Грузияның президенты

Грузияның дәүләт башлығы һәм башҡарма власть башлығы

Грузияның президенты — Грузия Конституцияһына ярашлы[1], дәүләт башлығы һәм башҡарма власть башлығы, Грузия Ҡораллы Көстәренең Юғары Башкомандующийы,  бөтә тышҡы бәйләнештәрҙә Грузияның юғары вәкиле; уның эске һәм тышҡы сәйәсәтенә йүнәлеш бирә, илдең берҙәмлеген һәм тулылығын, дәүләттең һәм башҡа органдарҙың эшен тәьмин итә.  

Грузияның президенты
груз. საქართველოს პრეზიდენტი
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 14 апрель 1991
Рәсем
Рәсми резиденция Авлабарская резиденция[d]
Вазифа биләй Саломе Зурабишвили[d]
Дәүләт  Грузия
Юрисдикция таралышы Грузия
Рәсми сайт president.gov.ge
 Грузияның президенты Викимилектә

Бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана.  Бер үк кеше рәттән ике мөҙҙәткә генә  президент итеп һайлана ала.

1991 йылдың 9 апрелендә Грузия СССР-ҙан бойондороҡһоҙ булыуын иғлан итә. 1991 йылдың 27 майында  президент һайлау үтә һәм Грузияның президенты итеп Звиад Гамсахурдия һайлана[2].

1991 йылдың декабре — 1992 йылдың ғинуарында илдә  хәрби түңкәрелеш була. Уны ойоштороусылар  Грузия башлығы итеп Эдуард Шеварднадзены саҡыра, ул Дәүләт Советы рәйесе вазифаһын биләй,  президент посы буш ҡала.  1995 йылдың 5  ноябрендә генә  һайлау үтә,  Шеварднадзе президент итеп һайлана.   2000 йылдың  9 апрелендә ул ҡабат һайлана.  «Розалар революцияһы» тигән атамалы ваҡиғаларҙан һуң  Э. А. Шеварднадзе  отставкаға китергә мәжбүр була.

2004 йылдың 4 ғинуарында Грузия президенты итеп  Михаил Саакашвили һайлана. Оппозицияның киң протест  акцияларынан һуң  2007 йылдың ноябрендә ул үҙенән  президент вәкәләттәрен һалырға һәм мөҙҙәтенән алда һайлау иғлан итергә мәжбүр була. Һайлау  2008 йылдың 20 ғинуарында була һәм унда ла Саакашвили еңә. Инаугурация 2008 йылдың 20 ғинуарында үтә.

Грузия президентын киләһе һайлау   2013 йылдың 27 октябрендә була.

Резиденцияһы

үҙгәртергә

Грузия президентының резиденцияһы  Тбилиси ҡалаһында, тарихи Авлабари районында,  М. Абдушелашвили урамында урынлашҡан. Һарай Михаил Саакашвили инициативаһы буйынса  20042009 йылдарҙа  төҙөлә. Проекттың авторы  Георгий Батиашвили була[3][4], әммә резиденция төҙөлөшөн  итальян Микел де Луки тамамлап ҡуя.  Резиденцияның көньяғына төкәтеп төҙөлгән  куб һымаҡ бинала дәүләт  канцелярияһы урынлашҡан.

Грузия президенттары исемлеге

үҙгәртергә
Президент

(тормош йылдары)

Фотографияһы Вәкәләте башланыу Вәкәләте тамамланыу Иҫкәрмәләр
1 Звиад Гамсахурдиа 

(1939—1993)

   1991 йыл, 14 апрель   1993 йыл, 31 декабрь Ғәмәлдә властан 1992 йылдың 6 ғинуарында граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ситләштерелә[5]
2 Эдуард Шеварднадзе

(1928—2014)

  1995 йыл, 25 ноябрь  2003 йыл, 23 ноябрь Ғәмәлдә дәүләткә 1992 йылдың 10 мартынан етәкселек итә
Нино Бурджанадзе

(1964)

  2003 йыл, 23 ноябрь  2004 йыл, 25 ғинуар Парламент рәйесе булараҡ президент вазифаларын ваҡытлыса башҡара
3 Михаил Саакашвили 

(род. 1967)

  2004 йыл, 25 ғинуар  2007 йыл, 25 ноябрь
Нино Бурджанадзе

(род. 1964)

  2007 йыл, 25 ноябрь  2008 йыл, 20 ғинуар Парламент рәйесе булараҡ президент вазифаларын ваҡытлыса башҡара
3 Михаил Саакашвили

(род. 1967)

  2008 йыл, 20 ғинуар  2013 йыл, 17 ноябрь
4 Георгий Маргвелашвили 

(1969)

  2016 йыл, 17 ноябрь  Әлеге ваҡытта

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гл. 4 Конституции Грузии
  2. «Гамсахурдиа – Президент Грузии» 2017 йыл 27 март архивланған. // Российская газета, 28 мая 1991 г.
  3. Армаз Санеблидзе. У архитектора Гиги Батиашвили украли авторство дворца, Политика, газета «Грузия и мир» (29 июля, 2009). 21 августа, 2009 тикшерелгән. 2009 йыл 12 сентябрь архивланған.
  4. Гига Батиашвили:«В Авлабарском районе надо исправить много архитектурных ошибок», архив новостей, газета «Коммерсант» (9 декабря, 2008). 21 августа, 2009 тикшерелгән.
  5. Предусмотренная ст. 121. 7 действовавшей на тот момент Конституции Грузии 1978 года процедура импичмента в отношении Гамсахурдия не была проведена. Пришедший к власти Военный Совет объявил данную конституцию недействительной, заявив о восстановлении действия Конституции Грузинской демократической республики 1921 года (юридическая сила которой была признана Актом о восстановлении государственной независимости Грузии от 9 апреля 1991 года), в которой пост президента отсутствовал.

Һылтанмалар

үҙгәртергә