Мейес — төрлө биналарҙы (мәҫәлән, йортто, мунсаны) йылытыу өсөн ҡоролған һәм шулай уҡ технологик процеста (икмәк бешереү, керамика яндырыу, металдарҙы термик эшкәртеү, лаборатор тикшереүҙәр) өсөн юғары температуралар алыу өсөн ҡоролма; Өй йылытыу йәки бешеренеү өсөн кирбес йәки тимерҙән яһалған ҡоролма. Икмәк мейесе. Мейес ҡашағаһы. Мейес сығарыу. Мейескә яғыу. 2. Ҡыҙҙырып, төрлө материалдар эшкәртә торған ҡоролма. Домна мейесе. Эзбиз мейесе[1].

Урыҫ мейесе, Клычев ауылы
Лабораторияла техник мейес
Францияла икмәк бешереү мейесе

Рәсәйҙә иң таралған мейестәр:

  • Буржуйка
  • Голландка
  • Кухня плитәһе
  • Урыҫ мейесе
  • Тандыр
  • Сыуал

Хәҙерге заманда төрлө тәғәйенләнештәге һәм конструкциялағы сәнәғәт мейестәре бар.

Конструкцияһына ярашлы мейестә ҡаты яғыулыҡ (утын, таш күмер, торф), шыйыҡ яғыулыҡ (кәрәсин, мазут, нефть), газ (тәбиғи газ) яғырға мөмкин. Электр менән эшләүсе мейестәр ҙә була.

Индукция мейестәре

үҙгәртергә

Индукция мейестәре ҡоросто йылытыу һәм иретеү өсөн тәғәйенләнгән. Металлургия заводтарында металл ҡойоу цехтарында һәм цехтарҙа юғары сифатлы ҡорос ҡойолмалар ҡойоуҙа ҡулланыла. Графит тиглдарҙа төҫлө металдар иретеү өсөн файҙаланыла. Индукция мейестәре трансформатор принцибында эшләй. Индукторҙа барлыҡҡа килгән электромагнит тәьҫирендә барлыҡҡа килгән электр тогы үткәндә, йылылыҡ бүленеп сыға.

Башҡорт мифологияһында

үҙгәртергә
 
Башҡорт мейесе. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.

Башҡорт мифологияһында йорттағы мейес, йыһандың, торлаҡтың ут культы менән бәйле, ныҡ мифлаштырылған урын. Йәшәйеш, көс, йылылыҡ биреүсе символ булып тора. Башҡорт мәҙәниәтендә усаҡ менән бәйле йолалар күп. Мәҫәлән, яңы өйләнешкәндәр ғаилә усағын яндыра, килен беренсе тапҡыр өйгә ингәндә, мейескә ҡулын ҡуйып, ҡурсалауын һорай. Шулай уҡ мейес, усаҡ менән бәйле төрлө ышаныуҙар йәшәп килә.

  • Мейестәге утты һыу һибеп һүндерергә ярамай, уның янып бөткәнен көтөргә кәрәк.
  • Мейестең кәрнизен таҙа тоторға кәрәк, аҙна кис әруахтар ҡайтып, кәрнискә ултыра икән.

Башҡорт мәҙәниәтендә усаҡтың көлө, күмере, торомбашы, төтөнө, ташы ла тылсымлы көскә эйә тип һанала[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Хисаметдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы һүҙлеге. -Өфө, 2015. −412 б. ISBN 978-5-91608-125-1