Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Иншә Аллаһ,иншәЛлаһ - (рус. Иншалла́х, ин ша́’а Ллах, ғәр. إن شاء الله‎ — «Аллаһ бойорһа (бирһә)», «Аллаһ ҡушһа»[1]‎) — ғибәҙәт ғибәрәһе, мосолман илдәрендә ҡулланылған, Аллаһыға буйһоноуҙы белдергән әйтем. Иман килтергән динлеләр киләсәккә бәйле ваҡиғаларҙы Аллаһ ихтыярында икәнен белдереп, теләк теләүе. Ғәрәп телле илдәрҙә төрлө дин вәкилдәре тарафынан ҡулланыла[2]. Киләсәктә Аллаһы тәғәләнең нимәнелер насип итеүен теләү ҙә шул рәүешле белдерелә. Хәҙерге ислам донъяһындағы телмәрҙә даими ҡулланыла[2].

Ҡайһы саҡ үтәй алмаҫлыҡ үтенескә ҡарата әҙәпле генә итеп баш тартыу өсөн дә әйтәләр [3].Ғәрәп илдәрендә туранан-тура баш тартыу килешмәй тип һанала. Бындай осраҡта "Иншә Аллаһ" самаларға мөмкин, әммә барыһы ла Аллаһ ҡулында тигәнде аңлата[4].

Башҡортса һөйләш теленә, һүҙлектәргә ул "иншалла" тип инеп киткән [5].

Ҡөрьәндәге Әл-Ҡәһф сүрәһендә былай тип яҙылған:

« 23. һәм һис бер нәмә тураһында: «Мин уны иртәгә эшләйем»,— тип әйтмә,

24. тик Алла теләһә генә. Һәм әгәр онотһаң, Раббыңды иҫкә төшөр, һәм «Ихтимал, Раббым мине туралыҡ яғынан быға ҡарағанда ла яҡыныраҡҡа [юлға] күндерер»,— тип әйт. [6]»

»


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Термин «Инша Аллах». islam-today.ru. Ислам Сегодня (9 июнь 2014). Дата обращения: 24 ғинуар 2020.
  2. 2,0 2,1 Длужневская Г. В. Мусульманский мир Российской империи в старых фотографиях: по материалам фотоотдела Научного архива Института истории материальной культуры РАН. — Лики России, 2010. — С. 294. — 303 с.
  3. Наумкин В. В. Ислам и мусульмане: культура и политика, статьи, очерки и доклады разных лет. — Медина, 2008. — С. 73. — 767 с.
  4. Matthew Helmke, Humor and Moroccan Culture, 2007, ISBN 978-0-615-14284-5, стр. 43
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 389-сы бит
  6. Перекликается с цитатой из послания Иакова, 4:13-15: Теперь послушайте вы, говорящие: «Сегодня или завтра отправимся в такой-то город, и проживём там один год, и будем торговать и получать прибыль»; "Вы, которые не знаете, что случится завтра! Ибо что такое жизнь ваша? Пар, являющийся на малое время, а потом исчезающий. Вместо того, чтобы вам говорить: «Если угодно будет Господу и живы будем, то сделаем то или другое».