Аҡбуҙат (эпос)

(Аҡбуҙат эпосы битенән йүнәлтелде)

«Аҡбуҙат» — башҡорт эпосы (ҡобайыры). Урал батыр һәм уның тоҡомдары тураһындағы героик иртәктәр циклына инә («Урал батыр», «Бабсаҡ менән Күсәк» һәм башҡалар).

Аҡбуҙат
Атамаһы Аҡбуҙат
Жанр эпос[d]
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Тасуирлама

үҙгәртергә
 

Был эпик ҡомартҡыны Мөхәммәтша Буранғолов 1910 йылда Ғәбит сәсәндән яҙып ала. 1917 йылда ул Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Бөрйән улусы Бабалар ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) халыҡ сәсәне Ғәтиәтулла Бикҡужиндан эпостың икенсе вариантын яҙып ала.

Эпоста халыҡ мифологияһы образдары, боронғо кешеләрҙең донъя ҡоролошо тураһында күҙ алдарына килтереүҙәре ҙур урынды алып тора. Иртәктә шиғри һәм проза текстары алмашынып бара, ҡобайырҙы башҡарыуҙағы үҙенсәлек тап шуға бәйләнгән дә инде. Сәсәндәр проза өлөшөн ғәҙәти хикәйәләү формаһында, ә шиғри тексын көйләп һөйләй.

Эпоста уны «Урал батыр» эпосы менән бәйләгән дәлилдәр, эпизодтар, образдар байтаҡ: мәҫәлән, Һомай, Ҡәһҡәһә, Шүлгән, Аҡбуҙат образдары, тылсымлы алмас ҡылыс символы һәм башҡалар. Был әкиәт образдары мөһим композицион үҙенсәлеккә һәм идея-художество әһәмиәтенә эйә. Ике әҫәрҙә лә ваҡиғалар Урал тауҙары биләмәһендә бара.

Сюжет нигеҙендә реаль ысынбарлыҡ: башҡорттарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо йолалары һәм уларҙың бәхетле киләсәк тураһында күҙаллауҙары ята[1]. Йөкмәткеһе буйынса эпос — героик әкиәт әҫәре. Эпик иртәктең төп темаһы — батырҙың (геройҙың) кешеләр бәхете, ғәҙеллек тантанаһы өсөн көрәшеүе.

Эпостың төп геройы Һәүбән атаһы Сура батырҙың, олатаһы Иҙелдең һәм ҡарт олатаһы Урал батырҙың изге эштәрен дауам итеүсе булып тора.

«Аҡбуҙат» эпосында Һәүбән, дейеүҙәр урлаған Аҡбуҙатты һәм Урал батырҙың алмас ҡылысын эҙләп, Шулгәндең һыу аҫты батшалығына төшә. Ул дейеүҙәрҙе һәм аждаһаларҙы юҡ итә, уҫал һәм мәкерле Шулгән хакимлыҡ иткән һыу аҫты батшалығын емерә. Һәүбән ҡанатлы толпар Аҡбуҙатты ҡотҡара, Ҡанатлы аттың тоҡомо әлегә тиклем кешеләргә тоғро хеҙмәт итә. Һәүбән Аҡбуҙаты менән ергә күтәрелә һәм үҙ халҡын Мәсем хан ҡоллоғонан ҡотҡара.

Артабан ул ҡайтанан күлгә сума һәм һыу аҫты батшалығы хакимын тураҡлап ташлай, ә уның ярандарын йыландарға, тәлмәрйендәргә һәм ярғанаттарға әйләндерә. Дошмандарын тар-мар итеп һәм дейеүҙәр урлаған ҡыҙҙарҙы азат итеп, Һәүбән һыу аҫты батшаһы ҡыҙы Нәркәскә өйләнә[2].

Хәҙерге заман мәҙәниәтендә

үҙгәртергә

Композитор А. А. Эйхенвальд башҡорт эпосы «Аҡбуҙат» мотивтары буйынса «Дала» операһын яҙа, тәүге тапҡыр ул 1931 йылда Һамар опера театры сәхнәһендә ҡуйыла[3].

Шулай уҡ был эпик иртәк мотивтары буйынса композиторҙар Х. Заимов һәм А. Спадавеккиа «Аҡбуҙат» операһын («Волшебный конь») яҙа. 1942 йылда опера тәүге тапҡыр Башҡорт опера һәм балет театрында сәхнәләштерелә.

  • Башҡорт халыҡ ижады. Т.1: Эпос. — Өфө, 1987.
  • Галлямов С. А. Великий Хау Бен: исторические корни башкордско-английского языка и мифологии.- Издательство «Башкортостан»: Уфа, 1997.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия 2013 йыл 6 октябрь архивланған.
  2. Отражение традиций создания семьи в древних башкирских эпосах 2018 йыл 4 ноябрь архивланған.
  3. Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — С. 16. — 408 с. — ISBN 5-7501-0695-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә