В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт лингвистика университеты

В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт телдәр һәм социаль фәндәр университеты (әрм. Երևանի Բրյուսովի անվան պետական լեզվահասարակագիտական համալսարան) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандағы дәүләт университеты, 1935 йылдан алып эшләй. 1965 йылда уҡыу йортона рус тарихсыһы һәм шағиры Валерий Брюсов исеме бирелә.

В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт лингвистика университеты
әрм. Վ․ Բրյուսովի անվան պետական համալսարան
Нигеҙләү датаһы 1935[1]
Логотип
Рәсем
Эшмәкәрлек төрө Юғары белем[2]
Дәүләт  Әрмәнстан[3]
Ойошма ағзаһы Agence universitaire de la Francophonie[d][4]
Уҡыусылар һаны 2908
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ереван, Әрмәнстан
Ереван, Әрмәнстан[3]
Хеҙмәткәрҙәр 541 кеше
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Адрес Tumanyan Street, 42
Рәсми сайт brusov.am/en
 В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт лингвистика университеты Викимилектә

Университетта рус, инглиз, француз, немец һәм башҡа телдәр, ғәмәли психология, тарих, политология, төбәкте өйрәнеү һәм башҡа гуманитар фәндәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Университет Еревандың үҙәгендә, Туманян һәм Московян урамдары киҫелешендә урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт телдәр һәм социаль фәндәр университеты — 1935 йылдың 4 февралендә Әрмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты ҡарары менән ике йыллыҡ арауыҡ колледжы булараҡ асылған Рус теле уҡытыусылары институтының вариҫы.

Немец теле бүлеге 1936 йылда асыла, артабан 1937 йылда — инглиз һәм француз телендәге бүлектәр. Шул уҡ йылда институтты тәүге рус теле уҡытыусылары тамамлай. 1940 йылда институт Ереван дәүләт урыҫ теле уҡытыусыларын әҙерләү институты тип үҙгәртелә. 1955 йылда уға Ереван дәүләт университеты факультеты статусы бирелә, шул уҡ ваҡытта уның структураһы һәм академик бойондороҡһоҙлоғо һаҡланып ҡалына.

1962 йылда уҡыу йорто бойондороҡһоҙлоҡ ала — В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт урыҫ һәм сит телдәр педагогия университетына әйләндерелә. 1985 йылда Совет хөкүмәте уҡыу йортон «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән наградлай.

Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, 1993 йылда вуз В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт сит телдәр институты тип үҙгәртелә.

2001 йылдан, дәүләт резолюцияһына ярашлы, институтҡа университет статусы бирелә һәм ул В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт лингвистика университеты тип үҙгәртелә . 2014 йылда В. Я. Брюсов исемендәге Ереван дәүләт телдәр һәм социаль фәндәр университеты исеме бирелә[5].

Эшмәкәрлек дәүерендә уҡыу йорто рус, инглиз, француз, немец, испан, грек телдәре, ғәмәли психология, тарих, политология һәм төбәкте өйрәнеү буйынса 18000-ҙән ашыу белгес әҙерләп сығара. Реструктуризация процесы әлегәсә дауам итә, тиҙҙән университет республиканың яңы ихтыяжына яуап биргән белгестәр әҙерләй башлаясаҡ.

2013 йылда университеттың кадрҙар составы 477 кешенән тора: 434 уҡытыусы, шуларҙың 189-ы тулы ставкаға эшләй, 48 кеше бер-нисә урын биләй, 2 фән докторы, 14 профессор, 102 фән кандидаты, 54 кеше профессорҙарҙың ассистенты.

Факультеттары үҙгәртергә

 
Пушкин урамындағы иҫке бина.

2017 йылға университетта 3 факультет һәм тикшеренеү үҙәге иҫәпләнә.

Тәржемә һәм мәҙәиәт-ара аралашыу факультеты үҙгәртергә

Тәржемә һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты 2004 йылда барлыҡҡа килә, 2013 йылда ике профилле белем биреү һәм түбәндәге йүнәлештәр буйынса бакалавриат программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында үҙгәртелә:

  • Лингвистика һәм коммуникация
    • Инглиз теле һәм төбәкте өйрәнеү
    • Политология һәм инглиз теле
    • Журналистика һәм инглиз теле
    • Туризм һәм инглиз теле
    • Психология һәм инглиз теле
    • Немец теле һәм төбәкте өйрәнеү
    • Француз теле һәм төбәкте өйрәнеү
  • Тәржемәгә өйрәнеү/лингвистика
  • Инглиз-әрмән теле тәржемәһе
  • Немец-әрмән теле тәржемәһе
  • Француз-әрмән теле тәржемәһе

Рус һәм сит телдәр, мәҙәниәт-ара аралашыу факультеты үҙгәртергә

Факультетҡа университет менән бергә 1935 йылда нигеҙ һалына. Һуңғы үҙгәртеүҙәр 2013 йылда башҡарыла, түбәндәге йүнәлештәр буйынса бакалавриат программалары асыла[6]:

  • Рус теле һәм лингвистика
  • Рус әҙәбиәте
    • Филология
    • Педагогика
  • Мәҙәниәт-ара коммуникациялар һәм лингвистика
    • Рус теле һәм төбәкте өйрәнеү
    • Инглиз теле һәм төбәкте өйрәнеү
  • Политология

Студенттар теләктәре буйынса параллель рәүештә икенсе сит телде өйрәнә: инглиз, поляк, болгар, немец, француз, испан, ғәрәп йәки итальян.

Сит ил телдәре факультеты үҙгәртергә

Факультет 2004 йылда асыла һәм әлеге ваҡытта түбәндәге йүнәлештәр буйынса бакалавр дәрәжәһенә уҡытыу алып барыла[7]:

  • Педагогика
    • Инглиз һәм француз теле
    • Инглиз һәм немец теле
    • Инглиз һәм испан теле
    • Инглиз һәм итальян теле
    • Инглиз һәм фарсы теле
    • Инглиз һәм грек теле
    • Корея һәм инглиз теле
    • Инглиз һәм француз теле
    • Инглиз һәм немец теле
  • Лингвистика
    • Инглиз һәм француз теле
    • Инглиз һәм немец теле
    • Инглиз һәм испан теле
    • Инглиз һәм итальян теле
    • Инглиз һәм фарсы теле
    • Инглиз һәм грек теле
    • Корея һәм инглиз теле
    • Һинди һәм инглиз теле
    • Инглиз һәм француз теле
    • Инглиз һәм немец теле
    • Инглиз һәм итальян теле

Магистр программалары үҙгәртергә

2008—2009 йылдарҙа университет ике баҫҡыслы белем алыу системаһын — бакалавриат һәм магистратура программаһын индерҙе. Магистратурала уҡыу теоретик һәм практик белем алыҡ маҡсатында специальносты тәрәндән өйрәнеүҙе күҙ уңында тота.

Белем биреү процесына күренекле әрмән һәм халыҡ-ара белгестәр йәлеп ителгән. Магистратурала уҡырға түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

Лингвистика буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Телдәрҙең сағыштырма типологияһы
  • Сағыштырма лингвистика
  • Семиотика

Квалификация: лингвист (типология, семиотика)

Педагогика буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Күп телле белем
  • Педагогика психологияһы

Квалификация: күп телле уҡытыусы (инглиз-француз, инглиз-немец, француз-инглиз, немец-инглиз, рус-инглиз), мәктәп психологы

Филология буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Инглиз филологияһы факультеты
  • Француз филологияһы факультеты
  • Немец филологияһы факультеты
  • Рус филологияһы факультеты

Квалификация: филолог

Лингвистика һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Европаны өйрәнеү
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • Политология
  • Халыҡ-ара туризм
  • Мәҙәни антропология
  • Мәҙәниәт семиотикаһы

Тәржемә һәм интерпретация буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Инглиз-әрмән
  • Француз-әрмән
  • Немец-әрмән
  • Рус-инглиз-әрмән

Квалификация: тәржемәсе (инглиз-әрмән, француз-әрмән, немец-әрмән, рус-инглиз-әрмән)

Халыҡ-ара журналистика буйынса магистр дәрәжәһе:

  • Халыҡ-ара журналистика

Квалификация: журналист

Мәғариф өлкәһендә идара итеү буйынса магистр дәрәжәһе.

Квалификация: мәғариф өлкәһендә идара итеү.

Вуздан һуң белем алыу үҙгәртергә

Юғары уҡыу йортонан һуң белем биреү системаһы ике кимәл тәҡдим итә: аспирантура һәм докторантура. Программа 1963 йылда эшләй башлай һәм ошо ваҡыттан алып уны 300-ҙән ашыу кеше тамамлай. Әлеге ваҡытта университетта 1 фән кандидаты, көндөҙгө бүлектә — 16, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 48 студент белем ала.

2013 йылда уҡыу йортонда түбәндәге йүнәлештәр буйынса 14 аттестация комиссияһы эшләй:

  • Сит ил телен уҡытыу методологияһы
  • Герман телдәре (инглиз, немец)
  • Роман теле (француз)
  • Славян теле
  • Сит ил әҙәбиәте
  • Рус әҙәбиәте
  • Тел теорияһы һәм ғәмәли лингвистика
  • Сағыштырма һәм ғәмәли лингвистика
  • Әрмән теле
  • Философия
  • Инглиз теле буйынса практик белем
  • Француз теле буйынса практик белем
  • Немец теле буйынса практик белем
  • Компьютер технологиялары

Университетта Әрмәнстандың Юғары белем биреү комитетында теркәлгән юғары аттестация комиссияһы эшләй. Ул түбәндәге йүнәлештәр буйынса фән докторы һәм кандидаты дәрәжәһен бирә:

  • Сағыштырма лингвистика һәм типология, филология
  • Славян теле, филология
  • Белем биреү һәм уҡытыу методологияһы (Сит телдәр һәм әҙәбиәт)

Тикшеренеү эшмәкәрлеге һәм баҫылған эштәр үҙгәртергә

Университет коллегияһы баҫтырған ғилми эштәрҙең йөкмәткеһе һәм төп тенденциялары университеттың фәнни потенциалына һәм структура үҙенсәлектәренә бәйле. Төп эш йүнәлештәре:

  1. Тел сәйәсәте
  2. Роман һәм герман телдәре филологияһы
  3. Мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек һәм етәкселек әсбаптары
  4. Тәржемә теорияһы һәм практикаһы, тәржемә теорияһы проблемалары
  5. Һүҙлек төҙөү
  6. Дөйөм лингвистика, ғәмәли лингвистика проблемалары, сағыштырма типология (грамматика, лексикология, стилистика һәм текст синтаксисы мәсьәләләрендә)
  7. Әрмән теленең теоретик һәм практик мәсьәләләре
  8. Әрмән әҙәбиәте һәм сәнғәт тарихы мәсьәләләре
  9. Әрмән халҡының яңы һәм хәҙерге тарихы мәсьәләләре
  10. Йәмғиәттең үҙгәреүенә бәйле иҡтисади һәм сәйәси проблемалар
  11. Философик фекер тарихы
  12. Дин тарихы
  13. Педагогика, телдәрҙе уҡытыу ысулдары теорияһы һәм практикаһы
  14. Тел ғилеме мәсьәләләре
  15. Социаль психология, шәхес һәм үҫеш психологияһы, клиник психология, сексология
  16. Европа һәм Америка әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме
  17. Мәҙәниәт теорияһы
  18. Ашығыс хәл-торош мәсьәләләре

