Грицынин Константин Данилович

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы ефрейторы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы.16-сы гвардия (112-се Башҡорт) кавалерия дивизия

Константин Данилович Грицынин (Грицинин) (13 октябрь 1905 йыл12 октябрь 1943 йыл) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы ефрейторы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Грицынин Константин Данилович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 13 октябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Тюлькубасский район[d], Төркөстан өлкәһе
Вафат булған көнө 12 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (37 йәш)
Ерләнгән урыны Чернигов өлкәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
 Грицынин Константин Данилович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Константин Грицынин 1905 йылдың 13 октябрендә Ванновка ауылында (хәҙер —Ҡаҙағстандың Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Төлкөбас районы Турар Рысҡулов исемендәге ауыл) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылдың авгусында Грицынин Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1943 йылдың сентябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, Үҙәк фронт 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында гвардия ефрейторы дәрәжәһендә элемтә взводы телефонисы булып хеҙмәт итә. Днепр өсөн һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 28 сентябрендә Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы янында Днепр аша сыҡҡанда Грицынин, беренселәрҙән булып йылғаның көнбайыш ярына етеп, алдан сыҡҡан эскадронды һыу аҫты телефон элемтәһе менән тәьмин итә. Эскадрон менән бергә һөжүм итеп, ул өс тәүлек дауамында полк штабы менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш ойоштора. 1943 йылдың 30 сентябрендә Галки утары янында Грицынин «Фердинанд» үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһына тап була, батыр уны граната менән юҡ итә. Шул уҡ алышта ул ауыр яралана, ләкин һуғыш яланын ташлап китмәй, үҙен алмаштырғансы һәм госпиталгә ебәрелгәнсе, өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотоуын дауам итә. Алған яраларынан Грицынин 1943 йылдың 12 октябрендә вафат була. Украинаның Чернигов өлкәһе Репки ҡасабаһындағы туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән сөн «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шуның менән бергә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия ефрейторы Константин Грицынин үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә[1][2].

Үҙенең тыуған ауылында һәм Репки ҡасабаһындағы урамдар батыр хөрмәтенә Грицынин урамы тип аталған[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Грицынин Константин Данилович. «Герои страны» сайты.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза — казахстанцы. Книга 1. Алма-Ата, 1968.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Плесцов К. М. Люди высокого подвига. М., 1962.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.