Гришин Сергей Владимирович
Гришин Сергей Владимирович (18 март 1917 йыл — 25 июнь 1994 йыл) — Совет Армияһы полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, Советтар Союзы Геройы[2] (1943).
Гришин Сергей Владимирович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 18 март 1917 |
Тыуған урыны | Фомино[d], Озерищенское сельское поселение[d], Дорогобужский район[d] |
Вафат булған көнө | 25 июнь 1994 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, офицер, Һалдат |
Эшмәкәрлек төрө | Хәрби эш[1] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Ғилми дәрәжә | хәрби фәндәр кандидаты[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Советские партизаны в Великой Отечественной войне[d] |
Хәрби подразделение | Партизанский полк «Тринадцать»[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гришин Сергей Владимирович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Владимирович Гришин 1917 йылдың 18 мартында Фомино ауылында (хәҙер — Смленск өлкәһенең Дорогобужский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1935 йылда Дорогобуж педагогия училищеһын тамамлай, уҡытыусы, башланғыс мәктәп завучы булып эшләй. 1939 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1941 йылда ул офицерҙар әҙерләү курсын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән — уның фронттарында танк взводы командиры була. Ҡамауға эләгә, үҙенең тыуған ауылына сыға, унда йәшерен төркөм ойоштора, ул 1941 йылдың ноябрендә ул «Ун өс» партизан отряды булып үҫә[3].
1942 йылдың февралендә Гришин партизандар берләшмәһе менән Дорогобужды азат итеүҙә ҡатнаша. 1942 йылдың мартынан отряд Смоленск өлкәһе буйынса рейд башлай, ә 1943 йылдың майынан — Белорус ССР-ы буйынса. 1942 йылдың июнендә отряд айырым «Ун өс» партизандар полкына, ә 1944 йылда — махсус партизандар берләшмәһенә әүерелә. Гришин етәкселегендәге партизандар берләшмәһе дошманға ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Полк 1943 йыл эсендә генә һуғыш менән 1500 километр үтә, 40 дошман гарнизонын ҡыйрата, 14 меңдән ашыу дошман һалдаты һәм офицерын әсирлеккә алына. Гришин партизандары 333 тимер юл эшелонын шартлата, 2 бронемашина, 1000-дән ашыу автомашинны, 9 танк һәм бронемашина, 97 күперҙе, 2 тимер юл станцияһын һәм башҡа объекттарҙы юҡ итә[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 7 мартындағы Указы менән «партизан полкы менән командалыҡ итеүе һәм шул уҡ ваҡытта шәхси батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» лейтенант Сергей Гришинға Ленин ордены һәм 3399 номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4].
1944 йылдың июлендә «Ун өс» берләшмәһе 3-сө Белорус фронтының 5-се частары менән берләшә. Һуғыш тамамланғандан һуң Гришин Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1947 йылда Фрунзе исемендәге хәрби академияны, 1955 йылда — Генераль штабтың хәрби академияһын тамамлай. 1955—1958 йылдарҙа Гришин армия штабының бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. 1949—1953 йылдарҙа һәм 1958 йылда хәрби-уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшендә. Мәскәүҙә йәшәгән.
1994 йылдың 25 июнендә вафат була, Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә[3].
Шулай уҡ 1- се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6 апрель 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (26 октябрь 1955), 3-сө дәрәжә «СССР ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975 30 апрель) ордены һәм миҙалдары, шулай уҡ сит ил ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Grišin, Sergej Vladimirovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Гришин Сергей Владимирович // Большая советская энциклопедия / А.М. Прохоров. — 3-е издание. — Большая советская энциклопедия, 1972. — Т. 07. — С. 342.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Гришин Сергей Владимирович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза, отличившимся в партизанской борьбе против немецко-фашистских захватчиков» от 7 марта 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 6 марта (№ 11 (217)). — С. 1
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Воробьёв М. В., Храпченков А. К. В боях на Смоленской земле. — М., 1975.
- Люди легенд. — М., 1974. — Вып. 5.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн., 1984.
- Москвин Н. И. Партизанскими тропами. — М.: ДОСААФ. 1971.