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр үҙгәртергә

Ҡатнашлығы һәм ярҙамы үҙгәртергә

  • Тел сәйәсәте бүлеге (Европа советы, Страсбург)
  • Хәҙерге телдәрҙең Европа үҙәге (Европа советы, Грац, Австрия)
  • ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара университеттар ассоциацияһы
  • Франкофон университеттары ассоциацияһы
  • Ҡара диңгеҙ университтары берләшмәһе
  • Европа тел советы (Германия)
  • БДБ дәүләттәре-ҡатнашыусыларының гуманитар хеҙмәттәшлеге буйынса советы
  • БДБ-ның лингвистика университеттары ассоциацияһы
  • Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ-ара ассоциацияһы

Берлектәге проекттар үҙгәртергә

  • Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һәм алмашыу буйынса совет
  • Әрмәнстанда асыҡ йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү фонды
  • TEMPUS берлектәге Европа проекты
  • Евроазия хеҙмәттәшлек фонды
  • Korea Foundation
  • Германия академик алмашыуҙар хеҙмәте (DAAD)
  • Кореяның халыҡ-ара хеҙмәттәшлек агентлығы
  • Конфуций институты

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр үҙгәртергә

  • Минск дәүләт лингвистика университеты, Беларусь
  • София университеты, Болгария
  • Шанхай университеты, Ҡытай
  • Далянь сит телдәр университеты, Ҡытай
  • Таллин университеты, Эстония
  • Г. Церетели исемендәге шәрҡиәт институты, Грузия
  • Илья дүләт университеты, Грузия
  • Зиген университеты, Германия
  • Мартин Лютер исемендәге Галле-Виттенберг университеты, Германия
  • Фирҙәүси исемендәге Мешхед университеты, Иран
  • Перуджин университеты, Италия
  • Верона университеты, Италия
  • Рондина Читтаделла делла Пейс ассоциацияһы, Италия
  • Лёвен католик университеты, Бельгия
  • Сеул милли университеты, Көньяҡ Корея
  • Аджу университеты, Көньяҡ Корея
  • Хангук сит телдәр университеты, Көньяҡ Корея
  • Корё университеты, Көньяҡ Корея
  • Бөйөк Витовта университеты, Литва
  • Молдова дәүләт университеты, Молдова
  • Молдованың Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ университеты, Молдова
  • Констанца ҡалаһындағы Овидий универсиеты, Румыния
  • Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй
  • Мәскәү дәүләт лингвистика университеты, Рәсәй
  • Мәскәү дәүләт гуманитар университет, Рәсәй
  • Пятигорск дәүләт линвистика университеты, Рәсәй
  • С. А. Есенин исемендәге Рязань дәүләт университеты, Рәсәй
  • А. С. Пушкин исемендәге рус теле дәүләт институты, Рәсәй
  • Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты, Рәсәй
  • Переяслав-Хмельницкий дәүләт педагогия университеты, Украина

Телдәрҙең Европа йылын ойошторғанда Ереван дәүләт телдәр һәм социаль фәндәр университеты төп эшмәкәрлек урыны тип һайлана (2001). Телдәрҙең Европа йылы — Европа советының һәм Европа комиссияһының берлектәге инициативаһы. Уның маҡсаты — күп теллелек идеяларын алға һәрәү һәм Европала телдәрҙе белеү кимәлен күтәреү. Шунан бирле Әрмәнстанда 26 сентябрь йыл һайын Телдәрҙең Европа көнө билдәләнә.

1998 йылдан Европа советы менән хеҙмәттәшлек итеп, университет йыл һайын лингвистик белем һәм тел сәйәсәте буйынса халыҡ-ара конференциялар үткәрә.

Университетта Австрияның Грац ҡалаһында урынлашҡан Хәҙерге телдәрҙең Европа үҙәге ойошторған оҫталыҡ дәрестәре даими үткәрелә. Сараның маҡсаты — дөйөм һәм махсус программалар һәм проекттар индереү, сит ил теле уҡытыусыларының үҙҙәренеңү уҡытыу ысулдарын Сит телде өйрәнеүҙең дөйөм Европа компетенциялары системаһына инеүенә ярҙам итеү.

