Екатеринаның ҙур һарайы

ммператор һарайы, Рәсәйҙең өс хакимәһе: Екатерина I, Елизаветы Петровна, Екатерина II-нең рәсми йәйге резиденцияһы.
Екатеринина һарайы бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Екатеринина һарайы (мәғәнәләр).
ЮНЕСКО

1756

Һарай
Екатеринина һарайы
Ил Рәсәй
Ҡала Пушкин (ҡала), Санкт-Петербург
Координаталар 59/42/59/N/30/23/47/E
Архитектура стиле Елизавета бароккоһы
Төҙөүсе Савва Иванович Чевакинский, Бартоломео Франческо Растрелли
Нигеҙләүсе Екатерина I
Нигеҙләнгән 1717 йыл
Төҙөлөшө 17431756 йылдар
Төп ваҡиғалар:
1717Екатерины I-нең беренсе һарайын һалыу
1742батшалыҡта тәүге үҙгәртеп ҡороу
Елизаветы Петровнаның

1752үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуы
Растрелли проекты буйынса

1756төҙөлөштөң тамамланыуы
1944һарай емертелә
1947яңыртыу эштәрен башланыуы
2003тергеҙелгән Гәрәбә бүлмәһе асыла
Билдәле йәшәүселәр императрица Екатерина I (1723—1727)
цесаревна и императрица
Елизавета Петровна (1723—1761)
императрица Екатерина II (1762—1796)
цесаревич Александр (1841—1855)


Екатерины II фавориттары:
Потёмкин
Ланской
Дмитриев-Мамонов
Зубов


Царское село лицейы уҡыусылары]]:
Пушкин
Дельвиг
Кюхельбекер


Александра II фавориткаһы Екатерина Долгорукова

Статус
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781520388740176 (ЕГРОКН)
объект № 7810447033 (БД Викигида)
Сайт Рәсми сайт

Екатеринаның ҙур һарайы (Оло Царское Село һарайы, Екатерина һарайы, Оло һарай[1], Иҫке һарай[2]) — ммператор һарайы, Рәсәйҙең өс хакимәһе: Екатерина I, Елизаветы Петровна, Екатерина II-нең рәсми йәйге резиденцияһы. Һарай Санкт-Петербург үҙәгенән көньяҡҡа табан 26 км алыҫлыҡтағы элекке Царское Селола (хәҙер — Пушкин ҡалаһы) урынлашҡан.

Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы объекты булып тора[3]. «Пушкин ҡалаһының Һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге» составына инә. Был ансамбль ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объектының Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уның менән бәйле ҡомартҡылар комплексы" булып тора[4].

Бинаға 1717 йылда Рәсәй императрицаһы Екатерина I бойороғо буйынса нигеҙ һалына, уның хөрмәтенә исеме бирелә. XVIII быуат дауамында бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола һәм хәҙерге торошо һуңғы барокко өлгөһө булып тора. Совет осоронда һарайҙа музей асыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һарай бик ныҡ зыян күрә. Уны тергеҙеү оҙаҡ йылдар талап итә һәм әле тамамланмаған. Ленинград реставраторҙар мәктәбе ҡәтғи фәнни нигеҙҙә тергеҙеү эштәрен алып бара.

Һарайҙың тарихында һәм архитектураһында һарай кисергән дәүерҙәрҙең һәр береһенең архитектура йүнәлештәре лә, шул дәүерҙәге Рәсәй хакимдарының шәхси ҡараштары ла сағылыш тапҡан.

Һарай 1717 йылда немец архитекторы Иоганн Фридрих Браунштейн етәкселегендә императрица Екатерина I-нең йәйге резиденцияһы булараҡ төҙөлә. 1724 йылдың авгусында, төҙөлөш тамамланыуы билдәһе итеп, байрам ойошторола, уның барышында 13 туптан өс тапҡыр аталар. Тантанала бөтә Рәсәй императоры Петр I ҡатнаша.

Беренсе проект буйынса һарай XVIII быуат башындағы рус архитектураһы өсөн хас булған голланд стилендә төҙөлә һәм 2 ҡатлы ҙур булмаған бина була. Яңы ғына тәхеткә ултырған императрица Елизавета Петровна 1743 йылда рус архитекторҙары Михаил Земцов менән Андрей Васильевич Квасовҡа һарайҙы киңәйтергә һәм төҙөкләндерергә бойора.

Квасов менән бер үк ваҡытта Савва Чевакинский саҡырыла, ул һарайҙы хәҙерге заман оҙонлоғона тиклем киңәйтә. Уның проекты буйынса сиркәү, Тәхет залы интерьеры эшләнә һәм флигель-циркумференция корпустары төҙөлә.

1752 йылдың майында Елизавета Петровна архитектор Бартоломео Франческо Растреллиға һарайҙы яңынан төҙөүҙе йөкмәтә. 4 йыл дауам иткән төҙөлөш эштәренән һуң рус бароккоһы стилендә эшләнгән заманса һарай барлыҡҡа килә.

Яңы фасадты биҙәү эштәренә һәм ҡыйыҡтағы һындарҙы алтын менән биҙәү өсөн 100 килограмдан ашыу алтын китә. Мөһабәт фасад алдында шулай уҡ мөһабәт даими парк булдырыла. 1756 йылдың 30 июлендә 325 метрлыҡ һарайҙың презентацияһы үтә.

Ғәҙәттә һарайҙы Бөйөк Екатеринаның исеме менән дә бәйләйҙәр, хәйер, императрица үҙе был «күбекле кремде» иҫке модалы тип иҫәпләгән. Мәрхүмә императрица Елизавета ихтыярына ярашлы, Екатерина парктағы статуяларҙы алтынға ялатырға ҡуша.

Ҡайһы берҙәре эшкәртелеп, был эштәрҙең хаҡы тураһында белгәс, Екатерина уларҙы туҡтатып торорға бойора. Хәтирәләрендә ул үҙенән алдағы батшабикәне әрәм-шәрәм итеүҙә ғәйепләй. Батшалыҡ итеү осоронда ул һарайҙы һәм паркты үҙенә ярашлы итеп үҙгәртеп, йәшәү өсөн уңайлыраҡ һәм ябайыраҡ итә.

Үҙгәртеп ҡороу

үҙгәртергә

Растрелли Царское Селолағы Ҙур (Екатериновка) һарайҙы 1752—1756 йылдарҙа түбәндәгесә үҙгәртеп ҡора:

бинаның буй күсәре уның планында төп арауыҡ координатаһына әүерелә; парад биналарының ике параллель анфиладаһының оҙонлоғо, парад баҫҡысын бинаның көньяҡ-көнбайыш осона сығарыу менән айырылып тора.

Уларҙың күләме үҙәккә — Оло залға һәм Картина галереяһына табан — ҙурая бара. Фасадтың ордер системаһының ритмик төрлөлөгө, колоннадаларҙың ҙур сығынтылары, тәҙрәләрҙең тәрән уйымдары, һылап яһалған биҙәктәрҙең һәм декоратив скульптураларҙың күплеге, фасадтарҙың төҫө (алтынлап әүәләү менән аҡ һәм зәңгәр төҫтәр бергә) бинаға эмоциональ, бай, байрам һәм тантаналы ҡиәфәт бирә (БСЭ).

Граф С. Д. Шереметев хәтирәләренән: Тәүге тапҡыр мин Ҙур Царское Село һарайының бөтә матурлығын бал ваҡытында күрҙем (1863 йыл). Ҙур залда бейейҙәр, ә галерея үткәүелендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡунаҡтарға киске аш ҡуйылған.

Алтын ялатылған, үткән быуаттың зауығында гирляндалар менән уратылған һәм алтын ялатылған ағас колонналар ут һымаҡ янып тора. Ул саҡта бер кем дә электр яҡтыртыу тураһында уйланмай ине, һәм, Екатерина заманындағы кеүек, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шәмдәр яна. Ул саҡта мин йәш офицер инем һәм принцесса Екатерина Петровна Ольденбургская менән мазурка бейенем".

Һарай 1917 йылдан һуң

үҙгәртергә

Немец оккупацияһы осоронда ансамбль ныҡ зыян күрә, һарайҙар талана, күп кенә экспонаттар яндырыла. Ленинград ҡала Советы башҡарма комитетының сәнғәт эштәре буйынса идаралығы ҡарамағындағы музейҙар һәм һәйкәлдәр бүлеге етәксеһе Анатолий Михайлович Кучумов (ул 1935—1937 йылдарҙа Екатеринаның ҙур һарайының һаҡлаусыһы була), урланған хазиналарҙы эҙләүҙе етәкләй.

Анатолий Михайлович бер нисә тапҡыр Германияла була. Лион залындағы һәм һарайҙағы үҙенсәлекле паркеттарҙы Кучумов Берлин элеваторында иген өйөмө аҫтынан эҙләп таба. Архив документтарының бер өлөшөн, һарай мебелдәрен һәм китаптарын миналы баҫыуҙа йыя (бәхеткә күрә, миналар танкыға ҡаршы була һәм кеше ауырлығына шартламай).

Ф. Гордеев эшләгән, ҡасандыр Царское Селолағы Камерон галереяһын биҙәгән һоҡланғыс Геркулес һәм Флора скульптуралары Галле ҡалаһындағы баҡыр иретеү заводы ихатаһында табыла. Тулы предметтар ғына түгел, шулай уҡ фрагменттар, деталдәр: Лион залының биктәре һәм ишек шпингалеттары, Екатерина һарайының ватылған мейестәренең төҫлө биҙәктәре ентекләп йыйыла. Шулай итеп, Ленинградтың ҡала яны һарайҙарына 6682 музей предметы ҡайтарыла, шул иҫәптән Екатерина һарайына — 575, Александровскийға — 1542, Павлов һарайына — 421, Гатчинаға — 3893 һәм 251 предмет Петергоф һарайҙарына[5].

Хәҙер ансамбль реставраторҙар Н. В. Баранов, А. А. Кедринский, Н. Е. Туманова, И. П. Саутов тарафынан тулыһынса тергеҙелгән.

2010 йылдың 23 майында «Царское Село» дәүләт музей-ҡурсаулығының генераль директоры Ольга Таратынова журналистарға уның 300 йыллыҡ юбилейына ҡарата бер нисә яңыртылған зал һәм павильон асыласағы хаҡында хәбәр итә:

Екатерина һарайында яңынан тергеҙелгән Тәхет бүлмәһе ҡабаттан асыласаҡ. Теге һарайҙың яртыһында ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бөтөнләй таныш булмаған залды ла — Екатерина йәшәгән Арабеск залын асабыҙ. Әле унда мебелде йыһазландырыу һәм пәрҙәләрҙе ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла[6].

Архитектураһы

үҙгәртергә
Файл:Екатерининский дворец в Пушкине.jpeg
Һарай фасады

Ҙур һарайҙың ғәйәт ҙур күләме шунда уҡ һиҙелә. Бынан тыш, һарай фасадының өҫтәге портиктарының симметриялы күсәр системаһы парк планының төп арауыҡ координаталарына тап килә.

Һарайҙың залдары һәм бүлмәләре

үҙгәртергә
  Екатерина һарайының анфиладтары сикһеҙ — зал артынан зал, ҡунаҡ бүлмәһе артынан ҡунаҡ бүлмәһе, антикамера артынан антикамера берәмләп һалынған перламут инкрустациялы төҫлө ағас паркеттар менән биҙәлгән. Плафондар, көҙгөлө түшәмдәр, люстралар, стенала ғәжәйеп люстралар осҡонлана. Колонналар, пилястрҙар, аркадтар Урал мәрмәрҙәре, ҡытай фарфоры менән ялтырап тора; төҫлө таштарҙан һәм гәрәбәләрҙән эшләнгән мозаика стенаға беркетелгән, стеналар ағас һырлы ағас кәрниздәр менән семәрләнгән.
Всеволод Иванов. «Александр Пушкин и его время»
 

Гәрәбә бүлмәһе

үҙгәртергә

Гәрәбә кабинеты йәки Гәрәбә бүлмәһе Екатеринаның ҙур һарайында иң билдәле биналарҙың береһе. Уның төп йыһаздары XVIII быуат башында Пруссияла эшләнә, 1716 йылда король Фридрих Вильгельм I Петр I-гә бүләк иткән; 1746 йылда Санкт-Петербургтағы Ҡышҡы һарайҙа йыйыла, 1755 йылда Царское Селоға күсерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гәрәбә бүлмәһенең йыһаздарын немец оккупанттары Кенигсбергҡа алып китә. Бүлмәнең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1979 йылдан Санкт-Петербургта Гәрәбә бүлмәһен тергеҙеү буйынса эш алып барыла, 2003 йылда Санкт-Петебургтың 300 йыллығына ул тулы күләмдә ватан реставраторҙары ҡулы менән, шул иҫәптән немец фирмалары аҡсаһына ла тергеҙелә.

Һарай сиркәүе

үҙгәртергә

Ғибәҙәтхана 1746 йылдан 1756 йылға тиклемге осорҙа төньяҡ флигелдә төҙөлә. 1820 һәм 1863 йылдарҙағы янғындарҙан һуң бер нисә тапҡыр тергеҙелә. Уны биҙәүҙә Чевакинский, Растрелли, Стасов ҡатнаша. Сиркәү интерьеры Пушкин ҡалаһын оккупациялаған осоронда юҡ ителә. 1993 йылдан сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу һирәк үткәрелә.

