Мәрсен
Мәрсен, Бикре (лат. Acipenser gueldenstaedtii, рус. Осётр русский[1]) — мәрсен һымаҡтар отряды, мәрсендәр ғәиләһенә ҡараған балыҡ. улар үткенсе балыҡтар төркөмөнә инә, йәғни бындай балыҡ төрҙәре ыуылдырыҡ сәсер өсөн диңгеҙҙән сөсө һыуҙарға үрләй.
Мәрсен | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Acipenser gueldenstaedtii Brandt, 1833 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 232 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәМәрсен, йәки бикре — ҙур балыҡ, ул ҡиммәтле промысла балыҡтарға ҡарай һәм мәрсен һымаҡ балыҡтарҙың төп вәкиле булып иҫәпләнә. Уртаса ауырлығы 24 килограмм, ә буйға 2 метр 30 сантиметрға ла етә, йәғни кешеләрҙән дә бейегерәк булып үҫә.
Кәүҙәләре орсоҡҡа оҡшаш, ҡойроҡҡа табан нәҙегәйә. Һөлдәһенең ҙур өлөшө кимерсәктән тора, баштарында ғына һөйәктәр бар.
Уларҙы тәңкәләренең үҙенсәлекле күренеше һәм урынлашыуы буйынса еңел танырға була. Ромб формаһындағы ҡалын тәңкәләре тәндәре буйынса биш рәт яһап һуҙылған: бер рәт арҡанан, икешәр рәт ян-яҡтан һәм ҡорһаҡтан үтә. Улар араһында тегендә-бында ваҡ һөйәктән торған сәнскәктәр осрай.
Баштарының алғы өлөшө төрлө оҙонлоҡтағы томшоҡ-рострум булып һуҙылған. Оста һиҙгер 4 мыйыҡсаһы (һыу төбөндә аҙыҡты табырға ярҙам итә) бар. Томшоҡтары менән мәрсендәр аҙыҡ эҙләп һыу төбөндә ҡаҙына, унда йәшеренгән һәр төрлө умыртҡаһыҙ хайуандарҙы табып ашай.
Ауыҙҙары ла аҫта тора, үҙе арҡыры урынлашҡан. Яңаҡтары инеп-сығып тора (һуҙылырлыҡ була). Тештәре юҡ.
Таралыуы
үҙгәртергәМәрсен һымаҡтар Европала, Урта Азияла, Себерҙә һәм Төньяҡ Америкала таралған. Илебеҙҙә 13 төрө бар: ҡырпа балыҡтар, мәрсен балыҡтар — уларға аҡ бикре, уҡбалыҡ, рус мәрсене, себер мәрсене, амур мәрсене, немец йәки атлантик мәрсене (БДБ-ның "Ҡыҙыл китабы"нда), Сахалин мәрсене (шунда уҡ), уҡморон, көрәкморондар ҡарай.
Мәрсендәр үткенсе балыҡтар төркөмөнә инә, йәғни бындай балыҡ төрҙәре ыуылдырыҡ сәсер өсөн диңгеҙҙән сөсө һыуҙарға үрләй. Плотиналар һалыныр алдынан мәрсен һымаҡтар Камаға, уның ҡушылдыҡтарына, Ука һәм башҡа Волга бассейны йылғаларына инер булған.
Мәҫәлән, массаһы 30 кг-ға етеүсе мәрсен Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә йәшәй, ә ыуылдырыҡ сәсеү өсөн уларға ҡойған йылғаларға күтәрелә.
Ағиҙелдә XX быуат аҙаҡтарындағы ҡайһы бер йылдарҙа, эре мәрсен балыҡтар эләккән.
Бикре Яйыҡҡа (Урал йылғаһы) күпләп ингән, унан Һаҡмар тамағына тиклем күтәрелгән.
Үрсеүе
үҙгәртергәҒүмерҙәре сама менән 50 йыл тирәһе. Енси яҡтан ата балыҡтар 8—13 йәштә, инәләре 8—20 йәш тирәһендә өлгөрә.
Йыл һайын үрсемәйҙәр. Инә балыҡтар 3-5 йылға бер генә ыуылдырыҡ сәсә. Шуға ла, ғүмерҙәре эсендә үрсеү дүрт тапҡырға тура килә.
Инә балыҡтарҙың икенсе тапҡыр үрсеүе 17—23 йәштә (80 %), өсөнсө тапҡыр 21—24 йәштә (87 %) күҙәтелә. Инә заттарҙың 1-4 ыуылдырыҡ сәсеүгә тура килгән уртаса йәштәре 15, 20, 22 һәм 24,5 самаһында. Ата заттарының үрсеү сроктары уртаса 12,5, 16,2 һәм 18,8 йәш тирәләренә тура килә.
Үрсеү һыу 9—15 °С -ҡа йылынғас башлана. Ыуылдырыҡтарҙы 4-10 м тәрәнлектә, йылға төбө тығыҙ, ағым шәп булған урындарға һалалар. Лайлалы ыуылдырыҡтар һыу төбөндәге предметтарға беркетелә. Таштар араһында ирекле ятырға ла мөмкин. Ыуылдырыҡтарын сәсеү менән өлкән балыҡтар кире диңгеҙгә юл ала.
Яралғы дәүере 4-10 көн тирәһе дауам итә. Яралғыһының оҙонлоғо сығыр алдынан 11—12,5 мм — ға етә. Ҡатнаш туҡланыу 10 — 15 -се көндәрендә күҙәтелә.
Селбәрәләре тиҙ үҫә. Көҙгөлөккә 30 см, хатта 35 см-ға етергә мөмкин. Йәш балыҡтарҙың диңгеҙгә миграциялары башланыуы июнь аҙағы — июлгә тура килә. Был мәлдә ҙурлыҡтары 21—50 мм була. Шулай ҙа, йылғаларҙа тотҡарланып ҡалыуҙары 1-3 йылға етеүе мөмкин.
Селбәрәләрҙең һәм йәш балыҡтарҙың төп дошмандары булып иң беренсе йәйен, унан һуң күк балыҡ, йәки күкен, ҡырпа, балыҡ ҡылыс (чехонь), сельд тора.
Ыуылдырыҡтары ваҡ, 71,6 — 398 мең тирәһендә тирбәлә. Үрсеү өсөн миграция яҙҙан башланырға мөмкин. Көҙҙән күскәндәре ҡышлай һәм яҙҙан ыуылдырыҡ сәсергә керешә.
Волгала , Урал йылғаһында һәм Ағиҙелдә даими рәүештә сөсө һыуҙа йәшәүсе популяциялары бар.
Хужалыҡ әһәмиәте
үҙгәртергәҠиммәтле промысло әһәмиәтендәге балыҡ. Күпләп тотоу, браконьерлыҡ, йылғаларҙы быуыу, йылға үрҙәренең бысраныуы мәрсендең юҡҡа сыға яҙыуына килтергән.
Статусы
үҙгәртергәРус мәрсене Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының, МСОП -ның Ҡыҙыл китабы исемлегендә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рыбы занесенные в красную книгу Башкирии 2017 йыл 15 май архивланған.
- Осетр русский
- Осетр русский
- [1]
- Русский осетр (Acipenser gueldenstaedti) 2017 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 53. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.