Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы
Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (15 сентябрь 1918 йыл — 13 май 1992 йыл) — башҡорт прозаигы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968). Республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзында ла «Башҡорт Маресьевы» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес.
Ибраһим Ғиззәтуллин | ||||
Исеме: |
Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||
Тыуған урыны: | ||||
Вафат булған көнө: | ||||
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылы | |||
Гражданлығы: | ||||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы | |||
Ижад йылдары: |
1944—1992 | |||
Жанр: |
проза | |||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
башҡорт теле | |||
Наградалары: |
| |||
Биографияһы
үҙгәртергәИбраһим Ғәзизулла улы Ғиззәтуллин 1918 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең[1] Түбәнге Әрмет ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Күрше Йәнырыҫ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте бөтөргәс, 1935—1938 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы педагогия училищеһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Йәнырыҫ мәктәбенә эшкә ебәрелә һәм тарих менән башҡорт теле уҡыта башлай.
1939 йылда Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта взвод командиры ярҙамсыһы һәм взвод командиры булып хеҙмәт итә. Дивизияның ике йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә һәм Төньяҡ-Көнбайыш фронты ғәскәрҙәре составында фашистарға ҡаршы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Комсомолдарҙан удар төркөм ойоштороп, командование заданиеларын уңышлы үтәгәне һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградлана, ике хәрби миҙал менән бүләкләнә. 1941 йылдың 23 октябрендәге алыштарҙың береһендә ҡаты яралана һәм фалиж һуғыу арҡаһында хәрәкәт итеү мөмкинлегенән мәхрүм ҡала, ҡул-аяҡтары бөтөнләй тиерлек йөрөмәй. Ғүмеренең ҡалған йылдарын түшәктә үткәрергә мәжбүр була.
Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында үҙен рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың үҙ ваҡытында биргән кәңәшен иҫкә төшөрөп, кисәге яугир 1944 йылда ижад эшенә тотона. Был «тотоноу», әлбиттә, мең ғазаптар аша була. Әҙерәк хәрәкәт иткән һул ҡулын эшкә ҡушып, Ибраһим Ғәзизулла улы ҡәләм тоторға өйрәнә, әкренләп яҙа башлай. Гәзиттәрҙә хәбәрҙәр баҫтырыуҙан башлап, йылдар үтеү менән әҙәби ижадҡа килә. Артабан хикәйәләр, шунан повестар, ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында романдар яҙа. Әлбиттә, ауыр эшендә әҙип яңғыҙ булмай. Бер нимәгә ҡарамай, үҙенең яҙмышын түшәктә ятҡан яугир менән бәйләгән күрше Түбәнге Әрмет ауылы уҡытыусыһы булып эшкә килгән «Зөләйхә Тәхәү ҡыҙы уның машинисткаһы ла, водителе лә, кәңәшсеһе лә, илһам сығанағы ла...», шулай уҡ «...ҡулы ла, аяғы ла, күңеле лә, йөрәге лә була. Әйтеүе генә анһат: йәш кәләше уны көн һайын иртән түшәгенән күтәреп торғоҙа, йыуындыра, кейендерә, ашата. Бына шулай 48 йыл бергә тормош көтөүҙәре осоронда бала урынына тәрбиәләй Зөләйха Ибраһимын. Бынамын тигән өс ул, береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. Ни тиклем ауыр булһа ла, барыһына ла өлгөрә Зөләйха Тәхәү ҡыҙы, уҡытыу эшен ташламай, хаҡлы ялға сыҡҡансы Түбәнге Әрмет урта мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы була».[2]
Ярты быуатҡа яҡын ижади эш менән әүҙем шөғөлләнеп, ике тиҫтәгә яҡын китап баҫтырып, үҙенең фиҙакәр тормошо менән бөтөн илгә «Башҡорт Корчагины» булып танылыу ала башҡорттоң ҡаһарман ир-уҙаманы яугир-яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин.
Әҙип 1992 йылдың 15 майында, яҡты донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Ул тыуған ауылы Түбәнге Әрметтә ерләнгән.
Танылған яҙыусы һәм һоҡланғыс ир-уҙаман Ибраһим Ғиззәтуллинды ижадташтары, яҡташтары, республика йәмәғәтселеге онотмай. Уның тыуған яғында, баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм республиканың бар тарафтарында әҙиптең юбилейына, уның тормошона һәм ижадына арналған төрлө йүнәлештәге саралар даими үткәрелә, уның әҫәрҙәре һәр китапханала бар, ҡайһы берҙәре мәктәп программаларына индерелгән. Үҙенең ижады һәм үҙенсәлекле тормошо менән «Башҡорт Корчагины» милли әҙәбиәт һәм республика тарихында лайыҡлы урын алып тора.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБөтөнләй хәрәкәтһеҙ тиерлек түшәктә ятҡан кисәге ҡаһарман яугирҙың ҡулына ҡәләм алыуы бер ҙә нигеҙһеҙ булмай. Ибраһим Ғиззәтуллин Стәрлетамаҡ педагогия училищеһындағы уҡытыусыһы — шағир Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың «Яҙырға кәрәк һиңә, яҙырға» тигән һүҙҙәрен нәҡ ошо ваҡытта яңынан иҫенә төшөрөп кенә ҡалмай, ә остазының кәңәшен көндәлек йәшәү девизы итә. 1944 йылда ижад эшенә тотоноп, тәүге аҙымдарын кәрәкле тәжрибә туплауға йүнәлтә. Ул район гәзитенә, республика баҫмалары «Совет Башҡортостаны» һәм «Ҡыҙыл таң»ға хәбәрҙәр яҙа башлай һәм был баҫмаларҙың әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Йылдар үтеү менән уларҙа мәҡәләләр, очерктар баҫтыра, үҙен төплө әҙәби ижадтың тәүге баҫҡысында — хикәйә яҙыуҙа һынап ҡарарға тәүәкәллек ҡыла. Йәш әҙиптең тәүге ижад емеше булған «Гөлзәйнәп» хикәйәһе 1955 йылда «Әҙәби Башҡортостан» (1961 йылдан «Ағиҙел») журналында баҫылып сыға. Был, әлбиттә, уға һәм Ибраһим Ғәзизулла улының тормош иптәше һәм таянысы Зөләйхә апайға яңынан-яңы дәрт-дарман өҫтәй. Артабан яҙылған хикәйәләре Башҡортостан китап нәшриәтендә 1960 йылда айырым йыйынтыҡ итеп нәшер ителә. Ошо уҡ жанр әҫәрҙәренән торған икенсе китабы — «Йәшәү йәме» 1964 йылда донъя күрә. Был ваҡытта яҙыусы ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәр — повестар ижад итеүгә ныҡлап тотона. Һөҙөмтәлә, ХХ быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағында уның ике повесы уҡыусыға тәҡдим ителә. Шуларҙың 1967 йылда баҫылған «Юлға сығыр алдынан» әҫәренә 1968 йылда ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исмендәге әҙәби премияһы (аҙаҡтан Ғ. Сәләм исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы) бирелә. Ярайһы уҡ әҙәби тәжрибә туплаған һәм үҙен тулы әҙерлекле яҙыусы итеп күрһәткән Ибраһим Ғиззәтуллин өсөн етмешенсе йылдар ҙа әүҙем ижад осоро була. Был осорҙа уның «Ғашиҡтар баҡсаһы», «Саттар күҙлеге» повестары, шулай уҡ «Икенсе күкрәү» романы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. Был әҫәрҙәрҙә ауыл халҡының 30-сы йылдарҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында күп яҡлы тормошо матур образдар аша һүрәтләнә. Ижади уңыштары өсөн ныҡлы рухи көсө менән илебеҙҙә йәшәүсе меңдәргә матур үрнәк булған яҙыусы 1978 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән наградлана. Әҙиптең 1981 йылда сыҡҡан ике романы һәм «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» автобиографик повесы ла уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
Ижади уңыштары менән ҡанатланған Ибраһим Ғәзизулла улы үҙен шиғриәттә һәм балалар өсөн әкиәттәр яҙыуҙа ла һынап ҡараны. Уның бер шәлкем шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. 1988 йылда етмеш йәшен тултырған әүҙем яҙыусы «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Яугир яҙыусы һәм яҙмышынан юғары булырға көс тапҡан ир-уҙаман Ибраһим Ғәзизулла улы Ғиззәтуллиндың әҫәрҙәрен бер нисә быуын уҡыусылары яратып уҡый. Әҙиптең хикәйә һәм повестары башҡа телдәргә лә тәржемә ителгән. Улар тураһында әҙәбиәт белгестәре һәм тәнҡитселәр тик йылы һүҙ әйтә.
Китаптары
үҙгәртергә- Яңынан сафта: Хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1960. — 40 бит.
- Йәшәү йәме: Хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 95 бит.
- Юлға сығыр алдынан: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 120 бит.
- Тормош һуҡмаҡтары: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 283 бит.
- Икенсе күкрәү: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 283 бит.
- Ғашиҡтар баҡсаһы: Хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 222 бит.
- Саттар күҙлеге: Хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 88 бит.
- Икенсе күкрәү: Роман, повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 280 бит.
- Сад влюбленных: Повесть — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. — 244 стр. (рус.)
- Второй гром: Роман — М., Советский писатель, 1976. — 204 стр. (рус.)
- Икенсе бейеклек: Роман — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 416 бит.
- Үлгәндән һуң утыҙ йыл: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 254 бит.
- Үлгәндән һуң утыҙ йыл: Повесть — Өфө: Китап, 2018[3].
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- III дәрәжә Дан ордены (21.02.1945)[4]
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1968)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.08.1986)[5]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1985)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
Хәтер
үҙгәртергә- 2018 йылдың авгусында Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе[3][6].
- Азамат Исмәғилев. Ҡаһармандарса тормош, батырҙарса үлемһеҙ ижад эйәһе. Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында яҙыусының юбилейына арналған саралар үтте. «Йәшлек» гәзите, 2008 йыл, 23 сентябрь 2016 йыл 4 март архивланған..
- Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында Ибраһим Ғиззәтуллинға һәйкәл ҡуйылған.
- Түбәнге Әрмет ауылындағы бер урам яҙыусы исемен йөрөтә.
- Түбәнге Әрмет мәктәбенә Ибраһим Ғиззәтуллин исеме бирелгән.
- Мәктәптә яугир-яҙыусының тормош юлына һәм ижадына арналған музей эшләй.
- Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллин йәшәгән йорт стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы
- ↑ «Йәшлек» гәзите, 2008 йыл, 23 сентябрь.
- ↑ 3,0 3,1 Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллиндың 100 йыллығына уның «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 30 август (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ В Уфе к 100-летию Ибрагима Гиззатуллина увидела свет его книга «Через тридцать лет после смерти». Агентство «Башинформ», 30 августа 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное из-дательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Зарипов Н. Предисловие к книге «Сад влюбленных» — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Смирнов В. Гроза над башкирской деревней. — журнал «Дружба народов», 1977, № 10. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Күзбәков Ф. Т. Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 26 февраль
- Владимир Романов. Его называли «башкирским Корчагиным» (к 95-летию со дня рождения писателя Ибрагима Гиззатуллина) (рус.)
- 2013 йылғы документаль фильм "Үлгәс тә беҙ тере ҡалырбыҙ" (Ибраһим менән Зөләйханың мөхәббәте тураһында)(недоступная ссылка)