Шомбай

фольклор персонажы, башҡорт әкиәттәре геройы, аҫтыртынн кеше

Шомбай — фольклор персонажы, башҡорт әкиәттәре геройы, аҫтыртын кеше[1]

Шомбай

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Шомбай - аҫтыртынн кеше, фольклор персонажы, башҡорт әкиәттәре геройы. Хәйләкәр, алдаҡсы кешенең дөйөмләштерелгән образы.

«Шомбай» исемле әкиәт геройы үҙен сәйер кеше итеп белдереүсе шаян кеше. Байҙың ҡатыны иренә Шомбай исемле кешене эшкә алыуҙы тыя. Ләкин Шомбай байҙы, ауылда бөтә ир-егеттәрҙең дә исеме бер төрлө, тип ышандыра. Шулай итеп, тыйыу боҙола: киреһенсә, ҡатыны, иренә хыянат итә имеш, тип фашлана.

«Шомбай» әкиәтенең татар телендәге вариантында, алдағы хеҙмәтселәре хужаларының уҫаллығы һәм ҡомһоҙлоғона сыҙай алмай ҡасып киткәнлектән, бай һәм уның ҡатынының хеҙмәтсе эҙләгәне бәйән ителә. Күрше ауылға баралар, ҡура-кәртәһеҙ өй янында ултырған кейеме туҙып бөткән мыҡты кәүҙәле Шомбай исемле кеше янына килә улар. Биш алтын түләһәләр, ялланып эшләргә риза икәнен белдерә был егет. Ҡомһоҙ бай, арзаныраҡ хаҡҡа эшләргә әҙер хеҙмәтсе табыу ниәте менән артабан китә. Ауыл буйлап йөрөгәндә улар йә кейемен тиҫкәре яғына әйләндереп кейгән йә баш кейемен алдын артҡа кейеп алған ир-егеттәрҙе осрата. Һәр береһенең исеме Шомбай булып сыға, бөтәһе лә хеҙмәте өсөн биш алтын һорай.

Шулай итеп, Шомбай хеҙмәтсе булып яллана. Бай уға, төрлө сәбәптәр табып, хеҙмәте өсөн түләмәй. Асыуы килгән Шомбай быларҙан үс алырға була.

Бер тапҡыр Шомбай бай ҡатынының иренән йәшертеп ашлыҡ һатырға йыйынғанын белеп ҡала. Теге кешеләр юлдарына һалам туҙҙырып барырға тейеш була. Шомбай улар ташлаған һаламды үҙенең юлына күсереп сыға. Һатып алыусыларға, бай һеҙҙең мутлашыуығыҙҙы белеп ҡалған һәм һәнәк тотоп был яҡҡа килә, ти. Теге кешеләр ҡасып таралышҡанын күреп, бай ҙа аптырай. Шомбай хужа ҡатынға, йәшертеп ашлыҡ һатҡаның өсөн ирең һинең башыңды таш менән ярырға йыйына тип ҡурҡыта. Ҡатыны йүгереп киткәнен күргән байға Шомбай ауылдағы өйөгөҙ яна тип алдай. Бай ауылға килеп етһә, ут та, янғын да юҡ икән[2].

Шомбай тураһындағы әкиәт сюжетын ҡулланып, Кирәй Мәргән «Шомбай» комедияһын яҙа. Шулай уҡ етешһеҙлеге булған, кире ҡылыҡһырланыусы кешеләргә халыҡ Шомбай ҡушаматын бирә. Персонаж күп халыҡтар фольклорында киң билдәле[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Алдар (фольклор персонажы)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

ШОМБАЙ, персонаж сказок

Сказка Шомбай

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә