Көндәлек — кемдең дә булһа берәүҙең үҙенең эш-ғәмәлдәре, уй-кисерештәре, күргән, ишеткән, ҡатнашҡан хәл-ваҡиғалары тураһында беренсе заттан, мин исеменән, билдәле бер ваҡыт арауығы (көн, аҙна, йыл һ.б.) һайын теркәп барған яҙмалары. Үҙҙәренең йөкмәткеләре, жанр тәбиғәттәре һәм вазифалары менән көндәлектәр бер нисә төрлө була: 1)Берәй кешенең үҙе өсөн генә яҙған яҙмалары. Уларҙа автобиографияға тартым ихласлылыҡ, субъективизм, реаль яҡ өҫтөнлөк итә. 2) Конкрет шәхестең — әҙиптең уҡыусылар өсөн махсус яҙылған көндәлектәре. Уларҙа авторҙың тәржемәи хәле, рухи хәл-торошо тышҡы донъя, ижтимағи күренештәр менән тығыҙыраҡ бирелә, уҡыусы өсөн мөһимерәк мәсьәләләр үҙәккә ҡуйыла, дөйөмләштереүҙәр яһала. Был төр яҙмалар сағыштырмаса үҙаллылыҡтары менән айырылып тора. Автобиографик характерҙағы көндәлектәр — әҙиптәрҙең тормошон, ижад лабораторияларын өйрәнеүҙә, әҙәби процестың асылын, ысынбарлыҡ менән бәйләнешен тикшереүҙә мөһим сығанаҡтаҙрҙың береһе. Мәҫәлән, рус әҙәбиәтендә Лев Николаевич Толстойҙың, Федор Михайлович Достоевскийҙың, Владимир Галактионович Короленконың көндәлектәре яҡшы билдәле. Башҡорт яҙыусыларынан Сәғит Агиштың, М. Хәйҙең, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Рауил Бикбаевтың көндәлектәре донъя күрҙе. 3) Көндәлек формаһында яҙылған әҙәби әҫәр йә уның бер өлөшө. Бында хикәйәләү авторҙың үҙ исеменән дә, унда ҡатнашыусы төп герой ауыҙынан да алып барылырға мөмкин. Һуңғыһына миҫал итеп Михаил Юрьевич Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романынан «Печорин журналы»н күрһәтергә мөмкин. Хикәйәләүҙә көндәлек жанры геройҙың эске донъяһын тулыраҡ асырға, уҡыусы менән яҙыусы диалогын көсәйтеүгә, тәбиғилек иллюзияһын арттырыуға булышлыҡ итә. Рус әҙәбиәте тарихында көндәлек формаһында яҙылған әҫәрҙәр шаҡтай. Николай Васильевич Гоголдең «Аҡылдан яҙғандарҙың көндәлеге», Иван Сергеевич Тургеневтың «Артыҡ кеше көндәлеге», Вера Инберҙың «Өс йыл» әҫәрҙәре шундайҙарҙан. Үҙенең формаһы һәм стиле менән көндәлек сәйәхәтнамә, хат жанрҙарына яҡын тора, хатта ҡайһы саҡ улар үҙ-ара бәйлнешкә инеп тә китә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965. 84-се бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 82-се бит.