Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)
Хәҙерге сәнғәт музейы (ингл. Museum of Modern Art, ҡыҫҡартмаһы MoMA), Нью-Йорк Манхеттен — хәҙерге сәнғәт буйынса донъяла тәүге һәм иң бай музейҙарҙың береһе[12], ошондай башҡа йыйылмалар өсөн эталон тип иҫәпләнә.
Кешеләрҙең йөрөүе буйынса АҠШ-та өсөнсө, донъяла тәүге егерме художестволы музей иҫәбенә инә — 2013 йылда 3 066 337 кеше булған. Нью-Йорктың күренекле урындарының береһе.
ТарихыҮҙгәртергә
1928 йылда Манхеттендағы офис бинаһының алты залында урынлаша, Рокфеллерҙар ғаиләһенең ҙур булышлығы һәм ярҙамы тейә. Сәнғәт белгесе Альфред Барр музейҙың беренсе директоры була.
Йыйылмаларына XX быуаттың иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәре — «Звездная ночь» (Винсент Ван Гог)), «Танец» (Анри Матисс), «Авиньонские девицы», «Спящие крестьяне» (Пабло Пикассо), «Постоянство памяти» (Сальвадор Дали), «Птица в пространстве» (Брынкуши) инә.
Әлеге бинаһының төҙөлөшө 1939 йылда башлана, 1950-се йылдарҙа «интернациональ стилдә» Филип Джонсон тарафынан яңыртып төҙөлә, 1980-се һәм 2000-се йылдарҙағы реконструкциялар ваҡытында музей майҙандары бер нисә тапҡырға ҙурайтыла.
1947 йылда МоМА етәкселеге Нью-Йорктың «Метрополитен» музейы менән контракт төҙөй, уға ярашлы, хәҙерге заман сәнғәте разрядынан классик сәнғәт әҫәре разрядына күскән әҫәрҙәр МоМА-нан «Метрополитен»ға тапшырылырға тейеш була.
Хәҙерге көндәҮҙгәртергә
Музейҙа 150 000-дән ашыу әҫәр һәм 4 миллион самаһы кинофильм һаҡлана[13].
Коллекцияһы XIX быуат аҙағынан XXI быуат башына тиклемге донъя сәнғәте әҫәрҙәренән тора. Музейҙың бүлектәре: архитектура һәм дизайн (биналарҙың макеттары һәм рәсемдәре; Л. Мис ван дер Роэ архивы), һынлы сәнғәт һәм скульптура ( постимпрессионизмдан, ХХ быуаттың авангардистик йүнәлештәренән алып иң заманса сәнғәткә тиклем), һүрәт, баҫма графика һәм иллюстрацияланған китаптар, фотоһүрәттәр, кино, сәнғәт һәм перформанс сәнғәте [1].
Һәр бүлектең уҡыу үҙәге бар. Музейҙа әүҙем нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыла, китапхана һәм архивтар бар. Подвал ҡаттарында урынлашҡан кинотеатрҙарҙа музей фондындағы фильмдар күрһәтелә [2].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ https://www.moma.org/about/who-we-are/moma-history
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Sherman C. R., Holcomb A. M. Women as interpreters of the visual arts, 1820- 1979 — 1981. — P. 74. — ISBN 978-0-313-22056-2
- ↑ GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ 4,0 4,1 archINFORM — 1994.
- ↑ http://www.icam-web.org/memberlist.php?subnode_id=1&key=U
- ↑ List of members
- ↑ http://www.momaps1.org/about/
- ↑ Elderfield J. de Kooning: A Retrospective — MoMA, 2011. — P. 53. — 504 p. — ISBN 978-0-87070-798-8
- ↑ Visitor Figures 2016 // The Art Newspaper — 2017. — Iss. 289. — ISSN 0960-6556
- ↑ Art's most popular: Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 Museum of Modern Art online collection
- ↑ Kleiner, Fred S.; Christin J. Mamiya The Development of Modernist Art : The Early 20th Century // Gardner's Art Through The Ages : The Western Perspective — Thomson Wadsworth (инг.)баш., 2005. — Б. 796. — ISBN 0495004782.
- ↑ William E. Jones, introduction to Cruising the Movies, South Pasadena, California, Semiotext(e), 2015, ISBN 9781584351719, p. 31.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Викимилектә Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк) темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт МоМА
- [3] БРЭ