Дағстан ҡурсаулығы

Дағстан ҡурсаулығы (рус. Дагеста́нский запове́дник) — Рәсәй Федерацияһының Дағстан Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.

Дағстан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Һарыҡом бархандары
Һарыҡом бархандары
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны19 061 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты9 ғинуар 1987 йыл 
Урынлашыуы
44°42′03″ с. ш. 47°00′22″ в. д.HGЯO
РФ субъектыДағстан

dagzapoved.ru
 Дағстан ҡурсаулығы Викимилектә

Дағстан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1987 йылдың 9 ғинуарында РСФСР Министрҙар Советы указы менән ике биләмәлә — Кизляр ҡултығында һәм Һарыҡом бархандарында ойошторола. Уның дөйөм майҙаны 19 061 гектар, шул иҫәптән Кизляр ҡултығы — 18 485 гектар, Һарыҡом бархандары майҙансығы — 576 гектар тәшкил итә.

Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренә һәм һыу киңлегенә йәнәш ятҡан ерҙәрҙә дөйөм майҙаны 21065 гектар булған файҙаланыу режимы сикләнгән һаҡлау зоналары булдырылған.

2009 йылда Дағстан Республикаһы («Аграхан», «Самур» һәм «Тлярат» федераль заказниктары) биләмәһендә урынлашҡан өс федераль заказник та ҡурсаулыҡ ҡарамағына шул уҡ статуста тапшырыла[1].

Самур милли паркы 2019 йылдан ҡурсаулыҡ ҡарамағына тапшырыла[2].

Климаты — континенталь.

Ҡурсаулыҡ составы

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡ биләмәләре

үҙгәртергә
  • Кизляр ҡултығы участкаһы Дағстандың төньяғындағы Тарумовский районында, Кума йылғаһы тамағында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ участкаһы Кизляр ҡултығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге диңгеҙ һайлыҡтарын һәм һөҙәк ярҙарҙы үҙ эсенә ала. 2017 йылда Кизляр ҡултығы ЮНЕСКО-ның биосфера ҡурсаулығы статусын ала. Биләмә биологик төрлөлөктө һаҡлау өсөн булдырыла[3][4].
  • Һарыҡом бархандары участкаһы Дағстан Республикаһының Ҡомторҡалы районында, Махачҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта, Шура-озень йылғаһының һул ярында Нарат-Түбә һыртының төньяҡ битләүҙәрендә урынлашҡан. Был биләмә тирәләй убалы ҡомлоҡ киң таралған[5].

Самур милли паркы

үҙгәртергә

2019 йылда, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 декабрендәге 1839-сы ҡарары менән, дөйөм майҙаны 48 273 гектар тәшкил иткән Самур милли паркы булдырыла. Уның Самур дельтаһында һәм Көньяҡ Дағстан таулығында ике кластеры бар[6][7].

Федераль заказниктар

үҙгәртергә
  • Аграхан заказнигы Аграхан ҡултығының төньяҡ яртыһын һәм Аграхан ярымутрауын биләй. Ул һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандар донъяһын һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән[8].
  • Самур заказнигы территорияһы Самур йылғаһының бик күп тармаҡтарға айырылған һыубаҫар туғайҙарҙағы киң япраҡлы лиана урманы массивынан тора. 2019 йылға тиклем заказник биләмәһенең дөйөм майҙаны 11,2 мең гектар тәшкил итә. 2019 йылда заказниктың күпселек өлөшө ошо уҡ исемдәге милли парк составына ингәс, уныңың майҙаны 1939,9 гектарға тиклем ҡыҫҡара[2].
  • Тлярат заказнигы Тлярат районында, Джурмут йылғаһы бассейнына ингән Авар Койсуһы (ru:Аварское Койсу) йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан һәм Оло Кавказ һыртының төньяҡ битләүен һәм Нукатль һыртының көньяҡ-көнбайыш армыттарын биләй. Көньяҡта Грузияның Лагодех ҡурсаулығы һәм Әзербайжандың Закаталь ҡурсаулығы менән сиктәш[9].

Ҡурсаулыҡ территорияһында һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәр төрҙәре, мәҫәлән, Леман астрагалы, ирис, орка, япраҡһыҙ эремоспартон, йөҙөүсе һыу сәтләүеге, ябай ҡылысүлән һ. б. үҫә[10].

Кизляр ҡултығында алабуға, суртан, һаҙан, мәрсен, уҡбалыҡ, ҡыҙылғанат, ҡорман балыҡ, ҡарабалыҡ, диңгеҙ сабағы, йәйен осрай. Һөйрәлеүселәр иҫәбенә туҙбаш йылан, дала ҡара йыланы һәм Урта диңгеҙ гөбөргәйеле инә. Пеликан, фламинго, биҙгәләк, солтан тауығы, туғаҙаҡтар оя ҡора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кизлярский в резерват. На очереди Тляратинский и Самурский заказники? (рус.). Новости Дагестана (30 июнь 2017). Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 5 ноябрь 2021 года.
  2. 2,0 2,1 В Дагестанском нацпарке займутся спасением нерпы и лиан. ТАСС. Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 7 ноябрь 2021 года.
  3. Уникальная природа Дагестанского заповедника. РИА Новости (20171220T1323). Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  4. https://plus.google.com/+UNESCO. Всемирную сеть биосферных заповедников ЮНЕСКО пополнили 23 новых объекта (ингл.). UNESCO (14 июнь 2017). Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  5. В Дагестане стали популярны туры по Сулакскому каньону. Российская газета. Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  6. Национальный парк "Самурский" появится в Дагестане до конца 2019 года. ТАСС. Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 6 ноябрь 2021 года.
  7. Самурский лес перевели в статус национального парка. Информационный портал РИА "Дагестан". Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  8. Ученые намерены расселить чистокровных благородных оленей по Кавказу. ТАСС. Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  9. Тляратинский заказник расширяют ради леопардов. РИА Новости (20170331T1505). Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 7 ноябрь 2021 года.
  10. Дагестанский | ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 29 май 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә