Викидатала элемент тултырылмаған

Зәйнетдин — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология үҙгәртергә

Зәйнетдин — ғәрәп телендә — биҙәк; дин биҙәге[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы (11 март 1923 йыл — 2007 йыл) — башҡорт шағиры, публицист. Хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премияһы лауреаты (2002)[2].

Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы (21 сентябрь 1897 йыл — 30 ғинуар 1990 йыл) — Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Фамилия үҙгәртергә

Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17 апрель 1971 йыл) — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 20052012 йылдарҙа Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 20132019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (22 ноябрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-геологы, ғалим, топ-менеджер, журналист. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2011). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018). «Башҡортостан нефте» исемле тарихи-иҡтисади йыйынтыҡтың тәүге төҙөүсеһе. Башҡортостанда нефть сығарыу тарихын өйрәнеүсе булараҡ билдәле (ҡара: Әҙәбиәт һәм библиография). Төп хеҙмәт урыны — «Башнефть» берекмәһе.

Зәйнетдинов Рәшит Сәйфетдин улы (18 июнь 1938 йыл — 18 декабрь 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Рәссам­дар союзы ағзаһы. Профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008), атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Светлана Зәйнетдинова (эст. Svetlana Zainetdinova; 19 октябрь 1962 йыл, Өфө) — СССР һәм Эстония шахматсыһы, шахмат буйынса Эстония чемпионы (1985), ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса ФИДЕ мастеры (2006), халыҡ-ара ИКЧФ мастеры (2009).

Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән[3][4]

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә