Фрида Кало
Магдалена Кармен Фрида Кало-и-Кальдерон (исп. Magdalena Carmen Frieda/Frida Kahlo y Calderón[22][23]; 6 июль 1907 йыл, Койоакан[24], Мехико, Мексика — 13 июль 1954 йыл, шунда уҡ) — Мексика рәссамы, автопортреттары менән билдәле[25].
Рәссам-монументалист, һул йүнәлештәге сәйәси эшмәкәр Диего Ривераның (8.12.1886—24.11.1957) ҡатыны[26].
Мексика мәҙәниәте һәм Колумбҡа тиклемге Американың халыҡ сәнғәте Фрида Кало ижадына ҙур йоғонто яһай. Уның ижад стилен эскерһеҙ йәғни фолк-арт тип билдәләйҙәр. Сюрреализмға нигеҙ һалыусы Андре Бретон уны юрреалистар рәтенә индерә.
Ғүмере буйына уның һаулығы насар була — алты йәшенән полиомиелит менән яфа сигә, шулай уҡ үҫмер сағында автомобиль аварияһына осрай, унан һуң бөтә тормошона йоғонто яһаған күп һанлы операциялар үткәрә. 1929 йылда рәссам Диего Ривераға кейәүгә сыға һәм, уның кеүек, коммунистар партияһы яҡлы була[27].
Биографияһы
үҙгәртергәФрида Кало 1907 йылдың 6 июлендә Мехико янындағы Койоаканда (һуңынан тыуған йылын 1910 йылға — мексикала революция алмаштыра). Уның атаһы Гильермо Кало фотограф, сәғәшә менән Германиянан. Фриданың раҫлауына нигеҙләнгән, ул йәһүд сығышлы, әммә, һуңғы тикшеренеүҙәргә ярашлы, ул сығышы менән немец лютеран ғаиләһенән, тамырҙары XVI быуатҡа тиклем күҙәтелә[28]. Фриданың әсәһе, Матильда Кальдерон, индеец тамыры менән мексиканлы була[29]. Фрида Кало ғаиләлә өсөнсө бала була. Ул 6 йәшендә полиомиелит кисерә, ауырыуҙан һуң бөтә тормошона аҡһаҡлыҡ ҡала, ә уның уң аяғы һулынан нәҙегерәк була (ғүмере буйына оҙон юбкалар аҫтында йәшерә)[30][31]. Шундай иртә тулы тормош хоҡуғы өсөн көрәштә Фриданың характеры сыныға.
Фрида бокс һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. 15 йәшендә ул Мексикалағы иң яҡшы мәктәпкә «Препараторияға» (милли әҙерлек мәктәбе) медицина өйрәнеү маҡсатында уҡырға инә. 2000 уҡыусы араһынан 35 ҡатын-ҡыҙ була. Фрида абруй яулай, һигеҙ башҡа уҡыусы менән «Качучас» ябыҡ төркөм булдыра. Йыш ҡына уның тәртибен шаҡ ҡатырғыс тип атайҙар.
Препараторияла буласаҡ ире, Месиканың билдәле рәссамы, 1921 йылдан 1923 йылға тиклем «Ижад» әҙерлек мәктәбендә һүрәт өҫтөндә эшләгән Диего Ривера менән тәүге осрашыуы була.
1925 йылдың 17 сентябрендә ун һигеҙ йәшендә Фрида ауыр аварияға эләгә. Ул барған автобус трамвай менән бәрелешә. Фрида етди йәрәхәт ала: умыртҡа бағанаһы өс урындан, умрау һөйәге, ҡабырғалары, таз һөйәге өс урындан, уң аяғы ун бер урындан һына, яурыны сыға. Бынан тыш, ҡорһағы һәм аналығы металл яндауырҙар менән сәнселә. Ул карауатҡа беркетелә, ә һаулыҡ менән проблемалары ғүмере буйына ҡала. Һуңынан Фрида, айҙар буйына дауаханан сыға алмай, бер нисә тиҫтә операция кисерә.
Нәҡ ошо трагедиянан һуң ул атаһынан тәүге тапҡыр бумала һәм буяуҙар һорап ала. Фридаға ятып һүрәт эшләү мөмкинлеге өсөн махсус кирге эшләп бирәләр[32]. Үҙен күрә алһын өсөн карауаттың балдахины аҫтына ҙур көҙгө ҡуялар. Беренсе эше булып автопортреты була, был уның ижадының төп юнәлешен билдәләй: «Мин үҙемде яҙам, сөнки күп ваҡытты яңғыҙлыҡта үткәрәм һәм уны яҡшы белгәнлектән шул темаға эйә булам»[33].
1928 йылда Мексика коммунистар партияһына инә . 1929 йылда Диего Ривера Фридаға өйләнә. Фридаға 22, уға 43 йәш була. Ир-ҡатынлыларҙы сәнғәт кенә түгел, ә дөйөм сәйәси ҡараштар — коммунистик ҡараштар яҡынайта. Уларҙың ҡыҙыу уртаҡ тормошо легендаға әйләнә. Фрида күп йылдар үткәс әйтә: «Минең тормошомда ике авария була: береһе — автобустың трамвайға барып бәрелеүе булһа, икенсеһе — Диего». 1930 йылдарҙа Фрида күпмелер ваҡыт, ире эшләгән ерҙә, АҠШ-та йәшәй. Индустриаль үҫешкән сит илдә мәжбүри оҙаҡ йәшәү уға милли айырмалыҡты киҫкен тойорға мәжбүр итә.
Шул ваҡыттан башлап Фрида мексика халыҡ мәҙәниәтенә мөхәбәт менән ҡарай башлай, боронғо биҙәү-ҡулланма сәнғәт әҫәрҙәрен йыя, хатта көндәлек тормошта ла милли кейемдә йөрөй[34].
1939 йылда Парижға сәфәр ҡыла, унда Фрида мексика сәнғәтенең тематик күргәҙмәһе сенсацияһы була (хатта картиналарының береһен Лувр һатып ала), был тағы ла патриотик хистәрен ныҡ үҫтерә.
1937 йылда Диего и Фрида йортонда совет революцион эшмәкәре Лев Троцкий һыйыныу таба; уның Фрида менән романы башлана. , Тип темпераментлы Фриданың асыҡтан-асыҡ артыҡ мауығып китеүе, уны уларҙан китергә мәжбүр итә[23][35].
1940 йылдарҙа Фриданың картиналары бер нисә билдәле күргәҙмәләрҙә күҙгә ташлана. Шул уҡ ваҡытта уның һаулығы менән проблемалары киҫкенләшә. Физик ғазаптарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән наркотик һәм дарыуҙар уның күңел торошон үҙгәртә, был киң абруй ҡаҙанған көндәлегендә асыҡ сағыла.
1953 йылда тыуған илендә уның беренсе шәхси күргәҙмәһе үтә. Был ваҡытҡа Фрида түшәктән тора алмай, күргәҙмәһенә уны хәстәхана койкаһында алып киләләр[36]. Тиҙҙән гангрена башланыу сәбәпле уның тубыҡтан түбән уң аяғын ампутациялайҙар[37].
Фрида Кало 1954 йылдың 13 июлендә үпкә шешенән вафат була. Һуңғы көндәлегендә үҙ үлеме алдынан ул яҙып былай тип яҙып ҡалдыра: «Китеүем уңышлы булыр тип ышанам, һәм мин башҡаса әйләнеп ҡайтмам». Ҡайһы бер таныштары Фрида Калоны артыҡ дозанан үлгән һәм уның үлеме осраҡлы түгел тип фаразлай[23]. Шуға ҡарамаҫтан, был версия иҫбатланмай, мәйетте ярыу үткәрелмәй.
Фрида Кало менән хушлашыу Нәфис сәнғәт һарайында үтә. Церемонияла Диего Риверанан тыш Мексиканың президенты Ласаро Карденас һәм күп сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
1955 йылдан Фрида Калоның «Зәңгәр йорто» уның хәтер музейы була.
Характеры
үҙгәртергәҒазап тулы тормошона һәм һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, Фрида Кало теремек, буйһонмаҫ, экстраверсив натураға эйә була һәм уның көндәлек телмәре һүгенеү һүҙҙәре менән тулы була. Йәш сағында шаян булараҡ һуңғы йылдарҙа ла дәртен юғалтмай. Кало күп тарта, спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡуллана (бигерәк тә текиланы), әҙәпһеҙ йырҙар йырлай һәм ҡунаҡтарға үҙенең мажаралы кисәләрен, шулай уҡ әҙәпһеҙ мәҙәктәрен һөйләй.
Ижады
үҙгәртергәФрида Кало эштәрендә Мексика халыҡ сәнғәтенең, Америка цивилизацияһының колумбҡа тиклемге мәҙәниәтенең йоғонтоһо бик көслө һиҙелә[26]. Уның ижады фетишҡа һәм символдарға бай. Әммә уның ижадында европа һынлы сәнғәтенең йоғонтоһо ла һиҙелә — тәүге эштәрендә Фриданың, мәҫәлән, Боттичелли менән мауығыуы асыҡ күренә. Ижадында бер ҡатлылыҡ сәнғәте бар. Фрида Калоның рәсем сәнғәте стиленә ире, рәссам Диего Ривера ҙур йоғонто яһай[26].
Белгестәр фекеренсә, 1940 йылдар рәссамдың иң емешле осоро, иң өлгөргән һәм иң ҡыҙыҡлы эштәренең ваҡыты.
Фрида Кало ижадында автопортрет жанры өҫтөнлөк итә. Был эштәрҙә рәссам үҙенең тормошо ваҡиғаларын метафорик сағылдыра («Генри Форд госпитале», 1932, шәхси тупланмаһы, Мехико; «Лев Троцкийға бағышланыу менән автопортрет», 1937, «Ҡатын-ҡыҙҙар сәнғәттә» милли музейы, Вашингтон; «Ике Фрида», 1939, Хәҙерге заман сәнғәт музейы, Мехико; «Марксизм ауырыуҙы сәләмәтләндерә», 1954, Фрида Кало йорт-музейы, Мехико)
Күргәҙмәләре
үҙгәртергә2003 йылда Мәскәүҙә Фрида Калоның эштәре һәм фотоһүрәттәре күргәҙмәһе үтә.
«Тамырҙар» картинаһы 2005 йылда Лондонда «Tate» галереяһында ҡуйыла, ә шәхси күргәҙмәһе был музейҙа тарих галереяһында иң уңышлыларҙың береһе була — яҡынса 370 мең кеше килә.
Картиналарының хаҡы
үҙгәртергә2006 йыл башында Фриданың автопортреты «Тамыр» («Raices») Sotheby’s эксперттары баһалауынса ' 7 миллион доллар була (аукционда баштағы хаҡ — 4 миллион фунт стерлинг). Картина 1943 йылда металл табаҡта май менән яҙыла (Ривера Диего менән ҡабат никахлашҡандан һуң). Шул уҡ йылда картина 5,6 миллион АҠШ долларына һатыла, был латин америкаһы эштәре араһында рекорд була[38].
Калоның 1929 йылда яҙылған тағы бер автопортреты хаҡы буйынса рекордлы була, 2000 йылда 4,9 миллион долларға һатыла (тәүге хаҡы — 3- 3,8 млн доллар).
Йорт-музейы
үҙгәртергәКойоакандағы йорт Фрида тыуырҙан өс йыл алда бәләкәй генә ер киҫәгендә төҙөлә. Тышҡы фасадының йыуан стеналары, яҫы түбә, кеше йәшәй торған бер ҡат, һәр ваҡыт һалҡынса һәм эстәге ихата яғына асылған бүлмәләр — колониаль стиль өлгөһөндә тиерлек йорт. Ул баш ҡаланың үҙәк майҙанынан бары тик бер нисә квартал алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Лондрес урамы мөйөшөндәге һәм Альендо урамындағы был йорт тыштан Мехико янындағы көньяҡ-көнбайышта иҫке тораҡ биҫтәһендәге Койоакандала башҡа йорттар кеүек күренә. 30 йыл дауамында йорттоң ҡиәфәте үҙгәрмәй. Әммә Диего һәм Фрида өйҙө күберәк зәңгәр төҫтә һәм ҡупшы бейек тәҙрәләр менән, традицион индеецтар стилендә биҙәй.
Йортҡа инеү урынын ике ҙур Йәһүдә һаҡлай, уларҙың папье-машенан фигуралары егерме фут бейеклектә, бер-береһен һөйләшеүгә саҡырған һымаҡ ишара яһай.
Эстә палитра һәм бумаланы Фрида эш өҫтәлендә әле генә ҡалдырып сыҡҡан кеүек. Диего Ривераның карауаты эргәһендә эшләпә, уның эш халаты ята һәм ҙур ботинкалары тора. Мөйөштәге ҙур йоҡо бүлмәһендә быяла витрина урынлашҡан. Унда ошондай яҙыуҙар бар: «Бында Фрида Кало 1910 йылдың 7 июлендә тыуған». Яҙыу, рәссам үлеп дүрт йыл үткәс һәм йорто музей булғас, барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙыу дөрөҫлөккә тап килмәй. Фриданың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта уның 1907 йылдың 6 июлендә тыуғанлығы яҙылған. Фрида үҙенең Мексика революцияһы башланған йылда тыуыуын ғына таный. Сөнки революция ун йыллығында ул сабый ғына була, һәм хаос һәм ҡан менән тулған Мехико урамдары араһында йәшәгәнгә, революция менән бергә тыуғанмын тип ҡарар итә.
Ихатаның асыҡ-зәңгәр һәм ҡыҙыл стеналарын тағы бер яҙыу биҙәй: «1929 йылдан 1954 йылға тиклем был йортта Диего и Фрида йәшәй». Диего һәм Фрида АҠШ-ҡа киткәнгә тиклем (унда 1934 йылға тиклем 4 йыл үткәрәләр), был йортта бик аҙ йәшәйҙәр. 1934—1939 йылдарҙа улар өсөн Сан-Анхеле биҫтәһендә махсус төҙөлгән ике йортта йәшәйҙәр. Һуңынан ике Ривераның да ташлашыуы, айырылышыуы һәм яңынан никахлашыуы булған оҙон осорҙар башлана. Ике яҙыу ҙа ысынбарлыҡты биҙәй. Улар музей һымаҡ, Фрида тураһында легенданың өлөшө.
-
Музейҙың урамдан күренеше
-
«Фрида менән Диего был йортта 1929—1954 йылдарҙа йәшәгән»
-
Эске ихата
-
Скульптуралар коллекцияһы
Музейҙа рәссамдың бер нисә картинаһы, шәхси әйберҙәре, китаптары һәм Колубҡа тиклем булған осорға бағышланған статуялар ҡуйылған. Тышҡы һәм эске стеналарының буялышынан сығып, йортто «Зәңгәр» йә «Зәңгәрһыу» (исп. Casa azul) тип йөрөтәләр.
Сәнғәттә
үҙгәртергәФрида Калоның сағыу һәм ғәҙәти булмаған шәхесе әҙәбиәт һәм кинематограф әҫәрҙәрендә сағылыш таба.
- 1983 йылда рәссамға арналған «Фрида» / «Frida, naturaleza viva» фильмы төшөрөлә. Фрида Кало ролен Офелия Медина уйнай.
- 2002 йылда рәссамға арналған «Фрида» фильмы төшөрөлә, Фрида Кало ролен Сальма Хайек уйнай[39].
- 2017 йылда «Троцкий» телесериалы төшөрөлә. Фрида Кало ролен Виктория Полторак уйнай.
- 2005 йылда арт-кино «Фрида на фоне Фриды» арт-киноһы төшөрөлә[40].
- 1971 йылда ҡыҫҡа метражлы «Фрида Кало» фильмы төшөрөлә[41], 1982 йылда — документаль фильм[42], 2000 йылда —"Бөйөк рәссамдар" серияһынан документаль фильм[43], 1976 йылда — «Фрида Калоның тормошо һәм үлеме»[44], 2005 йылда — «Фрида Калоның тормошо һәм ваҡыты» документаль фильмы төшөрөлә[45].
- Oli Alai төркөмөнөң уға арналған «Фрида» йыры бар.
Фрида Кало Pixar студияһы йәнһүрәттәрендә «Коко сере» йәнһүрәтендә күренә. Шулай уҡ уның фамилияһын мультфильмдың төп геройҙарына (Ривер) бирәләр.
- El Estímulo испан телле сайтта, Крэйт Барлетт үҙенең интервьюһында «Эй, Арнольд!» мультсериалынан Хельга Патака образы өсөн йәш Фрида Калоның портреты алына, тип билдәләй.
Коммерцияла исеме
үҙгәртергәXXI быуат башында Венесуэла эшҡыуары Карлос Дорадо Frida Kahlo Corporation фонды булдыра, уға бөйөк рәссамдың туғандары Фриданың исемен коммерцияла ҡулланыу хоҡуғы бирә. Бер нисә йыл дауамында Фрида Кало исеме менән косметика линияһы, текила маркаһы, спорт аяҡ кейеме, биҙәнеү әйберҙәре, аҫҡы кейем кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ уның исеме менән һыра барлыҡҡа килә[46].
Хәтер
үҙгәртергә1994 йылда америка джаз-флейтасыһы һәм композиторы Джеймс Ньютон, Кало менән илһамланып, Frida for Suiteлә Kahlo, AudioQuest Music исем аҫтында альбом сығара[47].
2001 йылдың 21 мартында Фрида Кало АҠШ маркаһында һүрәтләнгән беренсе Мексика ҡатын-ҡыҙы була[48].
Фрида Кало хөрмәтенә 2007 йылдың 26 сентябрендә Эльст Эрик тарафынан 1993 йылдың 20 февралендә асылған 27792 Fridakahlo астероиды атала[49]. 2010 йылдың 30 авгусында Мексика Банкы 500 песо яңы банкнотаһын сығара, уның әйләнешендә Фрида һәм уның 1949 йылғы картинаһы һүрәтләнә Embrace of the ' s Universe Love', Earth, (Mexico), I, Diego, and. Xólotl, ә ыңғай яғында уның ире, Диего һүрәтләнгән була[50]. 2010 йылдың 6 июлендә, Фриданың тыуған көнө йыллығы хөрмәтенә дудл сығарыла[51].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 https://www.moma.org/artists/2963 (ингл.)
- ↑ http://www.getty.edu/vow/ULANFullDisplay?find=frida+kahlo&role=&nation=&prev_page=1&subjectid=500030701
- ↑ Свидетельство о рождении
- ↑ 5,0 5,1 Frida Kahlo // https://web.archive.org/web/20181115020541/http://clara.nmwa.org/index.php?g=entity_detail&entity_id=4125 (ингл.) — 2008.
- ↑ 6,0 6,1 Frida Kahlo // RKDartists (нидерл.)
- ↑ 7,0 7,1 Frida Kahlo // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ 8,0 8,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 https://www.theartstory.org/artist/kahlo-frida/life-and-legacy/#biography_header
- ↑ https://www.nytimes.com/1990/10/28/arts/art-view-why-frida-kahlo-speaks-to-the-90-s.html?src=pm&pagewanted=3
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 https://www.theartstory.org/artist/kahlo-frida/#nav
- ↑ 13,0 13,1 13,2 http://www.pbs.org/weta/fridakahlo/life/
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.)
- ↑ https://www.arsny.com/mostwanted/
- ↑ Kahlo, Frida // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=732fb75a-7761-4541-9df7-b9acf5335109
- ↑ 17,0 17,1 17,2 © 2019 Banco de México Diego Rivera Frida Kahlo Museums Trust, Mexico, D.F. / Artists Rights Society (ARS), New York // https://www.moma.org/artists/2963 (ингл.)
- ↑ https://www.adagp.fr/en/identities/frida-kahlo-80105
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/78333
- ↑ Artists + Artworks (ингл.)
- ↑ https://lib.collegeforcreativestudies.edu/cgi-bin/koha/opac-detail.pl?biblionumber=85921&query_desc=kw%2Cwrdl%3A%20frida%20kahlo
- ↑ Фрида — немец исеме «тыныслыҡ» тигән һүҙҙән алынған, (Friede/Frieden); «е» исемендә 1935 йылдан ҡулланыуҙан төшөп ҡала [1] 2010 йыл 22 июнь архивланған.
- ↑ 23,0 23,1 23,2 Herrera Hayden. A Biography of Frida Kahlo. — New York: HarperCollins, 1983. — ISBN 978-0-06-008589-6.
- ↑ Frida Kahlo . Smithsonian.com. Дата обращения: 18 февраль 2008. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2012 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Frida Kahlo by Adam G. Klein
- ↑ 26,0 26,1 26,2 Кало, Фрида // Большая российская энциклопедия. — 2008. — Т. 12. — С. 545. — ISBN 978-5-85270-343-9.
- ↑ Lozano, Luis-Martín (2007), стр. 236 (исп.)
- ↑ Frida Kahlo’s father wasn’t Jewish after all
- ↑ Frida Kahlo (1907–1954), Mexican Painter . Biography. Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
- ↑ Andrea Kettenmann. Frida Kahlo: Pain and Passion. — Köln: Benedikt Taschen Verlag GmbH, 1993. — P. 3. — ISBN 3-8228-9636-5.
- ↑ Budrys, Valmantas (February 2006). «Neurological Deficits in the Life and Work of Frida Kahlo». European Neurology 55 (1): 4–10. DOI:10.1159/000091136. ISSN (print), ISSN 1421-9913 (Online) 0014-3022 (print), ISSN 1421-9913 (Online). PMID 16432301. Проверено 2008-01-22.
- ↑ Cruz Barbara. Frida Kahlo: Portrait of a Mexican Painter. — Berkeley Heights: Enslow, 1996. — P. 9. — ISBN 0-89490-765-4.
- ↑ Andrea Kettenmann, Frida Kahlo. Frida Kahlo, 1907—1954: pain and passion page 27
- ↑ Karl Ruhrberg. Frida Kahlo: Art of the 20th Century: Painting, Sculpture, New Media, Photography. — Köln: Benedikt Taschen Verlag GmbH, 2000. — P. 745. — ISBN 3-8228-5907-9.
- ↑ Мексика сохранила ценный ресурс для сериала о любви, обреченного на успех в России — ЭкоГрад, 02.12.2016
- ↑ Hayden Herrera: Frida. Biographie de Frida Kahlo. Übersetzt aus dem Englischen von Philippe Beaudoin. Editions Anne Carrière, Paris 1996, S. 9.
- ↑ Herrera, Hayden (1983). A Biography of Frida Kahlo. New York: HarperCollins. ISBN 978-0-06-008589-6
- ↑ "Frida Kahlo " Roots « Sets $5.6 Million Record at Sotheby’s.» 2011 йыл 27 август архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4194 дней) — история) Art Knowledge News. 2006 (retrieved 23 August 2011)
- ↑ imdb title|0120679
- ↑ Мария Кретинина. В неигровом положении . Дата обращения: 24 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ imdb title|0322335
- ↑ imdb title|0345273
- ↑ imdb title|0930578
- ↑ imdb title|0074796
- ↑ imdb title|0446733
- ↑ BuenoLatina. Мексика: поступило в продажу пиво с изображением Фриды Кало 2015 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Suite for Frida Kahlo . Valley Entertainment. Дата обращения: 6 июль 2010. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Stamp Release No. 01-048 – Postal Service Continues Its Celebration of Fine Arts With Frida Kahlo Stamp . USPS. Дата обращения: 29 октябрь 2010. Архивировано 27 октябрь 2004 года.
- ↑ Циркуляры Центра малых планет за 26 сентября 2007 года — в этом документе нужно провести поиск Циркуляра малых планет № 60731 (M.P.C. 60731)
- ↑ Presentación del nuevo billete de quinientos pesos . Bank of Mexico. Дата обращения: 11 сентябрь 2010. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2010 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Frida Kahlo Google logo . Google. Дата обращения: 29 октябрь 2010. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Альберс Патриция (1999). Тени, огонь, снег: жизнь Тины Мооттти. Университет Калифорнийской прессы. ISBN 0-520-23514-2.
- Андерсон Коррин (осень 2009). «Воспоминание о открытой ране: Фрида Кало и постреволюционная мексиканская идентичность». Обзор Южной Атлантики. 74 (4): 119—130. JSTOR 41337719.
- Анкори Ганнит (2002). Imaging Her Selves: Поэтика Фриды Кало об идентичности и фрагментации. Гринвуд Пресс. ISBN 0-313-31565-5.
- Анкори Ганнит (2005). «Фрида Кало: ткань ее искусства». В Декстер, Эмма. Фрида Кало. Тейт Модерн. ISBN 1 85437 586 5.
- Анкори Ганнит (2013). Фрида Кало. Reaktion Books. ISBN 978-1-78023-198-3.
- Баддели Ориана (1991). «Ее платье Висит Вот: De-Frocking в Кало Cult». Оксфордский художественный журнал. 14 : 10-17. doi: 10.1093 / oxartj / 14.1.10.
- Бадделей Ориана (2005). «Размышление о Кало: зеркала, маскарад и политика идентификации». В Декстер, Эмма. Фрида Кало. Тейт Модерн. ISBN 1 85437 586 5.
- Бейкуэлл Элизабет (1993). «Фрида Кало: современное феминистское чтение». Frontiers: Журнал женских исследований. XIII (3): 165—189; иллюстрации, 139—151. Доступно через JSTOR (требуется регистрация).
- Бейкуэлл Элизабет (2001). «Фрида Кало». В Вернере, Майкл С. Краткая энциклопедия Мексики. Routledge. С. 315—318. ISBN 978-1-57958-337-8.
- Барсон Таня (2005). «Все Искусство At Once поверхности и символ: A Фрида Кало Глоссарий». В Декстер, Эмма. Фрида Кало. Тейт Модерн. ISBN 1 85437 586 5.
- Бергер Джон (2001). Форма кармана. Блумсбери. ISBN 978-0-7475-5810-1.
- Бек Эвелин Тортон (весна 2006). «Открытый мир Кало». Феминистские исследования. 32 (1): 54-81. doi : 10.2307 / 20459065. JSTOR 20459065.
- Блок Ребекка; Хоффман-Джип, Линда (1998—1999). «Вылепление национальной идентичности: Фрида Кало в „Gringolandia“». Женский журнал. 19 (2): 8-12. doi : 10.2307 / 1358399 .
- Будрис Валмантас (февраль 2006 г.). «Неврологические недостатки в жизни и работе Фриды Кало». Европейская неврология. 55 (1): 4-10. doi : 10.1159 / 000091136. ISSN 0014-3022. PMID 16432301. Проверено 2008-01-22.
- Бернс Джанет М. К. (февраль 2006 г.). «Взгляд как женщины: картины Сюзанны Валадон, Паулы Модерсон-Беккер и Фриды Кало». Атлантида. 18 (1-2): 25-46.
- Burrus Christina (2005). «Жизнь Фриды Кало». В Декстер, Эмма. Фрида Кало. Тейт Модерн. ISBN 1 85437 586 5.
- Burrus Christina (2008). Фрида Кало: «Я рисую свою реальность», Темза и Хадсон. ISBN 978-0-500-30123-4.
- Кастро-Сетнес Мария А. (2004—2005). «Духовный мир Фриды Кало: влияние мексиканских картин Retablo и экс-Voto на ее искусство». Женский журнал. 25 (2): 21-24. doi: 10.2307 / 3566513. JSTOR 3566513.
- Cooey Paula M. (1994). Религиозное воображение и тело: феминистский анализ. Оксфордский университет.
- ДеффебахНэнси (2006). «Фрида Кало: героизм частной жизни». В Бранке, Самуил; Фаллоу, Бен. Герои и героины в Латинской Америке. Университет Техасского пресса. ISBN 978-0-292-71481-6.
- Деффебах Нэнси (2015). Мария Искьердо и Фрида Кало: захватывающие видения в современном мексиканском искусстве . Университет Техасского пресса. ISBN 978-0-292-77242-7.
- Декстер Эмма (2005). «Универсальная диалектика Фриды Кало». В Декстер, Эмма. Фрида Кало. Тейт Модерн. ISBN 1 85437 586 5.
- Фрайс Рональд (март 2004 г.). Ярость и Mire человеческого Вен «Фрида Кало и Росарио Кастельянос». Hispania. 87 (1): 53-61. doi : 10.2307 / 20062973. JSTOR 20062973.
- Helland Janice (1990—1991). «Ацтекские изображения в картинах Фриды Кало: самобытность и политическое обязательство». Женский журнал. 11 (5): 8-13. JSTOR 3690692.
- Эррера Хайден (2002). Фрида: Биография Фриды Кало. Харпер Многолетник.
- Кеттенманн Андреа (2003). Кало. Ташен. ISBN 3-8228-5983-4.
- Линдауэр Маргарет А. (1999). Пожирающая Фрида: история искусства и популярная знаменитость Фриды Кало. Университетская пресса Новой Англии.
- Mahon Alyce (2011). «Потерянный секрет: Фрида Кало и сюрреалист воображаемый». Журнал сюрреализма и Америки. 5 (1-2): 33-54.
- Marnham Patrick (1998). Сны с открытыми глазами: Жизнь Диего Ривера. Университет Калифорнийской прессы. ISBN 0-520-22408-6.
- Pankl Lis; Блейк Кевин (2012). «Сделано в ее образе: Фрида Кало как материальная культура». Материальная культура. 44 (2): 1-20.
- Panzer Mary (2004). «Существенный принцип Николя Мурая». В Хайнцельмане, Курт. Круг Коваррубиас: собрание мексиканского искусства XX века Николя Мурая. Университет Техасского пресса. ISBN 978-0-292-70588-3.
- Theran Susan (1999). Индекс цен в Латинской Америке на аукционе Леонард. Аукционный индекс, Inc. ISBN 978-1-349-15086-1.
- Удаль Шарин (осень 2003). «Мексиканское тело Фриды Кало: история, идентичность и художественное стремление». Женский журнал. 24 (2): 10-14. doi: 10.2307 / 1358781. JSTOR 1358781.
- Wollen Peter (2004). Париж / Манхэттен: Писания по искусству. Версо.
- Замора Марта (1990). Фрида Кало: Кисть страданий. Хроники. ISBN 0-87701-746-8.
- The diary of Frida Kahlo: an intimate self-portrait / H.N. Abrams. — N.Y., 1995..
- Teresa del Conde. Vida de Frida Kahlo. — Mexico: Departamento Editorial, Secretaría de la Presidencia, 1976..
- Teresa del Conde. Frida Kahlo: La Pintora y el Mito. — Barcelona, 2002..
- Drucker M. Frida Kahlo. — Albuquerque, 1995..
- Frida Kahlo, Diego Rivera and Mexican Modernism. (Cat.). — S.F.: San Francisco Museum of Modern Art, 1996..
- Frida Kahlo. (Cat.). — L., 2005..
- Жан-Мари Гюстав Леклезио. Диего и Фрида. — М.: КоЛибри, 2006. — ISBN 5-98720-015-6..
- Кеттенманн А. Фрида Кало: Страсть и боль. — М., 2006. — 96 с. — ISBN 5-9561-0191-1..
- Prignitz-Poda H. Frida Kahlo: Life and Work. — N.Y., 2007..
- Эррера Х. Фрида Кало. Viva la vida!. — М., 2004. — ISBN 5-699-05484-7..
Һылтанмалар
үҙгәртергәФрида Кало Викиөҙөмтәлә | |
Фрида Кало Викимилектә | |
Фрида Кало Викияңылыҡтарҙа |
- Полная биография Фриды Кало и её картины 2010 йыл 5 ғинуар архивланған.
- Биография и картины Фриды Кало
- МИР ФРИДЫ КАЛО
- Дневник Фриды Кало 2010 йыл 4 май архивланған.
- Репродукции картин Фриды Кало 2010 йыл 2 октябрь архивланған.
- Жизнь и смерть Фриды Кало
- Фотографии Фриды Кало и Диего Риверы
- Официальный сайт дома-музея.