Кузин Александр Михайлович
Ку́зин Александр Михайлович (17 (30) май 1906 йыл— 26 июль 1999 йыл) — ғалим-биофизик, радиобиолог. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1960). 1946 йылдан КПСС ағзаһы.
Кузин Александр Михайлович | |
рус. Александр Михайлович Кузин | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 (30) май 1906 или 17 май 1906[2] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 26 июль 1999[2] (93 йәш) |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | биолого-почвенный факультет МГУ[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1938) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМәскәү университетының физика-математика факультетының химия бүлеген (1929), һуңынан инде шул ваҡытҡа булған химия факультетының органик химия кафедраһында аспирантураны тамамлай.
1930—1938 йылдарҙа 1-се Мәскәү медицина институтында эшләй. Биология фәндәре докторы (1938)[4]. 1938—1951 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) — 3-сө Мәскәү медицина институты профессоры, кафедра мөдире.
Һуғыш ваҡытында фронт өсөн вакциналар һәм сывороткалар етештергән Микробиология институтында эшләй. 1947 йылда А. И. Опариндың саҡырыуы буйынса СССР Фәндәр академияһының А. Н. Бах исемендәге Биохимия институтында үҫемлектәрҙә углеводтар фотосинтезы биохимияһы лабораторияһын етәкләй.
1950 йылда СССР Фәндәр академияһының биология фәндәре бүлеге янында радиоавтография һәм радиохроматография ысулдарын эшләү өсөн биофизика, изотоптар һәм нурланыштар лабораторияһын ойоштора. Ионлаштырыусы нурланыштың тере организмдарға тәьҫир итеү механизмын, күҙәнәктең тәбиғи һаҡланыу молекуляр реакцияһын өйрәнә.
СССР Фәндәр академияһының Биофизика институтын ойоштороусы һәм тәүге директоры (1952—1957), һуңынан СССР Фәндәр академияһының Биофизика институтының радиобиология бүлеге мөдире. СССР Фәндәр академияһы Президиумының биофизика, изотоптар һәм нурланыштар лабораторияһын Биологик физика институты итеп үҙгәртеү тураһында беренсе ҡарары 1952 йылдың 8 авгусында барлыҡҡа килә, һәм 1953 йылдың ғинуарында СССР Фәндәр академияһы Президиумының ҡарары менән А. М. Кузин был яңы институттың директоры итеп раҫлана.
«Биофизика» (1956—1961) һәм «Радиобиология» (1961—1989) журналдарының баш мөхәррире.
Төп хеҙмәттәре биохимия һәм ионлаштырыусы нурланыштың тере организмдарға тәьҫиренең молекуляр нигеҙҙәре, атап әйткәндә күҙәнәктең радиациянан зарарланыуы буйынса. Үҫемлектәрҙең нурланыш алған туҡымаларында үҫеш ингибиторҙары барлыҡҡа килеүен аса (1968). Радиобиологияла структур-метаболик теория авторы (1970—1986).
Ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Лимфоид күҙәнәктәренең нурланыштан үлеү механизмдарын өйрәнгәне өсөн СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1987)..
1957 йылдан — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы ионлаштырыу радиацияһы буйынса комитет эксперты. Ғалимдарҙың ядро һуғышына ҡаршы Пагуош хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Был өлкәләге ҡаҙаныштары билдәһе булараҡ Лидс университетының honoris causa докторы исеменә лайыҡ була, был маҡтаулы исемдең танытмаһы Бөйөк Британия королеваһы Елизавета ҡулынан бирелә.
Дон зыяратында ерләнгән[5].
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәҒилми эшмәкәрлеге барышында 8 шәхси монография, 8 коллектив монография, 30 фәнни-популяр мәҡәлә, 2 дәреслек һәм 500-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтырып сығара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #126550050 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Кузин Александр Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Хронологический свод памятных юбилейных дат Российской академии наук. 2006 год.
- ↑ Могила А. М. Кузина
Әҙәбиәт
үҙгәртергәӘҫәрҙәре исемлеге
үҙгәртергә- Радиационная биохимия, М., 1962;
- Молекулярные механизмы биологического действия радиации высоких энергий, М., 1968;
- Структурно-метаболическая гипотеза в радиобиологии, М., 1970;
- Проблемы радиобиологии, М., 1970;
- Радиобиология клеточного ядра, М., 1973.
- «Душа. Информация. Смысл жизни», Пущино: ОНТИ ПНЦ АН СССР, 1991.
- Роль природного радиоактивного фона и вторичного биогенного излучения в явлении жизни. — М.: Наука, 2002. — 79 с. — 500 экз. — ISBN 5-02-006416-5.
Библиография
үҙгәртергә- Акоев И. Г. Кузин Александр Михайлович // Большая медицинская энциклопедия / Гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — Т. 12. — 536 с.
- Кузин Александр Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»
- Профиль Александра Михайловича Кузина РФА рәсми сайтында