Имән (Балтас районы)
Имән (рус. Имяново) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 169 кеше[2]. Почта индексы — 452983, ОКАТО коды — 80208825002. Тәүге тапҡыр XVIII иҫәпкә алынған. Ауылға Уннар ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауыл | |
Имән рус. Имяново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452983 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Тарихы
үҙгәртергәҠыр-Танып улусының Ҡыр-Танып түбәһендә 10-сы башҡорт кантонының 24-се йортонда Имән тигән башҡорт ауылы күрһәтелгән. XVIII быуаттың 40-се йылдарҙа Хужаимән тип аталған. 1795 йылда 21 йортта — 127 башҡорт, 6 йортта 27 типтәр йәшәгән.
Типтәрҙәрҙең төпләнеү ваҡыты билдәһеҙ. VII ревизия ( 1816 й.) мәғлүмәттәре буйынса, 145 башҡорт һәм 22 типтәр була. 3 типтәр хужалығы өҫтәлгән. Бынан һуңғы ревизиялар буйынса типтәрҙәр ауылда теркәлмәгән.
1834 йылда ауылда 239 башҡорт йәшәгән. Улар 360 бот ужым, 400 бот яҙғы һабан игене сәскән. Ауылда ике тирмән булған, халыҡ 145 һарыҡ, 30 кәзә тотҡан, 35 солоҡ, 50 умарта бал ҡорто ҡараған.
Ауыл аша Себергә һөргөн юлы үткән. Ҡайһы бер хәлһеҙләнгән, йәки сирле тотҡондарҙы ауылда ҡалдырып китә торған булғандар. Бер сирле йәш Дағстан егетенең ауылда тороп ҡалып, ғаилә ҡорғаны тураһында уның вариҫтары хәтирәләр һаҡлай.
1920 йылда 152 йорт хужалығында 403 ир-ат һәм 469 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.[3]
Имән ауылындағы башланғыс мәктәп 2000 йылдар башында ябыла. Ауылда клуб, кибет бар.
Былар ҡыҙыҡлы
үҙгәртергәИмән ауылына нигеҙ һалыусылар хәҙерге Ҡариҙел районынан (Уннар ҡәбиләһе ерҙәре) килгән тигән легенда бар. XVI быуатта биш уннар ғаиләһе Уннар ҡәбиләһенең был яҡтарҙағы ерҙәрендә төпләнә. Ысынлап та, XVIII быуатҡа тиклем был ерҙәр һәм артабанғы көньяҡ ерҙәр Уннар ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәре булған. Уҡытыусы Гата Саҙрисламовтан яҙып алынған легендала Уннар түбәһе ерҙәренең бер өлөшөн Ҡара Табын улусы старшинаһы Ҡолой Балтасев хәйләләп тартып алған, тиелә. Шулай итеп, ауыл Ҡыр Танып улусы старшинаһы хакимлығы аҫтына эләгә. Ҡариҙел районында ла Имән тигән ауыл бар.[4]( 270-се бит)
Имән ауылы халҡының хәрби хеҙмәте тураһында 10-сы башҡорт кантоны хәрби чиновниктары төҙөгән формулярҙар һөйләй. Мәҫәлән, 1780 йылда тыуған 14 класс чиновнигы, зауряд-сотник Фәйрүш Сәғит улы Нураев. Ул 1807-1809 йылдарҙа Рәсәйҙең һәм уның союздаштарының Францияға ҡаршы һуғышында ҡатнашҡан. Уның улдары Әхмәт (уның улы Шәйбәк), Хажиәхмәт- зауряд-яһауыл, Шаһиәхмәт. Шул уҡ кампанияла Рәсәйҙең Польша һәм Пруссия биләмәләрендә урядник Фәрухшат Сәйфулла улы Сафин (уның улдары Тимерша, Исмәғил) ҡатнаша.[3]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 169 | 83 | 86 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (93 %) йәшәй[5].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 20 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Нөркә): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 90 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (24.04.1910—13.06.1982) — тарихсы-ҡғалим, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1948).
- Әхнәф Харисов (2.06.1914—15.05.1977), ғалим-филолог, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1954–1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1964–1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Октябрь Революцияһы (1975), «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
Урамдары
үҙгәртергә- Үҙәк урам*
- Кооператив урамы*
- Совет урамы*
- Мәктәп урамы*
- Йәшел урам*
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Имән (Балтас районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)
- Имяново на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 199. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. II-се том
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |