — С. 67—107.
- Русинов Н. Д. Древнерусский язык. — М.: Высшая школа, 1977.
- Филин Ф. П. Образование языка восточных славян. — М.: URSS (Красанд), 2010. — 296 с. — ISBN 978-5-396-00218-0.
- Филин Ф. П. Происхождение русского, украинского и белорусского языков: Историко-диалектологический очерк. — М.: Едиториал УРСС, 2009. — 656 с. — ISBN 9785397008280, 5397008281.