Ҡаҙансы (Баҡалы районы)
Ҡаҙансы (рус. Казанчи) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Кәстәй ауыл Советы на ҡарай. 2008 йылға тиклем Ҡаҙансы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 327 кеше[2]. Почта индексы — 452667, ОКАТО коды — 80207851002.
Село | |
Казанчи башҡ. Ҡаҙансы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452667 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәҠаҙансы ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Шәршәле йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километр һәм тимер юл станцияһы Туймазынан төньяҡҡа табан 98 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Топонимикаһы
үҙгәртергәАтамаһы ҡаҙансы (ҡаҙансы ‘котловой’) тигән башҡорт этнонимынан килеп сыҡҡан тип фаразлана[4]
Тарихы
үҙгәртергәҠаҙансы ауылы 1708 йылдан билдәле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауылға 1794 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса дәүләт крәҫтиәндәре индерелгән.
1865 йылда 158 хужалыҡта 912 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана яһау, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Ҡаҙансыла расколсылар ғибәҙәтханаһы, 11 тирмән булған. 1906 йылда сиркәү (1896 йылда төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе бар[5][6].
2008 йылда Ҡаҙансы ауыл Советын үҙгәртеүгә бәйле, ауыл Иҫке Кәстәй ауыл Советы составына индерелә (Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-сы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм ауылдарҙы тапшырыу менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы, 1-се статья, 6-сы пункт)[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәҠаҙансы ауылы халҡы — урыҫтар. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1307 | ||||
1920 йыл 26 август | 1747 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1400 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 934 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 445 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 419 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 327 | 159 | 168 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
үҙгәртергәҠаҙансы ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб, китапхана бар[8].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Светляков Анисим Илларионович (17.02. 1897[9], Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Ҡаҙансы ауылы — 13.05.1977, Ленинград, СССР) — совет хәрби етәксеһе, генерал-майор (03.06.1944).
- Суханова Федосья Павловна (12.07.1930), малсылыҡ алдынғыһы. 1946—1991 йылдарҙа урындағы «Искра Ленина» колхозы һауынсыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[10].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:
- Сөн
- Шәршәле
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр, юл:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡаҙансы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- Карта д. Казанчи. Улицы
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡаҙансы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 54. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- ↑ Ҡаҙансы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ По новому стилю
- ↑ Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2020)
- ↑ Карта д. Казанчи. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |