Жигарев Павел Фёдорович
Жигарев Павел Федорович (6 (19) ноябрь 1900 йыл — 2 октябрь 1963 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — хәрби етәксеһе, Авиация баш маршалы (1955). СССР-ҙың хәрби-һауа көстәре баш командующийы, (1949—1957). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1961). СССР Юғары Советының 3-сө саҡырылыш Милләттәр советы депутаты (1950—1954).
Жигарев Павел Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1900[1] |
Тыуған урыны | Весьегонский район[d], Бежецкий округ[d], Мәскәү өлкәһе |
Вафат булған көнө | 2 октябрь 1963[1] (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Тверская кавалерийская школа[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Хәрби звание | главный маршал рода войск[d] |
Командалыҡ иткән | военно-воздушные силы[d] һәм Авиация дальнего действия СССР[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы, Совет-япон һуғышы[d] һәм Японо-китайская война[d] |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Жигарев Павел Фёдорович Викимилектә |
Һуғыш алды йылдары
үҙгәртергәЖигарев Павел Федорович 1900 йылдың (6 (19) ноябрендә Тверь губернаһы Бриково ауылында фәҡир крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1919 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1919—1920 йылдарҙа Тверҙә запастағы кавалерия полкында хеҙмәт итә, Граждандар һуғышының төп хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашмай.
1922 йылда РККА комсоставының 4-се кавалерия мәктәбен тамамлай, һуңынан кавалерия взводы менән командалыҡ итә. 1925 йылдан үҙ теләге менән авиацияға күсә һәм уҡырға ебәрелә. 1927 йылда Ленинград осоусы-күҙәтеүселәрҙең хәрби мәктәбен тамамлай. Бер нисә йыл хәрби-авиация уҡыу йорттарында уҡыта. 1932 йылда — РККА-ның профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһын, 1933 йылда уның ҡарамағындағы адъюнктураны тамамлай. Шул уҡ йылдан — Качи осоусылар юғары авиация мәктәбе штабы начальнигы, шул уҡ ваҡытта үҙе лә хеҙмәт бурысын үтәүе менән бер рәттән ошо мәктәпте тамамлай.
1934—1936 йылдарҙа авиация частары — айырым эскадрильянан алып авиабригадаға тиклем — менән командалыҡ итә. 1937—1938 йылдарҙа совет осоусылары-ирекмәндәр төркөмөн етәкләп Ҡытайҙа командировкала була. Япон-Ҡытай һуғышында Чан Кайши хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, япон авиация һөжүмен кире ҡағыуҙы, һауа һөжүменә ҡаршы оборона ойоштора, Ҡытай осоусыларын совет самолеттарында күнектерә.
Жигаревтың Ҡытайҙағы эшмәкәрлеге юғары баһалана һәм унан ҡайтҡас, 1938 йылдың сентябрендә РККА Хәрби-Һауа көстәренең Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1939 йылдан — 2-се айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы Хәрби-Һауа көстәре командующийы. 1940 йылдың декабренән — РККА Хәрби-Һауа кәстәренең Баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, ә 1941 йылдың апреленән — начальник. Авиация генерал-лейтенанты (4.06.1940).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Pavel Fyodorovich Zhigarev // TracesOfWar
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Жигарев Павел Фёдорович на сайте Министерства обороны Российской Федерации
- Проект «Хронос».
- Как генерал Жигарев лгал на приеме у Сталина, и чем это для него кончилось.