Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы

(Кейеков Ғарифулла битенән йүнәлтелде)

Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы (4 апрель 1861 йыл19 сентябрь 1918 йыл) — башҡорт мәғрифәтсе-шағиры.

Ғарифулла Кейеков
Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы Кейеков
Тыуған көнө:

4 апрель 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауыл

Вафат булған көнө:

19 сентябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (57 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Иҫке Күрҙем ауылы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, педагог

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы Кейеков 1861 йылдың 4 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында яҙыусы Ғәли Соҡоройҙың ғаиләһендә тыуған.

 
Кейековтарҙың шәжәрәһе

Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса уларҙың ата-бабалары ирәкте башҡорт ырыуының ханы Иҫәнгә барып тоташа: Иҫән ханБыраҡКейекШәрифҒабдулла (1746—1828) → Ғәбдессәлих (1798—1849) → Мөхәмәтғәли (1828—1889) → Ғарифулла (1861—1918)[1]. Ата-бабаларының береһе Шәриф Кейеков Ирәкте улусының старшинаһы була, уның өсөнсө — кесе улы — Ғабдулланың ҡустыһы Ниғәмәтулла Кейеков дворян дәрәжәһен ала[2], ә 1825 йылда Бөрө өйәҙендәге 10-сы башҡорт кантоны башлығы итеп һайлана[3].

Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала. Ауылдағы мәҙәрәсәгн тамамалағас, күрше ауылы Шығай мәҙрәсәһендә дауам итә. Аҙаҡ Ҡазан ҡалаһындағы Апанай мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1882 йылда армия сафтарына алына. Алты йылға яҡын һуҙылған хәрби хеҙмәттән һуң, Ҡазан ҡалаһына тағы ла уҡырға йүнәлә. Аҙаҡ Иҫке Күрҙем ауылына күсә һәм вафатына хәтле шунда йәшәй. Уның ижади мираҫы байтаҡ ҡына.

[4]:

«Наши родственники — ирактинцы из нынешнего Минзелинского района с помощью соседних родов также получили грамоту (на владение землей) от российских правителей. Грамота составлена 16 января 1817 года, напечатана и включена в тетрадь «Межавая книга» в августе 1837 года»

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Ғәйн әр-Риза» 1900 йыл.
  • «Диуани сыбъян йәки Ҡафияти сыбъян» 1903 йыл[5]
  • Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе /Төҙ., инеш һүҙ авторы, аңлатма биреүсе Нәҙерғолов М. Х. — Өфө: РФА ӨҒҮТТӘИ, 2001.
  • Ғәйн әр-риза (Хәҙрәт шишмәһе, йәки Күрҙем шишмәһе) / Төҙөүсе авторҙар Г. Х. Абдрафиҡова (Ғарипова), С. А. Искәндәрова, яуаплы мөхәррир Нәҙерғолов М. Х.. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2019. — 192 с. — ISBN 978-5-91608-172-5.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 160
  2. Ильясова А. Я. Дворяне из башкир. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 290—291. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  3. Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 161
  4. Башкирские рукописные исторические источники конца XIX — начала XX вв. и письменное наследин Г.Киикова(недоступная ссылка)
  5. Кииков Гарифулла Мухаметгалиевич(недоступная ссылка)
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө: Китап, 2001. ISBN 5-295-02743-0
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се т. Өфө, 1990.
  • История башкирской литературы. Т.1: С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап, 2012. (рус.)
  • Кейеков Ғарифулла. Ғәйн әр-риза (Хәҙрәт шишмәһе, йәки Күрҙем шишмәһе) / Төҙөүсе авторҙар Г. Х. Абдрафиҡова (Ғарипова), С. А. Искәндәрова, яуаплы мөхәррир Нәҙерғолов М. Х.. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2019. — 192 с. — ISBN 978-5-91608-172-5.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Башҡорттоң аҫылдары.// Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 158—166. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.