Китапхана үҙгәртергә

1935 йылда университет китапханаһы асыла. Әлеге ваҡытта унда сәйәси һәм социаль фәндәр буйынса 400 000 китап, әрмән, рус, инглиз, француз, испан, немец, фарсы һәм башҡа телдәрҙә нәфис әҙәбиәт, һирәк китаптар һәм академик мәҡәләләр йыйынтыҡтары бар. Китапхана даими тулылана. Төп китапхананан тыш, кафедраларҙа махсуслашҡан китапханалар бар.

Үҙәк китапхананың яңы бинаһында уҡыу һәм тикшеренеү залы, китаптарҙы һаҡлау урыны йыһазландырылған, компьютер залы интернетҡа һәм асыҡ китапханалар селтәренә тоташтырылған.

Нәфис әҙәбиәт тупланмаһы — китапхананың иң бай бүлеге Унда 19-20-се быуат әрмән, Европа һәм рус классиктарының иң яҡшы әҫәрҙәре тупланған. Китапхана лингвистика һәм француз, инглиз, испан, немец, чех, румын, болгар һәм фарсы телдәрен уҡытыу ысулдары, балалар әҙәбиәтенең донъя коллекцияһы, «Донъя әҙәбиәте» журналының 200 данаһына, Британия энциклопедия, World Book һәм People and Places энциклопедияларына, көнбайыш цивилизацияһының Бөйөк китаптары серияһына, аңлатмалы һәм сит ил һүҙлектәренә, синонимдар һәм антонимдар һүҙлектәренә, инструкцияларға һәм етәкселек әсбаптарына эйә.

Һуңғы тиҫтә йылда китапхана Әрмәнстанда урынлашҡан илселектәр бүләк иткән һәм шәхси китапханалар иҫәбенә тулылана.

Особо ценный раздел библиотеки — коллекция редких и уникальных книг в размере 2000 единиц. Это жемчужины человеческой мысли и произведения искусства 1-20-го веков.

Студент тормошо үҙгәртергә

1996 йылда студенттар үҙидараһы органы — студенттар советы ойошторола. Ул университет тормошона әүҙем йәлеп ителә, студенттарҙың тормошо һәм уларҙың академик, социаль тормошонда килеп тыуған кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа һәм ярҙам итеүҙә ҡатнаша.

Совет Әрмәнстандың һәм донъяның башҡа университеттары менән хеҙмәттәшлек итә, сығарылыш тантаналарын, түңәрәк өҫтәлдәр, интеллектуаль уйындар, конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойоштороуҙа, «Яңы полиглот» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.

Студенттар төрлө ойошмаларҙа ирекмәнлек менән шөғөлләнә, университеттың мәшғүллек үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә, Еревандағы һәм илдең башҡа төбәктәрендәге интернаттарға бара, спорт уйындары, фәнни һәм мәҙәни саралар ойоштора.

Сығарылыш һәм карьера үҙәге үҙгәртергә

2007 йылдың 3 ноябрендә университеттың карьера үҙәгенә нигеҙ һалына. Уның төп маҡсаты — хеҙмәт баҙарында университетты тамамлаусыларҙың һәм студенттарҙың дәғүәселек һәләтен арттырыу, уҡыу йорто менән уны таммалаусылар араһында бәйләнеш булдырыу һәм уны артабан үҫтереү, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү.

Маҡсаттарға өлгәшеү өсөн түбәндәге төркөмдәр менән хеҙмәттәшлек планлаштырыла:

  • Академик һәм уҡытыусылар составы
  • Университеттың төрлө төркөмдәре
  • Дәүләт һәм шәхси ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм эш биреүселәр
  • Хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһынған халыҡ-ара, хөкүмәткә ҡарамаған һәм башҡа ойошмалар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә