Капица Пётр Леонидович
Пётр Леони́дович Капи́ца (26 июнь (8 июль) 1984 йыл, Кронштадт — 8 апрель 1984 йыл, Мәскәү) — совет физигы, инженер һәм инноватор. Нобель премияһы лауреаты (1978). Ике тапҡыр l дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943). М. В. Ломоносов исемендәге СССР Фәндәр академияһының Алтын миҙалы менән наградланған (1959). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945, 1974). СССР Фәндәр академияһы ағзаһы (1939; — мөхбир ағзаһы)[11]. Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1929)[12], АҠШ Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1946)[13], Леопольд академияһы ағзаһы (1958)[14]. Алты Ленин ордены кавалеры (1943; 1944; 1945; 1964; 1971; 1974).
Күренекле фән ойоштороусыһы. Физик проблемалар институтына нигеҙ һалыусы (ИФП) һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем уның директоры. Мәскәү физика-техника институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының Түбән температуралары физикаһы кафедраһының беренсе мөдире.
Шыйыҡ гелийҙың тиҙ ағыусанлығын асҡан өсөн физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1978), ҡулланылышҡа «тиҙ ағыусанлыҡ» терминын индерә. Шулай уҡ түбән температуралар физикаһы, көслө магнит ҡыры һәм юғары температуралы плазманы тотоу өлкәһендәге эштәре менән билдәле. Турбодетандер базаһында һауаны кәметеү өсөн юғары етештереүсәнлекле сәнәғәт ҡоролмаһын эшләй. 1921—1934 йылдарҙа Резерфорд етәкселегендә Кембриджда эшләй. 1934 йылда ваҡытлыса СССР-ға килә, әммә уны да илдән сығармайҙар, һөҙөмтәлә Поль Дирак менән берлектә башлаған газ ҡатышмаларынан изотоптарҙы центрифуга ысулы менән айырыу буйынса тикшеренеүҙәр туҡталып ҡала. 1945 йылда Совет атом проекты буйынса махсус комитет составына инә, әммә уның атом проекты буйынса ике йыллыҡ проекты хупланмай, һөҙөмтәлә ул отставка һорай һәм уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. 1946—1955 йылдарҙа дәүләт учреждениеларынан эштән бушатыла, әммә уға 1950 йылға тиклем М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында профессор булып эшләү мөмкинлеге бирелә.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France Petr Leonidovič Kapica (1894-1984) — 2011.
- ↑ Pyotr Kapitsa – Facts // nobelprize.org — Nobel Foundation.
- ↑ 3,0 3,1 Kojevnikov A. Pyotr Leonidovich Kapitsa - SOVIET PHYSICIST — 2018.
- ↑ Browne M. BALL LIGHTNING NOW SEEMS MORE FACT THAN FICTION // The New York Times / D. Baquet — Manhattan, NYC: The New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1981. — ISSN 0362-4331; 1553-8095
- ↑ This Month in Physics History - January 1938: Discovery of Superfluidity — Американское физическое общество, 2006.
- ↑ Papers of Piotr Leonidovich Kapitza
- ↑ Cambridge University - EDUCATIONAL INSTITUTION — 2002.
- ↑ Born in 1894 — 2002.
- ↑ Yudina A. Prominent Russians: Pyotr Kapitsa — RT.
- ↑ http://czlonkowie.pan.pl/czlonkowie/sites/WynikiWyszukiwania.html?s=KAPICA,%20Piotr%20L.%20
- ↑ Ҡалып:Ras
- ↑ Ҡалып:RS id
- ↑ Ҡалып:Us nas id
- ↑ Petr L. Kapica (нем.)