Сибәғәтов Радик Ғәли улы
Сибәғәтов Радик Ғәли улы (29 май 1934 йыл — 6 май 2005 йыл) — ғалим-тел белгесе, 1970—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2004) республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Сибәғәтов Радик Ғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 май 1934[1] |
Тыуған урыны | Иҫке Балтас, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 май 2005 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | филолог |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРадик Ғәли улы Сибәғәтов 1934 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуа[2]. Мәктәпте тамамлагандан һуң, Бөрө ҡалаһында педагогия институтының рус-татар бүлегенә инеп, 1958 йылда «Татар мәктәптәре өсөн рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса диплом алып сыға. 1966 йылда Ленинград Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1957 йылдан алып “Ҡыҙыл таң” гәзитендә эшләй, бында эшләгән сағында Радик Ғәли улы фәнни эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә, кандидатлык диссертацияһы өҫтөндә эшләй башлай.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге татар теленең тәржемә теорияһына, синтаксисына, тарихи үҫешенә, социолингвистика, этнолингвистика мәсьәләләренә һ.б. арналған. 1970 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында, уны татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы ассистенты итеп эшкә ҡабул итәләр. 35 йыл ғүмерен университеттың татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында уҡытыусылыҡ эшенә бағышлай. Башта ябай ассистент була. 1986 йылдан кафедра менән етәкселек итә. 1987 йыллда докторлык диссертацияһы яҡлай.
Уның филологик фән өлкәһендәге яңы асыш булған ғилми хеҙмәттәре Башҡортостанда, Татарстанда һәм башка төбәктәрҙә лә киң билдәле була. 1987 йылда фән докторы дәрәжәһен алған күренекле ғалим татар кафедраһында юғары әзерлекле ғалимдар һәм уҡытыусылар коллективы туплай. Университетта эшләгән дәүерендә татар теле синтаксисы буйынса 7 дәреслек һәм монография яҙа. Ул күп уҡытҡу-методик баҫмалар авторы. Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайык булған шәхес. Күп йылдар дауамында Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы ағзаһы булып тора. Байтаҡ публицистик мәҡәләләрендә мәҙәниәт, мәғариф, тел мәсьәләләре яҡтыртылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРадик Ғәли улы Сибәғәтов ғүмеренең һуңғы ун йыл башҡорт милли хәрәкәтендә бик ихлас ҡатнаша һәм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға күп көс һала. Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе Татар конгресы Башҡарма комитеты рәйесенең алмаштырғыһыҙ урынбаҫары була.
Радик Сибәғәтов 2005 йылдың майында оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты ауырыуҙан вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Уфала күренекле татар ғалимы Радик Сибәғәтовты тип алдылар 2016 йыл 4 март архивланған.