Ҙур совет энциклопедияһы

(БСЭ битенән йүнәлтелде)

Ҙур сове́т энциклопе́дияһы (сығанаҡ белешмәләрҙә — Ҙур Совет Энциклопедияһы; рус. Большая советская энциклопедия, ҡыҫҡартмаһы БСЭ) — иң билдәле һәм тулы совет универсаль энциклопедияһы. 1926 йылдан (беренсе сығарылыштың беренсе томы) 1990 йылға тиклем (һуңғы йыллыҡ том) «Советская энциклопедия» нәшриәте (хәҙер — «Большая Российская энциклопедия» нәшриәте) тарафынан сығарыла.

Ҙур совет энциклопедияһы
Рәсем
Атамаһы Большая советская энциклопедия
Төп тема общие знания[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Ҙур Рәсәй энциклопедияһы
Жанр энциклопедия
Баҫма йәки тәржемә Большая советская энциклопедия, 1926—1947[d], Большая советская энциклопедия, 1950—1958[d], Ҙур Совет энциклопедияһы (1969 - 1978)[d] һәм Great Soviet Encyclopedia, ed. Greek[d]
Мөхәррир Шмидт Отто Юльевич, Сергей Иванович Вавилов[d], Введенский, Борис Алексеевич[d] һәм Прохоров Александр Михайлович
Нәшер итеүсе Большая российская энциклопедия[d]
Нәшер ителеү урыны Мәскәү
Ил  СССР
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1926
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм защищено авторским правом[d]
 Ҙур совет энциклопедияһы Викимилектә

Өс сығарылышы була:

  • беренсе сығарылыш (1926—1947) 65 томдан һәм «СССР» тигән номерһыҙ өҫтәмә томдан тора;
  • икенсе сығарылыш (1949—1958) 49 томдан, «СССР» тигән 50-се томдан, өҫтәлгән 51-се томдан һәм номерһыҙ «Алфавит күрһәткесе» тигән ике китаплы томдан тора (1960);
  • өсөнсө сығарылышта (1969—1978) 30 том (24-се том ике китаптан тора: икенсе өҫтәмә китап — «СССР») һәм номерһыҙ «Алфавит буйынса исемле күрһәткес» тигән өҫтәмә томдан тора (1981).

Сығарылыштары

үҙгәртергә

Беренсе сығарылыш

үҙгәртергә

1923 йылда Госиздатта "Ҙур совет энциклопедияһы"н (БСЭ) нәшер итеү фекере тыуа, уның инициаторы академик Отто Юльевич Шмидт була. Отто Шмидт 1921—1924 йылдарҙа мөхәрририәт рәйесе вазифаһын башҡара. БСЭ-ны әҙерләү төркөмөнә марксист тарихсы М.Н. Покровский, тәнҡитсе һәм публицист Н. Л. Мещеряков, шағир В. Я. Брюсов, профессор В. Ф. Каган, К. С. Кузьминский һәм башҡалар инә. Политбюроның энциклопедия сығарыу тураһындағы 1924 йылдың 17 апреле ҡарары менән О. Ю. Шмидт баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

 
«Советская энциклопедия» ҡатнаш акционерҙар йәмғиәтенең СССР Госбанкы исеменә бирелгән 1000 һумлыҡ акцияһы. Мәскәү, 1928 йыл

1925 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Үҙәк Башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән Коммунистик Академия ҡарамағында «Большая Советская Энциклопедия“ дәүләт ғилми баҫмаһы» ҡатнаш акционерҙар йәмғиәте төҙөлә, уға энциклопедия сығарыу йөкмәтелә[1].

Беренсе том 1926 йылда донъя күрә. Әммә энциклопедияның тулы сығарылышын (65 том һәм тулыһынса СССР-ға арналған бер өҫтәмә том) әҙерләүгә 21 йыл китә, эш 1947 йылда ғына тамамлана. «Советская энциклопедия» акционерҙар йәмғиәте 1930 йылда Дәүләт һүҙлек-энциклопедия нәшриәтенә, ә 1937 йылда «Советская энциклопедия» дәүләт ғилми институтына үҙгәртелә.

Энциклопедияның беренсе сығарылышына йәмғеһе 65 мең статья, 12 мең иллюстрация һәм 1 меңдән ашыу карта инә. Дөйөм күләме 4,3 мең автор баҫма табағы тәшкил итә. Һәр томға уртаса 8—10 төҫлө географик карта һәм 20-ләп иллюстрация (төҫлөләре лә бар) ингән, улар айырым биттәрҙә бирелгән. Һалынма биттәрҙән тыш текст эсендә лә һүрәттәр һәм карталар күп. Иллюстрацияларҙың күпселеге билдәле совет рәссамдары тарафынан ағас гравюрала эшләнгән. Томдар алтын менән баҫып төшөрөлгән биҙәкле ледерин тышлыҡ һәм ярымкүн төп менән тышланған. Һәр том 50—80 мең дана траж менән сығарылған.

