Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы
Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл — 2 октябрь 2023 йыл) — башҡорт теле белгесе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исмеедәге (2016) премиялар лауреаты.
Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1950[2] |
Тыуған урыны | Рәхмәт, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 октябрь 2023[3] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй[3] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | тел ғилеме |
Эш урыны |
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Тенишев Әҙһәм Рәхим улы |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2023 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәФирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[4] Әбйәлил районыны Рәхмәт ауылында тыуған.
1970 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.
1976 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә.
1978 йылдан алып 1985 йылғаса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр. 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1987 йылдан БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире, 1992 йылдан шул уҡ факультеттың деканы була, 1993 йылдан — профессор.
1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан — директор.
2023 йылдың 2 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[5].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә100-ҙән ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән: (рус.)
- История башкирского языка: Материалы по исторической фонетике: Монография / БашГПИ. Уфа, 1989. 96 с.
- Башкирский язык для начинающих: Учебное пособие. Уфа: Башкнигоиздат, 1991. 144 с. (соавт. З. Я. Шарипова, В. И. Хажин).
- Башкирская ойконимия XVI—XIX вв.: Монография. Уфа: Башкнигоиздат, 1991. (15,9 п.л.).
- Родной Башкортостан: Учебное пособие. Уфа: Сонико, 1992. 304 с. (соавт. З. Я. Шарипова, Л. И. Нагаева).
- Географические названия Башкортостана. Уфа, 1994.
- «A tuznek mondom!» (A Baskir nepi orvoslas magikus elemeinek mai rendszere): монография. Budapest, 1997. 156 p. (соавт. Торма Йожеф).
- История и культура Башкортостана: Хрестоматия. Москва: Изд-во «МДС», 1997. 548 с. (соавт. З. Я. Шарипова и Л. И. Нагаева).
- О выполнении «Программы развития образования Республики Башкортостан на 1993—1998 гг.» и задачах образования на 1999—2003 гг. (проект концепции). Уфа, 1998. 91 с.
- Введение в языкознание. Учебное пособие /Сибайский институт БГУ. Сибай, 1999. 146 с. (соавт. Р. Г. Закирова).
- Башкирский язык? Пожалуйста! Учебное пособие. Уфа: Китап, 2000. 248 с. (соавт. З. Г. Ураксин, М. Эрсен-Раш).
- Башкирская мифология. Словарь-справочник. Уфа; Гилем, 2002. 125 с. (на башк.яз.).
- Мой башкирский язык. От 7 до 10. Учебное пособие. Уфа: Китап, 2002. 294 с. (соавт. Н. И. Асадуллина).
- Башкирский язык для малышей. Учебное пособие. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2002. 153 с.
- Башкиры. М.: Голос-Пресс, 2003. 575 с. (соавт З. Г. Ураксин).
- Русско-башкирский словарь названий улиц городов Республики Башкортостан. Уфа: Деловая династия, 2008. 311 с.
- Словарь башкирской мифологии. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2011.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты
- Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе (1996—1998)
- 2000—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы (1996— 98), Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте (1997—2003), БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БР Дәүләт телдәре советы (2003 й. алып) рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары (2015 й. алып).
Фотогалерея
үҙгәртергәФирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусылар рәтендә булды һәм ойошмала бер нисә йыл етәксе булды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа Йәмғиәт Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көнө, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты, йыйынтыҡтар сығарҙы. Уның тырышлығы менән «Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тигән белешмә донъя күрҙе[6].
Уның хаҡында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергә- Мостаева Г. Фән — бәхетем, йәки Нисек бизнес-леди булып китмәнем. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь[7].
- 2015 йылдың 20 ноябрендә республикала Фирҙәүес Хисаметдинованың юбилейы уңайынан диалектология буйынса ғилми конференция уҙғарыла[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008);
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 3,0 3,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
- ↑ Күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова вафат. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 3 октябрь 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2023)
- ↑ Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы. — Өфө, 2002. 94 бит
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь(недоступная ссылка)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 октябрь 2015 йыл
- ↑ Хеҙмәтенә күрә —хөрмәте. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 25 май(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2023)