Жиһанов Нәжип Ғаяз улы
Жиһанов Нәжип Ғаяз улы (15 ғинуар 1911 йыл — 2 июнь 1988 йыл) ― совет татар композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Ике тапҡыр икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948, 1950). СССР Дәүләт премияһы рауреаты (1970).
Жиһанов Нәжип Ғаяз улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 2 (15) ғинуар 1911[1] |
Тыуған урыны | Уральск, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 2 июнь 1988[3][1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Арса зыяраты[d] |
Бер туғандары | Q61967968? |
Балалары | Svetlana Cihanova[d] |
Һөнәр төрө | композитор, музыка педагогы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Академический музыкальный колледж при Московской консерватории[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XIX съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Композиторҙар союзы[d] |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Жиһанов Нәжип Ғаяз улы Викимилектә |
16 симфония, 8 опера, 3 балет? күп һанлы камера, вокаль, инструменталь әҫәрҙәр авторы.
Биографияһы
үҙгәртергәНәжип Ғаяз улы Жиһанов 1911 йылдың 15 ғинуарында Уральскиҙа (хәҙер — ҠаҙағстандағыКөнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге).
Бик иртә ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1928 йылда Ҡазанға, музыкаль техникумына инеү ниәте менән Фаиза апаһы янына килә. балалар йортонда уҡ ул музыкаға ғашиҡ була, Беренсе уҡытыусыһы — Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаған Светчина (фамилияһы Жиһанов хәтеләүенсә бирелә). Ҡазанда Н. А. Шевалинанан дәрестәр ала. 1929 йылда Көнсығыш музыка техникумына уҡырға инеп ҡарай (1904 һәм 1936 йылдан — Ҡазан музыка училищеһы), әммә уңышһыҙ. Техникум уҡытыусылары уның менән шөғөлләнә — фортепьяно класы буйынса С. А. Пятницккая, виолончель класыбуйынса — Р. Л. Поляков. 1931 йылда, композиторы А. С. Ключарев кәңәше буйынса Мәскәүгә китә һәм унда Өлкә музыка техникумына уҡырға инә (хәҙер П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге музыка училищеһы), уны 1935 йылда тамамлай, һуңынан консерваторияның өсөнсө курсына ҡабул ителә(Г. И. Литинский класы). 1937 йылда Татар дәүләт филармонияһы асылған саҡта уның беренсе симфониһы башҡарыла — был жанрҙа тәүге татар әҫәре. 1938 йылда консерваторияны тамамлап, Ҡазанға ҡайта.
1943 йылда татар опера һәм балет театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә (хәҙер —М. Йәлил исемендәге), 1939 йылда театрҙы асыу тантанаһында Жиһановтың «Ҡасҡын» операһы башҡарыла (диплом эше)
1944 йылда Татар АССР-ының Министрҙар Советына Ҡазанда консерватория булдырыу буйынса тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. СССР Халыҡ комиссарҙары Советының 1945 йылдың 13 апрелендәге Ҡарарына ярашлы республика әһәмиәтендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы ойошторола. 1945 йылдың июнендә уның директоры итеп тәғәйенләнә (оркесмтровканы уҡыта, 1953 йылдан ― профессор). Консерватория менән 40 йылдан ашыу ректор булараҡ етәкселек итә.
1939 −1977 йылдарҙа Татар АССР-ының композиторҙар союзын етәкләй. СССР композиторҙар союзының беренсе съезы делегаты (1948), унда ул идаралыҡ ағзаһы итеп һайлана. 1957 йылда икенсе съезда идаралыҡ секретары итеп һайлана. Әлеге вазифаны 1962 йылдан алып 1988 йылға тиклем биләй. 1960 йылда РСФСР композиторҙар союзының идаралығы ағзаһы итеп һайлана. 1952 йылдан Республика тыныслыҡ өсөн көрәш комитеты составына инә, 1958 йылдан — Татар АССР-ының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы. 161—1988 йылдарҙа — СССР Министрҙар Советы Эргәһендәге Ленин һәм дәүләт премиялары буйынса Комитет ағзаһы. Татар АССР-ы Юғары советының 8-9 саҡырылыш, РСФСР Юғары советының 2-54 саҡырылыш, СССР Юғары Советының 7-се саҡырылыш депутаты (1966—1970). ВКП(б) ағзаһы (1944 йылдан).
1988 йылдың 2 июнендә Өфөлә , Башҡорт АССР-ында Татарияның әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрен үткәргән саҡт, «Йәлил» операһынның яңы редакцияһын башҡарғандан һуң, кинәт кенә вафат була[4]. Ҡазанда Арса зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981)
- Заслуженный деятель искусств Татарской АССР (1939)
- Заслуженный деятель искусств РСФСР (1940)
- Народный артист СССР (1957)
- Заслуженный деятель искусств Чувашской АССР (1961)[5]
- Сталинская премия второй степени (1948) — за оперу «Алтынчач» (1941)
- Сталинская премия второй степени (1950) — за «Сюиту на татарские темы» для симфонического оркестра
- Государственная премия СССР (1970) — за симфонию «Сабантуй» (1968)
- Государственная премия Татарской АССР им. Г. Тукая — за оперу «Джалиль» (1958)
- Два Ленин ордены (1950, 1981)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Два «Почёт Билдәһе» ордены (1945, 1959)
- Медаль «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» (1946)
- Медали
Төп әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Опералар
- «Ҡасҡын»; 1939)
- «Азатлыҡ»; 1940)
- «Алтынсәс»; 1941)
- «Шағир» (1947)
- «Илдар» (1942, 2-се ред.-«Еңеү юлы», 1954)
- «Түләк» (1945, 2-се ред.-«Түләк һәм Һыуһылыу», 1967)
- «Намыҫ» (1950)
- «Йәлил» (1957)
- Балеттар
- «Фатых» (1943)
- «Зөһрә» (1946)
- «Ике легенда» («Зөһрә һәм Нжери»; 1970)
- Оркестр өсөн
- Симфония № 1 (1973)
- Симфония № 2 «Һабантуй» (1968)
- Симфония № 3 «Лирика» (1971)
- Симфония № 4 (1973)
- Симфония № 5 (1974)
- Симфония № 6 (1975)
- Симфония № 7 (1976)
- Симфония № 8 (1977)
- Симфония № 9 (1978)
- Симфония № 10 (1979)
- Симфония № 11 (1980)
- Симфония № 12 (1981)
- Симфония № 13 (1982)
- Симфония № 14 (1983)
- Симфония № 15 (1984)
- Симфония № 16 (1985)
- «Кырлас» симфоник поэмаһы (1946)
- Татар темаларына сюита (1949)
- Симфоник новеллалар (1964)
- Симфоник йырҙар (1965)
- «Нәфисә» увертюра-поэмаһы (1952)
- Вокаль-симфоник
- Кантата «минең Республика» (1960)
- Кантата «Һаумы, Мәскәү!» (1980)
- Фортепиано өсөн
- Сонатина (1935)
- 5 өлөштәге сюита (1963)
- "Рәсемдәр циклы (1975)
- «Фортепьяно өсөн биш пьеса»
- «Балалар өсөн фортепиано пьесалары»
- «Матюшин эскиздары»
- «12 рәсем»
Хәтер
үҙгәртергә- 2001 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһына композитор исеме бирелә.
- 2001 йылда уның ҡатыны Нина Жиһанова тырышлығы менән һәм Татарстандың беренсе Президенты М. Шаймиев ярҙамында композитор йәшәгән йортта Нәжип Жиһановтың мемориаль музей-фатиры асыла (Малая Красная урамы, 14 йорт, 11 кв.)
- 2006 йылда Жиһанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
- Бер кесе планетаға композитор исеме бирелгән (1997).
- Ҡазан ҡалаһындағы Совет районында бер урамға композитор исеме бирелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Я. Гиршман. «Назиб Жиганов». — М., 1955, 1975
- Щ. Марченко. Назиб Гаязович Жиганов. ― В кн.: «Композиторы Советского Татарстана». — Казань, 1957
- Г. Литинский. Пути воспитания таланта. ― «Советская музыка», 1971, № 1
- Г. Касаткина. Современная тема в оперном творчестве Жиганова. — В кн.: «Музыка и современность», вып. 9. — М., 1975
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Жиганов Назиб Гаязович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Nazib Gayazovitch, Näcip Ğayaz ulı, Назиб Гаязович, Нәҗип Гаяз улы, Nazib Gaïazovitch Cihanov // Musicalics (фр.)
- ↑ Главное архивное управление при Кабинете Министров Республики Татарстан (ГАУ при КМ РТ) . Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 15 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Жиганов, Назиб Гаязович // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.