Иҫке Ҡандра ауыл Советы (Туймазы районы)
Иҫке Ҡандра ауыл Советы — Туймазы районындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452765. ОКАТО коды — 80251850000. ИФНС коды— 0269. «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы 2004 йылдың 16 декабрендәге Законына» ярашлыауыл биләмәһе статусына эйә[1].
Иҫке Ҡандра ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Туймазы районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 ноябрь 2008 |
Ҡандра ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәИҫке Ҡандра ауыл советы: Ҡандра-Ҡотой ауылы— административ үҙәк, Йәрмөхәмәт, Первомайский, Иҫке Ҡандра, Ҡаранйылға, Hyp,Түбәнге Ҡаранйылға, Александровка ауылдары (ҡушымта 46п);[1]
- Ҡандра-Ҡотой ауылы
- Йәрмөхәмәт ауылы
- Первомайский ауылы
- Иҫке Ҡандра ауылы
- Ҡаранйылға ауылы
- Нур ауылы
- Түбәнге Ҡаранйылға ауылы
- Александровка ауылы
Тарихы
үҙгәртергә«Башҡортостан Республикаһы административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәреүҙәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙе ҡайтанан үҙгәртеү һәм сиктәрҙе үҙгәртеү тураһындағы» Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 125-з һанлы Законы хәбәр итә[2]:
76. Туймазы районының Иҫке Ҡандра ауыл Советының 331 га майҙаны менән биләмә өлөшөн Туймазы ҡалаһы Ҡандра ҡасаба Советы биләмәһе составына тапшырып, Туймазы районының, Иҫке Ҡандра ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[3]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
42)Туймазы районы буйынса:
а)Ҡандра ауылында административ үҙәге менән, «Ҡандра» атамаһын һаҡлап, Ҡандра һәм Иҫке Ҡандра ауыл Советтарын берләштерергә.
Иҫке Ҡандра ауыл Советының Йәрмөхәмәт, Ҡандра-Ҡотой, Первомайский, Александровка, Ҡаранйылға, Түбәнге Ҡаранйылға, Нур ауылдарын Ҡандра ауыл Советы составына индерергә.
Ҡандра ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Иҫке Ҡандра ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылда Бишҡурай ауыл Советы, Ғәфүр ауыл Советы, Ҡандра ауыл Советы), Николаев ауыл Советы, Николаев ауыл советы, Сәйрән ауыл Советы, Татар-Олҡан ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[4].
Автомобиль юлдары
үҙгәртергәҺамар — Өфө — Силәбе, Силәбе — Куйбышев.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»