Клоков Всеволод Иванович

(Клоков Всеволод Иванови битенән йүнәлтелде)

Клоков Всеволод Иванович (25 июнь 1917 йыл — 11 октябрь 2004) — тарих фәндәре докторы, профессор, Украина Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Украина Дәүләт премияһы лауреаты, Украинаның атҡаҙанған фән эшмәкәре, Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинала, Чехословакияла партизан көрәшенең актив ҡатнашыусыһы, партизан бригадаһы комиссары.

Клоков Всеволод Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 25 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡытаутамаҡ
Вафат булған көнө 11 октябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих[1] һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы[1]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Государственная премия Украины в области науки и техники орден «За заслуги» II степени орден «За заслуги» I степени Почётный знак отличия Президента Украины Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены орден Богдана Хмельницкого III степени медаль «Защитнику Отчизны»

Биографияһы

үҙгәртергә

Клоков Всеволод Иванович 1917 йылдың 25 июнендә Силәбе өлкәһенең Усть-Катав ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1947 йылдан КПСС ағзаһы. Урта мәктәптә уҡый, артабан рабфакта белем ала.

1932 йылда ВЛКСМ-ға инә. 1934 йылда Томск тимер юл транспорты инженерҙарының электромеханика институтына инә. 1939 йылда уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, уҡытыу эшенә ҡалдырыла. Студенттарға лекциялар уҡыуын ғилми-тикшеренеү эштәре менән бергә алып бара.

Совет-герман һуғышы башланғанда Клоков Белоруссияла була. Артиллерия подразделениелары составында немец-фашист илбаҫарҙары менән тәүге ҡаты алыштарҙы Минскиҙың көнбайышында ҡаршылай. И. Клоков еткәселек иткән пушка расчеты гитлерсыларҙы һәм уларҙың техникаһын уңышлы ҡыйрата.

Гомель районында В. И. Клоков һуғышҡан полк ҡамауға эләгә. Аяуһыҙ һуғышта совет яугирҙары ҡамауҙы өҙөп, көнсығышҡа сығырға тырыша. Белорус урмандары аша, дошман ҡулында ҡалған ауыл һәм ҡалаларҙы урап үтеп, 26 совет яугиры, улар араһында И. Клоков та була, 1941 йылдың октябрендә Чернигов өлкәһенең партизан отрядының бер төркөмөнә ҡушыла.

Уларҙы «26 төркөмө» тип атайҙар, һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар иң яҡшы хәрби төркөм була. Оло ерҙән тәүге партия шартлатҡыстар алынғас, В. И. Клоков махсус ойошторолған диверсия төркөмөнә индереүҙәрен үтенә. Унда ул мина-шартлатыу эшен өйрәнә һәм квалификациялы шартлатыусы булып китә.

1943 йылдың 11 мартында Чернигов өлкәһенең партизан берләшмәләре Волынға рейдҡа сыға. Рейд ваҡытында В. И. Клоковтың диверсия төркөмө дошманға ҡаршы ете диверсия акты ҡыла. 1943 йылдың йәйендә, Чернигов-Волынск партизан берләшмәһе Украинаның һәм Белоруссияның көнбайыш өлкәләрендә хәрби хәрәкәттәр башлағас, В. И. Клоковтың диверсион төркөмө Брест-Пинск тимер юлы участкаһына ебәрелә. Көсөргәнешле эшләп, диверсанттар август-сентябрҙә дошман һалдаттары, техникаһы һәм боеприпастары булған 33 эшелонды юҡ итә.

1943—1944 йылдың ҡышында В. И. Клоков Ковель — Сарны тимер юлы участкаһындағы арлыҡ диверсия төркөмдәренең начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1944 йылдың апрелендә, Чернигов-Волынск партизан отрядтары берләшмәһе Ҡыҙыл Армия частары менән осрашҡан ваҡытта, В. И. Клоков командалығындағы шартлатыу төркөмдәре иҫәбендә 102 шартлатылған эшелон була. В. И. Клоков шәхсән дошмандың 6 эшелонын шартлата.

1944 йылдың йәйендә, Украина партизандар хәрәкәте штабы ҡарарына ярашлы, В. И. Клоков бер төркөм иптәштәре менән бергә Чехословакиятерриторияһына ташлана. 1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың февраленә тиклем ул Ян Жижа исемендәге партизандар бригадаһының штаб начальнигы була, ә 1945 йылдың февраль-майында — Чехословакиялағы Суворов исемендәге партизандар берләшмәһенең комиссары.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 2 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә дошман тылында командованиеның хәрби заданиеһын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы, батырлығы һәм Украина партизандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге айырым ҡаҙаныштары өсөн Всеволод Иванович Клоковҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7431) тапшырыла.

Һуғышынан һуң В. И. Клоков фәнни эшмәкәрлеген дауам итә. Украина СССР-ы Фәндәр академияһының Бөйөк Ватан һуғышы тарихы комиссияһы бүлеге мөдире булып эшләй, Украинаның Архив идаралығы бүлеге мөдире, Украина Фәндәр академияһы Тарих институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, ә 1962 йылдан — ошо институттың бүлек мөдире була.

В. И. Клоков илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда актив ҡатнаша, Һуғыш ветерандарының совет комитеты ағзаһы булып тора, Украина һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советының беренсе рәйесе, Халыҡ-ара ҡаршылыҡ көрәше федерацияһы бюроһы ағзаһы, СССР Халыҡ депутаттарының һуңғы саҡырылыш депутаты. Украина Юғары Радаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы элекке партизандар эштәре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары була, Украина Милли фәндәр академияһының Хәрби-шефлыҡ комиссияһы ағзаһы.

В. И. Клоков Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының батырлығына арналған бер нисә фундаменталь эш авторы.

2004 йылдың 11 октябрендә вафат була. Киев ҡалаһының Байков зыяратында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә

СССР наградалары

Украина наградалары

  • 1-се дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2002 йылдың 19 сентябре)[3]
  • 2-се дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997 йылдың 23 июне).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Клоков Всеволод Иванович. «Герои страны» сайты.