Йөйәк йылғаһы (варианты — Зөйәк йылғаһы, урыҫса — Зуячка) — Башҡортостандың Белорет районы Урал тауы Елмерҙәк һыртынан баш алған йылға.

Йөйәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Ҡайҙа ҡоя Инйәр
Карта

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына инә, сығанаҡ башынан алып тамағына тиклем Эҫем һыу хужалығы участкаһы, Ағиҙел йылға бассейны тармағы. Кама йылғаһының йылға бассейнын инә [1].

Оҙонлоғо 95 саҡрым. Йөйәк ауылының түбән яғына килеп ҡоя. Тау йылғаларына хас булғанса, шаршылы, тиҙ ағымлы, һалҡын һыулы таҙа йылға.

Ул Өфө-Белорет шоссе юлын киҫеп үтә, уның аша күпер һалынған. Был урындан Йөйәк ауылына 17 саҡрым ҡала.

Йөйәк йылғаһы (Зуячка). Белорет районы. Башҡортостан
Йөйәк йылғаһы. Белорет районы

Этимологияһы үҙгәртергә

 
Йөйәк йылғаһы ошо урында Инйәр йылғаһына ҡоя

Йылға исеме «Йөй» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Башҡорт халҡы йылғаларға исемде йыш ҡына уның сифаты буйынса ҡушҡан. Йылға яҙ көнө ярҙарынан сығып, ярҙы ашап икенсе ерҙән аға, ә элекке йырҙа үлән баҫып бөтөп ерҙә «йөй»ҙәр ҡалдыра. Ауыл янындағы Аҡтау башынан йылға тамағына табан ҡараһаң, яландар шундай «йөйҙәр» менән сыбарланған.

Йөйәк һөйәктән барлыҡҡа килгән, йылғаға ҡорбан итеп салған малдың һөйәген ташлағандар тигән вариант бар.

Ошо ауылда үҫеп, мәктәбен тамамлаған яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың йәнә бер фаразы бар. Монгол телендә «зөөг» һүҙе — «һыуыҡ» тигәнде аңлата, ә «з» менән «й» телдә сиралашып килеүсән.

Йөйәк-Йайыҡ-Эйек исемдәре оҡшашлығынан сығып уның исеме төрки телдәрҙә йәйек йылға тигән мәғәнәлә ҡарарға ла булыр ине, тик Йөйәк йылғаһы бик киң түгел. Боронғо төрки телдәрҙә ыдук//ыйык «изге» йылға тигәнде аңлатыуын иҫәпкә алып ошо вариант та иғтибарға лайыҡ, тиергә була. Әлегә Йөйәк ауылы халҡы башлыса тәүге вариантты иң дөрөҫө тип иҫәпләй.

Ауылдың йылғаға бәйле тарихы үҙгәртергә

Ауылдың исеме шул исемдәге йылғанан алынған. Ауыл ун туғыҙынсы быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем Йөйәк йылғаһы буйлап дүрт урында теркәлә, алтмышынсы йылдарҙа өс бер исемле ауыл була.

Йөйәк йылғаһы буйындағы иң ҙур майҙанлы Оло ялан тигән урында Изгеләр зыяраты (Яҡшылар зыяраты тип тә йөрөтәләр)бар. Унда бөтә Ҡатай еренән күренекле кешеләрҙе килтереп ҡуйғандар.

«Йөйәк» "Зөйәк"кә урыҫсанан башҡортсаға калькаланыуынан килеп сыҡҡан. Ун һигеҙенсе- ун туғыҙынсы быуат урыҫ документтарында ауыл Зюяково тип яҙыла, төркисәнән урыҫсаға бер тәржемәлә Юяково варианты бар. Тимәк, ауыл исеме урыҫсаға Юяково-Зюяково тип ауҙарылған, һуңғараҡ урыҫ теленә тағы ла яраҡлаштырылып Зуяковоға әйләнгән. Ауылдың ике төрлө атап йөрөтөлөүе совет власы урынлашҡас барлыҡҡа килгән (өлкән быуын тик Йөйәк формаһын ҡулланды)[2].

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Йөйәккә Сәкәшле йылғаһы ҡоя. Сәкәшле (бәхәсле, талашлы) — сәкәшеү һүҙенән барлыҡҡа килгән. Был урында ер өсөн бәхәс сығып талашҡандар. Йылғаның ике ярынан да тау буйҙарынан бик күп шишмәләр ҡоя - Ағуй, Ҡаршылма(ҡар шылмалы тау), Ҡайынтүш, Һыуыҡйылға, Машай, Тирҫүңер, Көҙгөйорт[3].

Йылғаның экологияһын һаҡлау үҙгәртергә

Яҙыусы, эшҡыуар һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин 1993 йылда РБ-ның ҡырағай йәнлектәрен һаҡлау фонды асҡан. 2005 йылда Фонд ярҙамында «Зуячка» тип аталған һунарсылыҡ хужалығы ойошторола, ул 16 мең гектарлап ерҙе үҙ эсенә ала, Йөйәк йылғаһы һәм башҡа ваҡ йылғалар уның биләмәһенә инә[4].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Ринат Шәйбәков. Таулы төйәк Белорет, 2012
  • Альфия Нафикова. «Зуячка» под охраной: Здесь трудятся люди, которые любят природу и заботятся о ней — «Республика Башкортостан»,2009, 2 сент.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Государственный водный реестр РФ Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2012
  2. 1.Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  3. 1.Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. История родного края. (на башкирском и русском языках). Белорецк, 2012.
  4. http://www.agidel.ru/?param1=16058&tab=4(недоступная ссылка)