Илһам
Илһам — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Илһам |
Этимологияһы
үҙгәртергәИлһам исеме башҡорт халҡына ғәрәптәрҙән ислам дине йоғонтоһонда килгән, ғәр. — дәрт, теләк; илһам мәғәнәһенә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәВәлиев Илһам Фәһим улы (19 июль 1975 йыл) — опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).
Ғәлин Илһам Илүс улы (16 ноябрь 1969 йыл) — биналар төҙөүҙә ҡулланылған төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса шәхси эшҡыуар, бер мандатлы 17-се һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Шакиров Илһам Ғилметдин улы (15 февраль 1935, CССР, РСФСР, Татар АССР-ы, Ворошилов районы, Яңы Бүләк — 2019 йыл 16 ғинуар, РФ, ТР, Ҡазан) — йырсы (баритон), Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының художество етәксеһе (1992-2012). ТАССР халыҡ артисы (1969), Ҡарағалпаҡстан АССР-ы (1981), РСФСР (1983) халык артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970)
Алиев Илһам Гейдар оғлы (әзерб. İlham Heydər oğlu Əliyev; шулай уҡ урыҫ традицияһы буйынса Илһам Гейдарович Алиев; 24 декабрь 1961 йылда, Баҡы, Әзербайжан ССР-ы, СССР) — әзербайжан сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре һәм 2003 йылдың 31 октябренән ғәмәлдәге Әзербайжан президенты.
Фамилиялар
үҙгәртергәИлһамов Марат Әҡсән улы (8 апрель 1934 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995), Салауат Юлаев ордендары (2004) кавалеры.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |