Ҡояш торошо
Ҡояш торошо (боронғо исеме: ҡояштың кирегә әйләнеүе (солнцеворот)) — астрономик ваҡиға, ул еткән мәлдә ысын көн уртаһында Ҡояш офоҡ өҫтөнән максималь (йәйге ҡояш торошо) йәки минималь бейеклектә (ҡышҡы ҡояш торошо) урынлаша[2][3]. Ҡояш торошо ваҡытында Ҡояш Ер экваторынан төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан максималь ауыша. «Ҡояш торошо» терминының туранан-тура килеп сығышы: был күренеш мәлендә көн уртаһында Ҡояштың офоҡтан бейеклеге бер нисә көн буйына үҙгәрмәйенсә тороуы менән бәйле, йәғни Ҡояш, әйтерһең «бер урында ғына тора». Ҡояш торошоноң «Ҡояштың кирегә әйләнеүе» (солнцеворот) тип аталған мәле — Ҡояштың офоҡҡа ҡарата бейеклегенең ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә башлауы.
Ҡояш торошо | |
Йылдың көнө | июньское солнцестояние[d] һәм декабрьское солнцестояние[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Көн менән төн тигеҙләнеше |
Ҡояш торошо Викимилектә |
UTC-0 ваҡыты буйынса ҡояш торошо һәм көн-төн тигеҙләнеше[1] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
йыл | Көн-төн тигеҙләнеше Март |
Ҡояш торошо Июнь |
Көн-төн тигеҙләнеше Сентябрь |
Солнцестояние Декабрь | ||||
көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | көн | ваҡыт | |
2010 | 20 | 17:32 | 21 | 11:28 | 23 | 03:09 | 21 | 23:38 |
2011 | 20 | 23:21 | 21 | 17:16 | 23 | 09:04 | 22 | 05:30 |
2012 | 20 | 05:14 | 20 | 23:09 | 22 | 14:49 | 21 | 11:12 |
2013 | 20 | 11:02 | 21 | 05:04 | 22 | 20:44 | 21 | 17:11 |
2014 | 20 | 16:57 | 21 | 10:51 | 23 | 02:29 | 21 | 23:03 |
2015 | 20 | 22:45 | 21 | 16:38 | 23 | 08:20 | 22 | 04:48 |
2016 | 20 | 04:30 | 20 | 22:34 | 22 | 14:21 | 21 | 10:44 |
2017 | 20 | 10:28 | 21 | 04:24 | 22 | 20:02 | 21 | 16:28 |
2018 | 20 | 16:15 | 21 | 10:07 | 23 | 01:54 | 21 | 22:23 |
2019 | 20 | 21:58 | 21 | 15:54 | 23 | 07:50 | 22 | 04:19 |
2020 | 20 | 03:50 | 20 | 21:44 | 22 | 13:31 | 21 | 10:02 |
2021 | 20 | 09:37:27 | 21 | 03:32:08 | 22 | 19:21:03 | 21 | 15:59:16 |
2022 | 20 | 15:33:23 | 21 | 09:13:49 | 23 | 01:03:40 | 21 | 21:48:10 |
2023 | 20 | 21:24:24 | 21 | 14:57:47 | 23 | 06:49:56 | 22 | 03:27:19 |
2024 | 20 | 03:06:21 | 20 | 20:50:56 | 22 | 12:43:36 | 21 | 09:20:30 |
2025 | 20 | 09:01:25 | 21 | 02:42:11 | 22 | 18:19:16 | 21 | 15:03:01 |
Ҡояш торошо йылына ике тапҡыр күҙәтелә: 20-21 июндә һәм 21-22 декабрҙә. Йәйге ҡояш торошо көнөндә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн, ә ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә, киреһенсә, — иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була (тик ҡотоптарҙа ғына башҡаса). Урта киңлектәрҙә ҡояш торошо даталары яҙҙан йәйгә һәм көҙҙән ҡышҡа астрономик күсеш даталарына тап килә[⇨].
Күп кенә халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм мифологияһында йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо көнө мистик әһәмиәткә эйә, был мәлдә ошо күренешкә арнап, төрлө йолалар һәм байрамдар үткәрелә[⇨].
Астрономик белешмә
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта (2010—2025) бөтә донъя ваҡыты буйынса (башҡа сәғәт бүлкәттәрендә ҡышҡы һәм йәйге ҡояш торошо даталары бер тәүлеккә айырылыуы ихтимал: Гринвичтан көнсығышҡа табан (к востоку от Гринвича) — бер тәүлеккә күберәк, Гринвичтан көнбайышҡа табан (к западу от Гринвича) — бер тәүлеккә аҙыраҡ) төньяҡ ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошо 21 декабрҙә йәки (кәбисә йылынан алда) 22 декабрҙә, ә йәйге ҡояш торошо 20 июндә (кәбисә йылынан алда) йәки 21 июндә була. Көньяҡ ярымшарҙа — киреһенсә, декабрҙә ҡояш торошо йәйге, ә июндә — ҡышҡы ҡояш торошо күҙәтелә[4].
Һәр ярымшарҙа йылына бер тапҡыр ҡышҡы ҡояш торошо (иң оҙон төн менән) иң ҡыҫҡа көн менән билдәләнә (тик ҡотоптан тыш, унда берҙән-бер төн ярты йылға һуҙыла, һәм ҡышҡы ҡояш торошо — поляр төндөң уртаһы). Һәр ярымшарҙа йылына бер тапҡыр йәйге ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа төн менән) күҙәтелә (тик ҡотоптан тыш, унда берҙән-бер көн ярты йылға һуҙыла, һәм йәйге ҡояш торошо — поляр көндөң уртаһы).
Урта киңлектәрҙә астрономик ҡыш һәм яҙ мәлендә көн уртаһында (дөрөҫөрәге, ысын төш мәлендә) Ҡояш урынлашҡан еренән көн һайын офоҡтан юғары күтәрелә бара, ә йәйге ҡояш торошонда ул «туҡтап ҡала»һәм үҙенең хәрәкәтен кирегә үҙгәртәе. Артабан көндән-кән түбән төшә бара, һәм аҙаҡ килеп, ҡышҡы ҡояш торошо мәлендә, тағы «туҡтай» һәм киренән күтәрелә башлай.
Кәбисә йылындағы тайпылыш һөҙөмтәһендә ҡояш торошо датаһы төрлө йылдарҙа 1-2 көнгә айырылыуы ихтимал. Традиция буйынса ҡышҡы ҡояш торошо мәле астрономик ҡыштың башы, ә йәйге ҡояш торошо ваҡыты астрономик йәйҙең башы тип ҡабул ителә, был астрономик яҙ йәки көҙҙөң башы — яҙғы һәм көҙгө көн менән төндөң тигеҙлеге[5]. Ҡояш торошо мәлдәрендә ҡояштың астрономик оҙонлоғо, ярашлы рәүештә, 90° һәм 270°-ҡа тиң.
Ҡояш торошо башланғанға һәм унан һуң бер нисә көн буйына Ҡояш ауышлығын үҙгәртмәй, күктә уның төш мәлендәге бейеклеге үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек (бейеклеге йыл дауамында график буйынса үҙгәрә, йәғни синусоидтың юғарылағы түбәһенә яҡын тора); «ҡояш торошо» тигән һүҙбәйләнеш тә тап шунан килеп сыҡҡан. Әммә көн менән төн тигеҙлеге даталары яҡынлашҡан һайын, киреһенсә, Ҡояштың ауышлығының үҙгәреү тиҙлеге лә арта бара (тәүлегенә ~24 мөйөш минуты), сөнки был синусоидтың горизонталь күсәрен (ваҡытты) киҫеп сығыуына тап килә. Ике ҡояш торошо осоронда Ҡояштың бейеклеген күҙәтеү ярҙамында эклиптика яҫылығының күк экваторына ауышлығын билдәләү мөмкин[6].
Нөктәләрҙе билдәләү
үҙгәртергәҠышҡы һәм йәйге ҡояш торошо йондоҙлоҡтарға (Гиппарх осоронда улар булған) тап килгән зодиак символдары менән билдәләнә[7]: ҡышҡы ҡояш торошо — Ылаҡ (♑), йәйге ҡояш торошо — Ҡыҫала (♋) тамғалары[8]. Көн менән төндөң тигеҙлегенә әҙерләнеү һөҙөмтәһендә был нөктәләр урындарынын бер аҙ шыла, хәҙер улар ярашлы рәүештә Уҡсы һәм Буға йондоҙлоҡтарында, өҫтәүенә йәйге ҡояш торошо нөктәһе Игеҙәктәр йондоҙлоғонан Үгеҙ йондоҙлоғона сағыштырмаса яңы — 1988 йылдың көҙөндә күскән[9].
Халыҡтар мәҙәниәте һәм мифологияһында
үҙгәртергәТрадицион ҡышҡы ҡояш торошо иң билдәле исеменең береһе — Йоль. Иван Купала (Иванов көн, Купал төнө) — көнсығыш славяндарҙың йәйге ҡояш торошона(солнцеворот), 24 июндә (7 июль) тәбиғәттеү уяныуына арналған халыҡ байрамы . Христиандарҙың Иоанн Предтеча Раштыуа байрамы менән тап килгән ваҡыт буйынса үткәрелә . Календарь циклында Раштыуа (Коляда) байрамына симметрик.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Equinoxes, Solstices, Perihelion, and Aphelion, 2000—2020.
- ↑ День зимнего солнцестояния . РИА Новости. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ День летнего солнцестояния . РИА Новости. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Australian Almanac. — Sydney, 1864. — С. 1.
- ↑ В некоторых странах, например, в Англии, период времени летнего солнцестояния считается серединой лета — en:Solstice (инг.); с астрономической точки зрения тоже целесообразно считать эти временные точки за середины соответствующих времён года — Кузнецов А. Моменты начала астрономических времён года: взгляд по-новому // Небосвод. — 2006. — № 3. — С.27
- ↑ Г. Е.Куртик, Г. П. Матвиевская. Птолемей и его астрономический труд // Альмагест / Перевод с древнегреческого И. Н. Веселовского, Науч. ред. Г. Е. Куртик. — М.: Наука, 1998. — С. 435. — 672 с. — ISBN 5-02-015167-X.
- ↑ Левитан Е. Редкое астрономическое явление (рус.) // Наука и жизнь. — 1988. — № 9. — С. 116.
- ↑ Цесевич В. П. Эклиптика // Что и как наблюдать на небе. — 6-е изд. — М.: Наука, 1984. — С. 48—49. — 304 с.
- ↑ Ширяев А. А. О смещении точек равноденствий и солнцестояний // Астрономический календарь на 1988 год : Справочное издание. — М.: Наука, 1987. — С. 189—194. — ISSN 0132-4063.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Солнцестояние // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Солнцестояния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Куликов С. Нить времён. Малая энциклопедия календаря с заметками на полях газет. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1991. — С. 208. — 288 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-02-014563-7.
- Климишин И. А. Смена времён года // Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1990. — С. 36—39. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Earth's Seasons: Equinoxes, Solstices, Perihelion, and Aphelion (2000–2025) . United States Naval Observatory. Дата обращения: 9 декабрь 2015. Архивировано 23 декабрь 2017 года. 2007 йыл 13 октябрь архивланған.
- Summer Solstice . Eric Weisstein's World of Astronomy. Дата обращения: 11 декабрь 2019.