1924—1941 йылдарҙа академик Отто Юльевич Шмидт баҫманың баш мөхәррире була. Энциклопедия редакцияһы Мәскәүҙә Петровка менән Кузнецкий Мост урамдары сатындағы Анненковтар йортон биләй. Бүлектәрҙең мөхәррирҙәре һәм эре статьяларҙың авторҙары араһында — күренекле совет ғалимдары һәм дәүләт эшмәкәрҙәре: Н. Н. Баранский, А. Н. Бах, Г. И. Бройдо, А. С. Бубнов, Н. Н. Бурденко, Н. И. Бухарин, В. Р. Вильямс, К. Е. Ворошилов, И. М. Губкин, И. Э. Грабарь, Г. М. Кржижановский, Л. Н. Крицман, В. В. Куйбышев, Н. Я. Кун, Ю. Ларин, А. В. Луначарский, Н. Л. Мещеряков, В. П. Милютин, М. Ф. Нестурх, Н. М. Никольский, В. А. Обручев, Н. Осинский, М. Н. Покровский, Е. А. Преображенский, К. Радек, Н. А. Семашко, И. И. Степанов-Скворцов, В. Г. Фесенков, П. А. Флоренский, М. В. Фрунзе һәм башҡалар.

63-сө том ике вариантта сығарыла: 1933 йылда (тиражы 31 000 дана) 776 бағана менән, 1935 йылда (тиражы 20 200 дана) 768 бағана менән (2 табаҡҡа күберәк); ҡайһы бер статьяларҙың йөкмәткеһе төрлө була.

Икенсе сығарылыш

үҙгәртергә
 
 
Икенсе сығарылыш

Икенсе сығарылыш СССР Министарҙар Советы ҡарарына ярашлы[2] (1949 йылдың 20 феврале) әҙерләнә һәм «Большая советская энциклопедия» дәүләт ғилми нәшриәте тарафынан 1950—1958 йылдарҙа нәшер ителә. Сығарылыш 51 томдан тора (49 томда статьялар, 50-се том — «СССР», 51-се том — өҫтәмә), ә 1960 йылда 2 китаплыҡ предмет исемдәренең алфавит буйынса төҙөлгән күрһәткесе менән тулыландырыла.

Икенсе сығарылышта йәмғеһе 100 мең статья, 40 852 иллюстрация һәм 2362 карта була. Дөйөм күләме — 4,9 мең автор табағы. Тышлығы рельефлы. Һәр томдың тиражы 250—300 мең дана була.

Файл:BSE-2-Edition-Vol-5-page21-replacement.png
Биттәрҙе алмаштырыу тураһында үтенес

Социаль, сәйәси темаларға һәм ғәмәлдәге дәүләт эшмәкәрҙәре тураһындағы мәҡәләләр совет идеологияһына ярашлы әҙерләнә. Ҡайһы берҙә илдәге үҙгәрештәргә бәйле темларҙы яҡтыртыу ҙа үҙгәрә. Мәҫәлән, 1953 йылда СССР эске эштәр министры Л. П. Берияны эштән алғас, энциклопедияға яҙылыусыларға уның тураһындағы статья урынына «Берингово море» статьяһының киңәйтеп яҙылған яңы варианты ебәрелә һәм был кеше тураһындағы статьяны алып ташларға тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта иллюстрациялар исемлегендә Л. П. Берия портреты телгә алына.

Сығарылыштың баш мөхәррирҙәре — академиктар Сергей Иванович Вавилов (1—7-се томдар, 1949—1951) һәм Борис Алексеевич Введенский (8—51-се томдар, 1951—1958), баш мөхәррир урынбаҫарҙары — А. А. Зворыкин һәм Л. С. Шаумян. Бүлек мөхәррирҙәре һәм статьяларҙың авторҙары араһында — шул замандың күренекле совет ғалимдары һәм фән эшмәкәрҙәре: Н. Н. Аничков, И. П. Бардин, А. А. Благонравов, В. В. Виноградов, Б. М. Вул, А. А. Григорьев, Е. М. Жуков, Б. В. Иогансон, А. Н. Колмогоров, Ф. В. Константинов, О. Б. Лепешинская, Т. Д. Лысенко, А. А. Михайлов, А. И. Опарин, К. В. Островитянов, Н. М. Страхов, С. П. Толстов, Е. А. Чудаков һәм башҡалар.

Өсөнсө сығарылыш

үҙгәртергә

Өсөнсө сығарылыш КПСС Үҙәк Комитетының 1967 йыл 2 февраль ҡарарына ярашлы әҙерләнә һәм «Советская энциклопедия» нәшриәте тарафынан 1969—1978 йылдарҙа баҫыла. Сығарылыш 30 томда 31 китаптан тора (24-се том ике китаплы итеп әҙерләнә — тулыландырылған икенсеһе СССР-ға арнала). Өсөнсө сығарылыш өсөн 7-се кегле булған яңы шрифт — «Кудряшевская энциклопедическая гарнитура» ҡулланыла[3]. Өсөнсө сығарылыштың тиражы 630 мең дана тәшкил итә. 1981 йылда алфавитлы атама күрһәткесе менән тулыландырыла, ул 50 мең дана тираж менән баҫтырыла. Сығарылышты әҙерләүҙә 10 мең белгес ҡатнаша. Консультанттарҙың күбеһе ғилми дәрәжәле була[4]. Өсөнсө сығарылыштың төп принциптарының береһе — фәнде популярлаштырыу.

Сығарылышта йәмғеһе 95 279 статья, 29 120 иллюстрация, 3701 портрет һәм 524 төҫлө карта бар. 14-се томда «Ленин Владимир Ильич» статьяһына уның телмәрҙәре яҙылған һығылмалы грампластинка беркетелә. Сығарылыштың дөйөм күләме 3800 авторлыҡ табағы тәшкил итә[4]. Сығарылыш энциклопедияның статьяларына һылтанмалар системаһы менән айырылып тора[3].

Академик Александр Михайлович Прохоров (1969—1978) баш мөхәррир була.

Өсөнсө сығарылыш инглиз теленә тәржемә ителә һәм «Macmillan Publishers»[4] нәшриәте тарафынан АҠШ-та 1973—1982 йылдарҙа 31 томда баҫтырып сығарыла[5]. Айырым илдәрҙә (ГДР, Бөйөк Британия һәм башҡалар) «СССР» тигән бер томлыҡ тәржемәләнеп нәшер ителә.

Шулай уҡ өсөнсө сығарылыш герк теленә тәржемә ителә һәм «Акадимос» (греч. Ακάδημος)[4] нәшриәте тарафынан 1977—1989 йылдарҙа 34 төп һәм 1 өҫтәмә том итеп баҫтырыла[6].

Электрон версия

үҙгәртергә

1998 йылда «Аутопан» ЯАЙ-һы («Студия Multimedia.ru»), «Гласнет» ЯАЙ-һы һәм «Лукойл-Информ» ЯАЙ-һы («Большая Российская энциклопедия» нәшриәте менән хеҙмәттәшлектә) БСЭ-ның өсөнсө сығарылышын цифрлаштырыу проектын башлай. 2001 йылға текстарҙың һәм иллюстрацияларҙың төп корпусы сканлана, таныла һәм тикшерелә. Интернет-сығарылышҡа хоҡуҡты «Russ Portal Company Ltd.» компанияһы һатып ала, ул 2001 йылдың апрелендә «Рубрикон» энциклопедия онлайн-проектын башлай. 2002 йылда Мәскәүҙәге Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә өс компакт-дискҡа яҙҙырылған энциклопедия күрһәтелә. Электрон версияның нәшерсеһе һәм дистрибьюторы сифатында «Новый диск» ЯАЙ-һы компанияһы сығыш яһай; энциклопедия «Рәсәй энциклопедияларының алтын фонды» серияһы сиктәрендә нәшерләнә.

Беренсе һәм икенсе сығарылыштарҙың электрон версиялары «„Электронные и традиционные словари“ һүҙлек нәшриәте» ЯСЙ-һы тарафынан 2010 һәм 2012 йылдарҙа сығарыла. CD/DVD-дисктарға яҙҙырып таратыусы һәм һатыусы — «БукаСофт» ЯАЙ-һы[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История издательства. 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
  2. Документ № 107. Постановление Политбюро ЦК ВКП(б) о втором издании Большой Советской Энциклопедии. 10.02.1949. // Архив Александра Н. Яковлева.
  3. 3,0 3,1 Пухначев Ю. Наша новая энциклопедия (рус.) // Наука и жизнь. — 1979. — № 2. — С. 40—46.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Прохоров А. М. Вселенная в алфавитном порядке (рус.) // Наука и жизнь. — 1979. — № 2. — С. 40.
  5. The Great Soviet Encyclopedia: A Translation of the Third Edition of the Bol'shaya Sovetskaya Entsiklopediya. — New York, London: Macmillan, Collier-Macmillan, 1973—1982. — Т. 1—31, index.
  6. Μεγάλη Σοβιετική Εγκυκλοπαίδεια. — Αθήνα: Ακάδημος, 1978—1989. — Т. I—XXXIV, συμπληρωματικός τόμος Α.
  7. Первое издание «Большой советской энциклопедии» вышло на DVD (21 ноябрь 2010).

Һылтанмалар

үҙгәртергә