Капутикян Сильва Барунаковна
Капутикян Сильва Барунаковна (әрм. Սիլվա (Սիրվարդ) Բարունակի Կապուտիկյան, 20 ғинуар 1919 йыл — 25 август 2006 йыл) — XX быуаттың күренекле әрмән шағиры, яҙыусы һәм публицист, Әрмәнстан Республмкаһының Милли Фәндәр академияһы академигы. Әрмән ССР-ының (1970) һәм Грузин ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергәСильва Барунаковна Капутикян 1919 йылдың 5 ғинуарында Ереванда, уҡытыусы һәм революцион гәзиттең элекке мөхәррире, Ван ҡалаһы ҡасағы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәп тамамлай. 1936—1941 йылдарҙа — Ереван университетының филология факультетында, һуңынан Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1933 йылдан матбуғатта баҫыла башлай.
1941 йылдан Әрмәнстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының (1994), «Донъя халыҡтарының рухи берҙәмлеге» һәм «Тәбиғәт һәм йәмғиәт мәсьәләләре буйынса» академияларының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Ереван хеҙмәтсәндәренең ҡала советы депутаты була. «ПЕН-клуб» Халыҡ-ара интеллектуаль клубы ағзаһы.
Ҡарабах мәсьәләһе буйынса актив позицияла тора. Ҡарабах хәрәкәте лидерҙарының береһе. Зорий Балаян менән бергә 1988 йылдың 26 февралендә Ҡарабах мәсьәләһен республика файҙаһына хәл итергә инандырыу маҡсатынан Горбачев менән осраша. Бик күп патриотик әҫәрҙәр авторы.
1990 йылдар башында шағирә әрмән властарын һәм уларҙың сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләп сығыш яһай. 2004 йылда оппозиция митингыһын баҫтырғандан һуң, 80 йәшенә бирелгән Изге Месроп Маштоц орденын Әрмәнстан президенты Р. Кочарянға кире ҡайтара.
Халыҡ яратҡан шағирә 2006 йылдың 26 авгусында Ереванда вафат була. Еревандың Комитас исемендәге пантеонында ерләнә.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәӘрмән шағиры Ованес Ширазда тормошта була, улы — скульптор Ара Шираз.
Ижады
үҙгәртергәС. Б. Капутикян — әрмән һәм рус телдәрендәге, шулай уҡ башҡа бик күп телдәргә тәржемә ителгән 60-тан ашыу китап авторы. Үҙенең шиғырҙарына С. Б. Капутикян мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙлығы, илһөйәрлек, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү темаларына йыш мөрәжәғәт итә.
Йыш ҡына төрлө илдәрҙә булып, әрмән диаспораһы вәкилдәре менән тығыҙ аралаша (Әрмәнстанда ла, диаспорала Капутикяндың «Тыңла, улым» шиғыры популяр була), публицистик әҫәрҙәр яҙа («Каруандар бара әле», «Каруандар юғала» һ. б.), уларҙа әрмән ҡасаҡтары вариҫтарының төп проблемаларын — һағыш, ваз кисеү, көнбайыш әрмән теленең юғалыуы, үҙеңде һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш, оҡшашлыҡты эшләү, әрмәндәрҙең геноцидын таныу буйынса тырышлыҡтар — күтәрә.
Рус телендәге библиография
үҙгәртергә- Избранные произведения в 2-х томах. М., 1989
- Избранные произведения в 2-х томах. М., 1978
- «В эти дни» (1945),
- «Стихи» (М.,1947),
- «На берегу Занги» (1947),
- «Мои родные» М., Правда, 1952
- Мои родные. М., Советский писатель, 1951, 1952
- Здравствуйте, друзья. Ереван, 1952
- «В добрый путь». М., 1954,
- Лирические стихи. М., 1955
- «Откровенная беседа» (1955),
- Розовые камни . М., 1959
- Стихотворения. М., 1959
- Огонек в окне. М., 1961
- Раздумья на полпути. М.,1962
- Живу я сердцем. Ереван, 1963
- Лирика. М., 1964
- Караваны еще в пути. М., 1969
- Караваны еще в пути. Ереван, 1970
- Моя страница М., 1972
- «Вглубь горы» (1972),
- Весна на вершинах. М., 1972
- Верность., М., 1975
- Меридианы карты и души. М., 1978, 1982
- Посвящение. М., 1979
- Проза. Ереван, 1979
- «Часы ожидания» (М., Правда, 1983),
- «В Москву», поэма для детей,
- «Моя страна»,
- Кровля Армении. М., 1981
- Тревожный день. М., 1985
- Встречи без расставаний. Ереван, 1987
- Памятки. Ереван, 1988
- «Часы ожидания» (М., Детская литература, 1988),
- Моя тропка на дорогах мира. М., 1989
- Идет зима. М., 1994
Капутикян шағирҙарын рус теленә Б. Ш. Окуджава, Е. А. Евтушенко, Ю. П. Мориц, М. С. Петров, Б. Ә. Әхмәҙуллина, М. И. Алигер тәржемә итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Мои родные» шиғырҙар йыйынтығы өсөн (1951).
- Әрмән ССР-ының дәүләт премияһы (1988).
- Октябрь Революцияһы ордены (16.11.1984).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7.03.1969).
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (19.01.1979).
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены (27.06.1956, …).
- Изге Месроп Маштоц ордены (1999).
- Әрмән апостол сиркәүенең «Изге Саак һәм Изге Маштоц» ордены.
- III дәрәжә Княгиня Ольга ордены (Украина, 1.10.1999).
- Әрмән CCP-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970).
- Грузин ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
- Аветик Исаакян исемендәге премия.
- Ачарян Рачий исемендәге премия.
- «Носида» премияһы (Италия).
- «Йыл ҡатын-ҡыҙы» (1998).
Уның тураһында
үҙгәртергә- Наири Зарьян:
Капутикян — самая любимая поэтесса армянской диаспоры. |
- Давтян Ваагна:
Капутикян пишет нежно, но и жестко, женскую, но и сильную поэзию. Меня всегда восхищала удивительная гармония сердца и мысли поэтессы…. |
- Аветис Мовсесян[9]:
Капутикян пела о больших страданиях и больших радостях своего народа. |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Армянская литература
- Сильва Капутикян 2009 йыл 27 февраль архивланған. на на портале ПоэзоСфера 2009 йыл 27 февраль архивланған.
- Алексанян Е.А. Сильва Капутикян (литературный портрет) // Журнал «Литературная Армения». — 1960. — № 4.
Капутикян Сильва Барунаковна Викимилектә | |
Капутикян Сильва Барунаковна Викияңылыҡтарҙа |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #102212384 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Silva Kaputikyan // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Հայկական համառոտ հանրագիտարան (әрм.) — Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1990. — Т. 2.
- ↑ Капутикян Сильва Барунаковна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ // «Джаакир» : газета. — Каир, 31.08.2006. (әрм.)