Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр төркөмө (ингл. Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments) — Рәсәйҙә (һәм СССР-ҙа) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының беренсе объекты. Ул Бөтә донъя мираҫы һәйкәлдәре исемлегенә Бөтә донъя мираҫы комитетының 14-се сессияһында башҡа дүрт совет һәйкәле (Мәскәү Кремле һәм Ҡыҙыл майҙан, Изге София соборы һәм Киев-Печёра лавраһы, Кижи погосты, Ичан-Кала) менән бергә индерелә.
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список памятников культурного наследия Санкт-Петербурга[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Майҙан | 3934,1 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][1], (ii)[d][1], (iv)[d][1] һәм (vi)[d][1] |
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы Викимилектә |
Әһәмиәте
үҙгәртергә«Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге» объекты ЮНЕСКО-ның территорияһында әүҙем хужалыҡ алып барылған һәм йөҙҙәрсә мең кеше йәшәгән ҙур мәҙәни-тәбиғи ландшафтҡа һәйкәл статусы биреүҙең тәүге тәжрибәләренең береһе була. Уға хатта Петербург үҙәге менән бәйләнеше булмаған да тиерлек, мәҫәлән, Ладогалағы боронғо Орехов ҡәлғәһе һәм Линдулов урманы инә. Ҡала яны зонаһы үҙ эсенә һарай-парк комплексын ғына түгел, тәбиғи ландшафтты һәм сәнәғәт һәйкәлдәрен (Сестрорецк ҡорал заводы) һ.б. ала. Хәҙерге ҡала ландшафтының шундай һуҙылған участкаларын консервациялау ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Быны Эльба аша яңы күпер төҙөгәндә шундай уҡ ландшафтлы исемлектән Эльба үҙәне менән Дрезденды (2009) алып ташлау ҙа раҫлай.
2012 йылда Санкт-Петербург Хөкүмәте «2013-2018 йылдарға Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан „Конюшенная“ һәм „Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия“ территорияларын һаҡлау һәм үҫтереү» маҡсатлы программаһын раҫлай.
Санкт-Петербургтың планлаштырыуҙың программалы-маҡсатлы ысулына күсеүе һөҙөмтәһендә 2014 йылда Тарихи үҙәкте һаҡлау программаһы 2014 йылдың 30 июнендә 6 йылға ҡабул ителгән «Санкт-Петербург территорияларының иҡтисади һәм социаль үҫеше» дәүләт программаһының бер өлөшөнә әйләнә. Дәүләт программаһы үтәлеше өсөн Санкт-Петербургтың Иҡтисади сәйәсәт һәм стратегик планлаштырыу буйынса комитеты яуаплы. Программаны тормошҡа ашырыуҙа төп эксперт-консультация органы булып Санкт-Петербург Хөкүмәте ҡарамағындағы Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгетерриторияларын һаҡлау һәм үҫтереү советы тора.
Программа сиктәрендә тарихи үҙәктең ике биләмәһе бүленгән: «Конюшенная» һәм «Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия».
Охта-үҙәге төҙөлөшө
үҙгәртергәПетербургта бейек Охта-үҙәк төҙөү планы ЮНЕСКО-ның ризаһыҙлығын тыуҙыра. 2007 йылдың июнендә Яңы Зеландияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 31-се сессияһы үтә. Уның ҡарарында ҡатнашыусы илдең 2007 йылдың 18 ғинуарында һәм 2007 йылдың 5 мартында бирелгән «пландарҙың комитет талаптарына тура килмәүен һәм шулай уҡ бөтә объекттарҙың буфер зоналарының, шул иҫәптән Ленинград өлкәһен дә индереп, аныҡ сиктәре булмауын» билдәләй. Һәм Рәсәйҙең власть органдарына «эшкә ҡағылышлы барлыҡ материалдар һәм мәсьәләләр ҡаралып бөтмәйенсә һәм Бөтә донъя мираҫы объектына хәүеф яныуға төрлө яҡлап баһа бирелмәй тороп, проектты ғәмәлгә ашырыуҙы, шул иҫәптән эштәрҙе үткәреүгә рөхсәт биреүҙе лә индереп, туҡтатыуҙы» тәҡдим итә[2][3]. 2010 йылдың декабрендә Охта-үҙәк проекты билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.
Урынлашыуы
үҙгәртергәСоставы
үҙгәртергә# | Рәсеме | Атамаһы | Урынлашыуы |
---|---|---|---|
540-001 | Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге | Санкт-Петербург | |
540-002 | Кронштадт ҡалаһының боронғо өлөшө | Санкт-Петербург г. Кронштадт | |
540-003 | Кронштадт форттары | Санкт-Петербург г. Кронштадт, Фин ҡултығы | |
540-004 | Шлиссельбург ҡалаһының боронғо өлөшө | Ленинград өлкәһе Киров районы г. Шлиссельбург | |
540-005 | Орешек ҡәлғәһе | Ленинград өлкәһе Киров районы г. Шлиссельбург | |
540-006 | Пушкин ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге | Санкт-Петербург г. Пушкин | |
540-007 | Дворцы и парки города Павловск ҡалаһының һарайҙары һәм парктары, уның тарихи үҙәге | Санкт-Петербург г. Павловск | |
540-008 | Пулков обсерваторияһы | Санкт-Петербург Пулков бейеклектәре | |
540-009 | Дворцово-парковый ансамбль в Ропшела һарай-парк ансамбле | Ленинград өлкәһе Ломоносов районы п. Ропша | |
540-010 | Гостилицала һарай-парк ансамбле | Ленинград өлкәһе Ломоносов районы д. Гостилица | |
540-011 | Тайцыла һарай-парк ансамбле | Ленинград өлкәһе Гатчина райоын п. Тайцы | |
540-012 | Гатчина ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге | Ленинград өлкәһе Гатчина районы г. Гатчина | |
540-013 | Сергиева Приморская пустынь | Санкт-Петербург пос. Стрельна | |
540-014 | Стрельна ҡасабаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге | Санкт-Петербург пос. Стрельна | |
540-015 | Михайловканың һарай-парк ансамбле | Санкт-Петербург г. Петергоф | |
540-016 | Знаменканың һарай-парк ансамбле | Санкт-Петербург г. Петергоф | |
540-017 | Петергоф ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге | Санкт-Петербург г. Петергоф | |
540-018 | Собственная дачаның һарай-парк ансамбле | Санкт-Петербург г. Петергоф | |
540-019 | Сергиевканың һарай-парк ансамбле | Санкт-Петербург г. Петергоф | |
540-020 | Ломоносов ҡалаһының һарай-парк ансамбле һәм уның тарихи үҙәге | Санкт-Петербург г. Ломоносов | |
540-021 | Файл:PavlovoNauchnyGorogok.jpg | И. П. Павловтың фәнни ҡаласығы | Ленинград өлкәһе Всеволожск райоын с. Павлово |
540-022 | Богословка усадьбаһы | Ленинград өлкәһе Всеволожск районы Нева урман паркы | |
540-023 | Шувалов паркы | Санкт-Петербург Парголово | |
540-024 | Вяземскийҙар усадьбаһы | Санкт-Петербург Имән урманы | |
540-025 | Сестрорецк Разливы, Сестрорецк «Дубки»һы, Стенбок-Ферморовтар усадьбаһы, Ольгино (тарихи район), «Ближние Дубки» паркы, Териоки (Зеленогорск) | Санкт-Петербург г. Сестрорецк | |
540-026 | И. Репиндың йорт-музейы «Пенаты» | Санкт-Петербург п. Репино | |
540-027 | Комаров ҡасаба зыяраты | Санкт-Петербург п. Комарово | |
540-028 | Линдуловск урманы | Ленинград өлкәһе Выборг районы Яҡындағы тораҡ — Рощино ҡасабаһы | |
540-029 | Нева йылғаһы яры һәм яр буйҙары | Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе | |
540-030 | Ижора һикәлтәһе | Ленинград өлкәһе Волосов районы | |
540-031 | Дудергофские бейеклеге | Санкт-Петербург п. Можайск (тарихи район) | |
540-032 | Колтушск ҡалҡыулығы | Ленинград өлкәһе Всеволожск районы д. Колтуши | |
540-033 | Юкковск ҡалҡыулығы | Ленинград өлкәһе Всеволожск районы д. Юкки | |
540-034 | Юлдар: Мәскәү шоссеһы, Киев шоссеһы, Ленинград — Павловск тимер юлы, Пушкин — Гатчина шоссеһы, Волхонск шоссеһы, Таллинн шоссеһы, Петергоф юлы, Ропшинск шоссеһы, Гостилицк шоссеһы, Приморск шоссеһы, Выборг шоссеһы, Колтушск шоссеһы, Лиговск каналы, Кронштадт шоссеһы |
Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе | |
540-035 | Фарватерҙар: Петровск, Кронштадт, Зеленогорск, шулай уҡ Диңгеҙ каналы | Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе | |
540-036 | Файл:Primorskiy.JPG | Дандың йәшел һыҙаты менән Йәшәү юлы | Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://whc.unesco.org/en/list/540
- ↑ Convention Concerning the Protection of the World Cultural and Natural Heritage.World Heritage Committee.Thirty-first session.Christchurch, New Zealand.23 June-2 July 2007 . UNESCO World Heritage Centre (31 июль 2007).
- ↑ ЮНЕСКО попросила приостановить строительство башни Газпрома . РосБизнесКонсалтинг (14 июль 2007). 2008 йыл 24 февраль архивланған.