2019 йылдың апрелендә сиркәүҙе реставрациялау тамамлана. Ул 4 йыл дауамында Венеция хартияһына ярашлы уҙғарыла. Тергеҙеү эштәренә төрлө белгеслектәге 350 реставратор: алтынлаусылар, әүәләүселәр, ҡырҡыусылар, рәссамдар йәлеп ителә[7]. Екатерина һарайында Христос Терелеүе сиркәүенең интерьерын консервациялау һәм реставрациялау проекты «Алтын Трезини-2020» 3-сө халыҡ-ара архитектура-дизайнер конкурсының «Реставрация/реконструкциялауҙың иң яҡшы ғәмәлгә ашырылған проекты» номинацияһында еңеү яулай[8][9].

Лион залы

үҙгәртергә

Лион залы — Екатерина һарайының 1781—1783 йылдарҙа архитектор Чарльз Камерон планы буйынса булдырылған иң тантаналы интерьерҙарының береһе. Зал үҙенең исемен Лион ҡалаһында эшләнгән стеналарҙы ебәк менән биҙәү арҡаһында алған.

Һуңғы тапҡыр Лион залы 1941 йылдың 22 июнендә асыла. 2019 йылдың 6 июненән, 80 йыл самаһы үткәс, халыҡ йәнә ҡабул ителә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында диуарҙарҙың һәм түбәнең биҙәлеше юҡҡа сығарыла. Боронғо йыһаздарҙан мебель ансамбленең лазурит ҡулланылған 25 әйбере һаҡланған. Бәхеткә күрә, Германияға нацистар алып сыҡҡан һәм 1947 йылда кире ҡайтарылған мәрйендәр ҡушылмалы ағас паркет та һаҡланған.

Лион залын реконструкциялау һаҡланып ҡалған һарай яҙмалары, архив документтары һәм зал фотоһүрәттәре нигеҙендә башҡарыла. Ебәк туҡыма Лиондың «Прелль» мануфактураһында тергеҙелә, уның архивтарында 1866 йылда рус император һарайы заказы буйынса эшләнгән туҡыма һәм еп өлгөләре һаҡланған. Биҙәүҙең ландшафт элементтарын Царское Село гәрәбә оҫтаханаһы белгестәре Афғанстандағы ятҡылыҡтан килтерелгән ярым ҡиммәтле таш ярҙамында тергеҙә, ул XIX быуат уртаһында ҡулланылған була. Залға стоветтар һәм паркет һуңыраҡ ҡайтарыла. Мейестәр һәм паркет һуңыраҡ залға кире ҡайтарыла.[10]

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә
  1. [bse.sci-lib.com/particle002835.html Большой дворец в г. Пушкине]
  2. Екатерининский дворец, 1850—1862. И. Монигетти, А. Штакеншнейдер 2018 йыл 17 декабрь архивланған. // Екатерининский дворец. — сайт «Энциклопедия Царского Села», 2015 — проверено 15.11.2015
  3. Сведения из Единого государственного реестра объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации. opendata.mkrf.ru. Дата обращения: 30 апрель 2018.
  4. 540-006. The Palaces and Parks Ensembles of the Town of Pushkin (Tzarskoe Selo) Russian Federation, 1990 // Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments. — World Heritage List. UNESCO
  5. Алексей Николаевич Гузанов. А.М. Кучумов – легендарный хранитель Павловского дворца. pavlovskmuseum.ru. Дата обращения: 21 октябрь 2020.
  6. В Екатерининском дворце Царского Села откроют Арабесковый и Тронный залы (рус.)
  7. Людмила Леусская. В ГМЗ «Царское Село» завершилась реставрация церкви Воскресения Христова. Сайт газеты «Санкт-Петербургские ведомости» (16 апрель 2019). Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  8. «Царское Село» стало лауреатом архитектурно-дизайнерского конкурса «Золотой Трезини-2020». Портал «Культура» (2 декабрь 2020). Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  9. Финалисты конкурса «Золотой Трезини-2020». Официальный сайт конкурса «Золотой Трезини». Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  10. Музей Царское Село 6 июня откроет воссозданный Лионский зал Екатерининского дворца. ТАСС Культура (05.06.2019).
  • Петров А. Н., Пушкин. Дворцы и парки, [2 изд.], Л., 1969
  • Ҡалып:БСЭ
  • Matelski Dariusz (1963-), ANATOMIA GRABIEŻY. Polityka Rosji wobec polskiego dziedzictwa kultury od XVII do XXI wieku (ANATOMY LOOTING. Russia Policy towards Polish Cultural Property in the 17.-61

Һылтанмалар

үҙгәртергә