Негин Евгений Аркадьевич
Негин Евгений Аркадьевич (16 ғинуар 1921 йыл — 3 февраль 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы. 1949—1991 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй федераль ядро үҙәге хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, генерал-лейтенант-инженер, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1956). Ленин премияһы һәм ике Сталин премияһы лауреаты.
Негин Евгений Аркадьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 16 ғинуар 1921[1] |
Тыуған урыны | Бор[d] |
Вафат булған көнө | 3 февраль 1998 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Саров, Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | ғалим, weapons designer |
Эш урыны | РФЯЦ-ВНИИЭФ[d] |
Уҡыу йорто | Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXI съезы[d] |
Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
50 йыл тиерлек ғүмерен РФЯЦ-ВНИИЭФ — Рәсәй федераль ядро үҙәгендә — Бөтә Рәсәй эксперименталь физика ғилми-тикшеренеү институтында («Арзамас-16») эшкә бағышлай.
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгений Аркадьевич Негин 1921 йылдың 16 ғинуарында Новгород губернаһы Бор ауылында (хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Бор ҡалаһы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Бор ауылының урта мәктәбендә уҡый, һуңынан Горький ҡалаһының 8-се мәктәбенә күсә, уны 1938 йылда отличие менән тамамлай. Горький дәүләт университетының (хәҙер Н. И. Лобачевский исемендәге Новгород дәүләт университеты) физика-математика факультетына имтихандарһыҙ ҡабул ителә. Университеттың 3 курсын тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән Орджоникидзе исемендәге (Горький) 21-се заводта столяр уҡыусыһы булып эшләй башлай.
1948 йылда — Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уҡсы ҡоралдар кафедраһында уҡыта башлай.
1949 йылдан Е. А. Негин — Саров ҡалаһында КБ-11 хеҙмәткәре. Кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлап, тиҙҙән ул фәнни мәсьәләләр буйынса сектор начальнигы урынбаҫары була. 1959 йылда, 38 йәшендә, Е. А. Негин — баш конструктор, ә 1966 йылдан — ғилми етәксе Юлий Борисович Харитондың беренсе урынбаҫары. 12 йылдан һуң Евгений Аркадьевич иң яуаплы вазифаларҙа эшләй, 1978 йылдан 1987 йылға тиклем директор, 1959 йылдан 1991 йылға тиклем ядро зарядтарының баш конструкторы
1998 йылдың 3 февралендә вафат була. 1998 йылдың 6 февралендә «атом ҡалаһы» Саров почётлы гражданы һәм ветеран, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашыусы, академик, авиация генерал-лейтенанты Евгений Аркадьевич Негин менән хушлаша.
Е. А. Негинды ҡала зыяратында Саров ҡалаһының почётлы граждандары араһында ерләйҙәр[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының 1956 йылдың 20 апрелендәге («ябыҡ») Указы менән оборона сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Евгений Аркадьевич Негинға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
- дүрт Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында еңгән өсөн» мизалы менән бүләкләнгән
- Ленин премияһы лауреаты (1959), ике тапҡыр Сталин премияһы (1951, 1953) һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы (1985).
- Саров ҡалаһының почётлы гражданы.
Хәтер
үҙгәртергәНовгород өлкәһе Бор ҡалаһының дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында Е. А. Негинға мемориаль таҡта асыла һәм ғалим бюсы рәүешендә һәйкәл һәм РДС-4 ядро бомбаһы макеты ҡуйыла. Саров урамдарының береһе уның исеме менән аталған һәм крайҙы өйрәнеү музейы макеты РДС-4. Көнбайыш урамдарының береһе уның исемен йөрөтә саров[3].
Түбәнге Новгород ҡалаһының 8-се лицейында Е. А. Негинға арналған музей асылған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Материалы музея г. Бор, Нижний Новгород. И. Гоголева.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Негин Евгений Аркадьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Могила Е. А. Негина
- ↑ Улица Академика Негина . ФГУП РФЯЦ-ВНИИЭФ. Дата обращения: 8 февраль 2015.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.313.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Негин Евгений Аркадьевич . «Герои страны» сайты.
- Негин Евгений Аркадьевич (неопр.). Они ковали ядерный щит страны. ФГУП РФЯЦ-ВНИИЭФ. Дата обращения 8 февраля 2015.
- Профиль Евгения Аркадьевича Негина РФА рәсми сайтында