Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы
Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән[1][2]
Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Зәйет, Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Архангел районы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы үҙгәртергә
Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҫынды ауыл Советы Зәйет ауылында тыуған[3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1][2].
1944 йылдың 10 июнендә һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнә (приказ №: 25/н 10.06.1944 йыл)[1][2]. Ул шулай уҡ «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945), «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[3].
«Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған награда ҡағыҙында Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы тураһында былай тип яҙыла:
«Хужалыҡ взводы ат тотоусыһы гвардия рядовойы Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улын, һуғыш шарттарында, насар юлдар менән иҫәпләшмәйенсә, алғы һыҙыҡҡа ваҡытында һәм тиҙ аҙыҡ алып барғаны өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләргә[1].» |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944),
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945),
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
Сығанаҡтар үҙгәртергә
- Память народа. Заинутдинов Фахрытдин Ялалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАЙНУТДИНОВ Фахретдин (Фахрытдин) Ялалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Зайнутдинов Фахретлин 2021 йыл 25 июнь архивланған.