Иршат (исем)
Иршат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иршат исеме бар.
Иршат |
Этимологияһы
үҙгәртергәИршат исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Юл күрһәтеүсе, башлыҡ тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәФәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль 1965 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән (2014).
Вәлиев Иршат Ғәли улы (1 август 1928 йыл — 12 октябрь 1997 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт журналисы, политолог, яҙыусы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Сиражетдинов Иршат Фәрит улы (19 июнь 1954 йыл — 15 декабрь 2012 йыл), режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).
Атаһының исеме
үҙгәртергәҒәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Фазлитдинова 1992 йылдың 28 авгусы, Рәсәй, Башҡортостан, Белорет) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсерәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы — Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2015 йылда заняла 1 место на городском этапе Всероссийского конкурса Бөтә Рәсәй «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының ҡала этабында 1-се урын, ә республика этабында — финалист булды.
Ауылдар
үҙгәртергәИршат (рус. Иршат) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |