Береш

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл

Береш (рус. Бриш) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 263 кеше[2]. Почта индексы — 453562, ОКАТО коды — 80211810002.

Ауыл
Бриш
башҡ. Береш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Асы

Координаталар

54°24′25″ с. ш. 57°30′11″ в. д.HGЯO

Халҡы

263[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453562

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 810 002

ОКТМО коды

80 611 410 106

ГКГН номеры

0520463

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бриш (Рәсәй)
Бриш
Бриш
Береш (Башҡортостан Республикаһы)
Бриш


Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың атамаһы гидронимдан алынған. Был йылға Инйәр йылғаһына уң яҡ ярында ҡоя. Тарихсы, географ, иҡтисадсы, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады һәм этнографияһы буйынса «Ырымбур губернаһы топографияһы» тигән энциклопедик хеҙмәт авторы П. И. Рычков фаразы буйынса, ауыл атамаһы ике вариантта — Береш һәм Берғаш булараҡ йөрөй. Белорет төбәген өйрәнгән белгес, ҡалалағы тарихи-төбәкте өйрәнеү музейына нигеҙ һалған М. Ф. Чурко[3] иһә ауыл атамаһы антропонимдан килеп сыҡҡан тип һанаған[4].

Ауылға нигеҙ һалыныу ваҡыты тураһында 1795 йылда Берештә 17 ир-егет һәм 18 ҡатын-ҡыҙ менән 6 йорттан ғына тороуы тураһындағы мәғлүмәт һөйләй. 1859 йылда ундағы 11 йортта 140 кеше йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу 403 кеше һәм 77 йорт булғанын күрһәткән. Йәйен Ҡуҫағаҙы йылғаһы буйлап күсеп йөрөйҙәр. Бында һалым һәм йыйымдарҙан бөлөнгән ярым күсмә халыҡ йәшәй, 15 йортҡа 26 йылҡы, 25 һыйыр, 16 һарыҡ тура килгән. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр[5]. 1850 йылғы рәүиздә был ауылда 10-сы хужалыҡта Ишбулды исемле улы менән Ишбай Кузубаев ғаиләһе теркәлгән. Был ғаилә тураһында 1834 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе 8-се башҡорт кантоны Ҡолғона ауылынан күсерелгән, тигән иҫкәрмә бар. Ишбулды - Рафаэль Бәйдәүләтовҡа фамилия ҡалдырған Байдәүләттең атаһы.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 263 136 127 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 161 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Асы): 6 км

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)