Күгиҙел
Күгиҙел (рус. Кугидель) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 538 кеше[1]. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810007.
Ауыл | |
Күгиҙел | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАуылға халыҡ һорауы буйынса яҡын тирәлә аҡҡан Күгиҙел йылғаһы (Һаҡмар йылғаһының һул ҡушылдығы, күк һәм иҙел һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән[2]) исеме бирелгән[3].
Географик урыны
үҙгәртергәСуҡҡарағас тау йылғаһы буйында, Ирәндек һыртының битләүендә урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәТораҡ пункты 1929 йылда[4] «Һәүәнәк ит совхозының» малсылыҡ фермаһы ойошторолоу сәбәпле барлыҡҡа килә. Тәүге осор ул «Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы» тип йөрөтөлгән. Һуңыраҡ Комсомол ауылы тип исемләнә башлаған, сөнки тәүге нигеҙ һалыусылар һәм төпләнеүселәр башлыса 1920—1930-сы йылдарҙағы комсомолдар һәм йәштәр була[3]. Шулай уҡ 1-се бүлексә, Билал точкаһы исемдәре аҫтында билдәле[4].
1990-сы йылдарҙың аҙаҡтарында, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, ауылдың исеме яҡында аҡҡан йылға исеменән Күгиҙел тип үҙгәртелә.
2007 йылдың 10 сентябренә тиклем рәсми исеме Һәүәнәк совхозы фермаһы[5].
Бөгөнгө көнө
үҙгәртергәАуылда балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана, мәсет бар[3]. Мәктәп уҡыусылары Билал ауылы мәктәбендә уҡыйҙар, уларҙы автобус менән йөрөтәләр. Шулай уҡ Билал фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Күгиҙел ауылы халҡын хеҙмәтләндерә[6].
Билал ауылы мәҙәниәт йорто халыҡ араһында ҙур эш башҡара. Төрлө акциялар, байрамдар үткәрелә. «Осҡон» халыҡ бейеү ансамбле, «Ынйылар» фольклор ансамбле ойошторолған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләп килә. Күгиҙел ағинәйҙәре (етәксеһе Сания Манапова) өсөн махсус бүлмә бүленгән, улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында төрлө саралар үткәрә[7]. Күгиҙел ауылы 2021 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашты, уның сиктәрендә бик күп файҙалы саралар, байрамдар үткәрелде, шулар иҫәбендә ҡаҙ өмәһе[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 92 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 459 | ||||
1999 йыл 12 ғинуар | 571 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 411 | 218 | 193 | 53,0 | 47,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауылда башлыса бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй. Ҡыпсаҡ, тамъян ырыуына ҡарағандар ҙа бар. Аралар: тарамыштар, торналар, игәүҙәр, ҡара ҡурғаштар[9]
Топонимдары
үҙгәртергә— Күгиҙел ауылы янында боронғо ҡала-ҡәлғә ‒ Ханҡала (Һаңғала) урынлышҡан;[10]
— Суҡҡарағас йылғаһы;
— Күгиҙел йылғаһы;
— Ҡыҙылъяр йылғаһы;
— Мунсаҡ, Муллатау, Сейәлетау, Һанҡала, Йәрмәк, Һаҡтау, Аҡтүш, Сыбарат, Йәрмәт тауҙары;
— Суҡҡарағас ташы, Ҡоҙғонташ, Тарыуҙыташ (Дарыуташ), Тағанташ ҡаялары;
— Матурҡай шишмәһе;
— Ғәйзән ҡотоғо;
— Бабай һаҙы;
— Вәлимә баҫҡан;
— Ҡыҙыҡай түбәһе;
— Моңдо ҡотоҡ;
— Аҙнабикә ташы; Оһҡон ташы;
— Фельдшер кисеүе, Оло кисеү, Батырхан кисеүе;
— Ҡарағай һаҙ, Иштимер аҙашҡан урмандары;
— Шаҙағай юлы, Мәмелә юлы, Сәкәнтау юлы;
— Аҡҡуян буйы, Стан буйы, Матурҡай буйы, 33 (гектарына ҡарап ҡушылған), Ҡымыҙный, Ханҡала буйы, Вәлимә баҫҡан, Ханҡала аҫты, Мунсаҡ арты, 75 сабынлыҡ-бесәнлектәр;
— Большевиктар соҡоро (зыярат);
— Биреле һаҙ, Япар һаҙ[9].
Урамдары
үҙгәртергәАуылдың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Яныбаев Рәдиф — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы[3]
- Рәфис Сирусин — йырсы, «Юлдаш йыры» республика асыҡ конкурсы еңеүсеһе
- Алмас Сирусин — йырсы.
Видеояҙмалар
үҙгәртергә— Күгиҙел ауылы артистары башҡарыуында "Азамат"бейеүе
— Баймаҡ районы Күгиҙел ауылынан 76 йәшлек Баһауитдинова Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. 79 бит
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 4,0 4,1 [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5]
- ↑ Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572
- ↑ Йәшлек. 25 ФЕВРАЛЬ 2019 Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал…
- ↑ Һаҡмар. 19 ғинуар 2022. Күгиҙелдәр — сәләмәт тормош яҡлы 2022 йыл 4 апрель архивланған.
- ↑ Сайт министерства сельского хозяйства РБ. 21 ноябрь 2021. Ҡаҙ өмәһе үтте
- ↑ 9,0 9,1 Ғүмәров З. И., 11-се класс. Фәнни етәксеһе: Ғүмәрова З. Ф. БАЙМАҠ РАЙОНЫ КҮГИҘЕЛ АУЫЛЫНЫҢ ТОПОНИМДАРЫ
- ↑ Йәшлек. 15 ҒИНУАР 2013. Айҙар МӘЖИТОВ. Тыуған ерем — алтын бишек
- ↑ Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |