Гамалея Николай Фёдорович
Гамалея Николай Фёдорович (17 февраль 1859 йыл, Одесса — 29 март 1949 йыл, Мәскәү) — Рәсәй империяһы һәм СССР табибы, микробиолог һәм эпидемиолог. 1940 йылдан СССР Фәндәр Академияһының почётлы ағзаһы, СССР Медицина фәндәре академияһы академигы (1945). Сталин премияһы лауреаты (1943).
Биографияһы
үҙгәртергәНикола́й Фёдорович Гамале́я 1859 йылдың 19 февралендә Одесса ҡалаһында отставкалағы полковник Фёдор Михайлович Гамалея ғаиләһендә тыуған. Николай ғаиләләрендә ун икенсе бала була. Уның олатаһы М. Л. Гамалея (1749—1830) табип булған, 1789 йылда түләмә себер язваһы тураһында монография яҙған, ул немец теленә тәржемә ителгән.
Фамилияһының тарихы
үҙгәртергәБоронғо казак фамилияһы, был ҡушаматты ғосманлылар гетман Хмельницкийҙың илсеһенә таҡҡан булғандар. Төрөк телендә «гамалея» «мөһабәт, ҡөҙрәтле» тигәнде аңлата. Николай Фёдорович Гамалеяның атаһы, запорожлының тоҡомо, француздарға ҡаршы һуғышҡан. Уның олатаһы, штаб-лекарь, түләмә профилактикаһы тураһында хеҙмәттең авторы. Николай Гамалеяға запорожье казагы ата-бабаларынан фиҙаҡәр ҡыйыулығы һәм олатаһынан табип һәләте күскән.
Николай 1880 йылда Новороссийск университетын, ә 1883 йылда — Петербург хәрби-медицина академияһын.тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Одессала уға ҡайтып академияһын тамамлай[4], унда О. О. Мочутковский дауаханаһында эшләй башлай (49 йыл шунда эшләй). Н. В Гамалея рәсәй империяһында беренселәрҙән булып, ватан бактериологияһын үҫтерә башлай. Николай Фёдорович 1885 йылда конкурс нигеҙендә бактериология өлкәһендә тәжрибә тәрәнәйтеү өсөн Парижға Луи Пастер лабораторияһына командировкаға барырға һайлана.
Рәсәйҙә беренсе бактериологик станцияға нигеҙ һалыусы
үҙгәртергәПарижға килгәс, Н. Гамалея йыл дауамында Л. Пастер лабораторияһында ҡотороу сирен өйрәнә. өйрәнә Ҡотороуға ҡаршы вакцина әҙерләү алымын һәм прививка методикаһын өйрәнеп, Н. Ф. Гамалея Одессаға ҡайта. Бында И. И. Мечников менән бергә ғилми-тикшеренеү эштәренә, ҡала лабораторияһына нигеҙ һала (хәҙер — И. И. Мечников исемендәге ғилми-тикшеренеү институты), тиҙҙән унда тәжрибәгә тотолған хайуандарға кроликтарға прививка яһай башлай.
1886 йылда Луи Пастер ярҙамы менән Н. Ф. Гамалея И. И. Мечников һәм Я. Ю. Бардах менән берлектә ойошторолған Рәсәйҙә беренсе (һәм донъяла икенсе) бактериологик станция төҙөй һәм кешеләргә ҡотороуға ҡаршы вакцинация яһай. Үҙенең тәүге 3 йылғы эшмәкәрлегендә Одесса станцияһы яҡынса 1500 кешегә прививка яһай. Яҡынса 2,5 % тәшкил иткән үлем, алымды камиллаштырыу менән 0,61 %-ҡа тиклем кәмегән.
1887 йылда Луи Пастерға һәм уның дауалау алымдарына ҡарата консерватив тәнҡит әүҙемләшә — Париж медицина академияһы ултырышында ул ҡаты обструкцияға дусар ителә. Һөҙөмтәлә Англияла менән билдәле профессор Педжет етәкселегендә пастер ысулдарын тикшереү өсөн махсус комиссия ойошторола. Ул ваҡытта тупланған Одесса бактериологик станцияһы тәжрибәһен һәм уның уңышлы эшләп килеүсе прививкалары статистикаһын ҡулына алып, Н. Гамалея Англияға бара, һәм комиссия ултырышында Луи Пастерҙың һәм бактериологтарҙың новаторлыҡ идеяларын яҡлап ышаныслы сығыш яһай.
Артабанғы биш йыл дауамында, Николай Гамалея Париж һәм Одесса араһында даими йөрөп, Пастерға реакцион ғилми хеҙмәткәрҙәр менән көрәшергә ярҙам итә, теоретик һәм практик тәжрибә ала. Николай Фёдорович Гамалея һәм уның хеҙмәттәше доктор Я Ю. Бардахтың ғилми эҙләнеүҙәре менән тәрәнәйтелгән Одесса прививка практикаһы пастер ысулының принциптарын тулыһынса раҫлауға нигеҙ булып торған.
Одессала ғилми һәм ғәмәли эшмәкәрлеге (1892—1912 йылдар)
үҙгәртергә1892 йылда Рәсәйгә ҡайтҡас, Н. Ф. Гамалея докторлыҡ диссертацияһын яҡлай «Эксперименталь патология күҙлегенән холера этиологияһы» (1893 йылда баҫыла).
1899 йылдан 1908 йылға тиклем үҙе нигеҙ һалған Одесса бактериологик институтының директоры була. Ундағы эшмәкәрлеге сиктәрендә карап ҡомаҡтарының ауырыуҙар таратыуҙағы ролен өйрәнә, ә 1901—1902 йылдарҙа Николай Гамалея Одессала тағун чума сире эпидемияһына ҡаршы тотош дератизация саралары ойоштороуға етәкселек итә. Артабанғы йылдарҙа Рәсәйҙең көньяғында вабаға ҡаршы көрәш алып бара. 1908 йылда тәүге тапҡыр сабыртма, ҡайтмалы ҡарамыҡ йәки ҡара һарҡау беттәр аша йоҡторола, тип иҫбатланы. Ул шулай уҡ тиф, холера, сәсәк һәм башҡа йоғошло сирҙәрҙе булдырмау буйынса профилактик саралар өҫтөндә күп эшләй. 1910 йылда ҡарамыҡ йәки ҡара һарҡауҙы тиф бөтөрөү маҡсатында тәүге тапҡыр дезинсекцияның әһәмиәтен дәлилләй. 1910—1913 йылдарҙа була. Н. Ф. Гамалея «Гигиена һәм санитария» журналын баҫтырған һәм мөхәррирләгән.
Санкт-Петербургтағы һәм Мәскәүҙәге фәнни эшмәкәрлеге (1912—1949 йыл)
үҙгәртергә1912 йылда Н. Ф. Гамалея Санкт-Петербургҡа, даими йәшәү урынына, күсенә. 1912 йылдан 1928 йылға тиклем буйынса етәксеһе Петербург (Петроград) Дженнер исемендәге сәсәккә ҡаршы прививкалар оспопрививательный институтын етәкләй. Н. Ф. Гамалея инициативаһы буйынса, уның сәсәккә ҡаршы противоосповая вакцина әҙерләү ысулы ярҙамында, 1918 йылда Петроградта сәсәк ауырыуына дөйөм прививка үткәрелә, аҙаҡ ул, В. И. Ленин 1919 йылдың 10 апрелендә ҡул ҡуйған декретҡа ярашлы, бөтә ил буйынса ҡабул ителә. 1918—1919 йылдарҙа Н. Ф. Гамалея сабыртма ҡарамыҡтан сыпной тиф вакцина әҙерләү ысулдарын өйрәнә.
1930 йылдан 1938 йылға тиклем Н. Ф. Гамалея — Мәскәүҙә Эпидемиология һәм микробиология Үҙәк институтының (әлеге ваҡытта уның исемен йөрөтә) ғилми етәксеһе. 1938 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Н. Гамалея 2-се Мәскәү медицина институтының микробиология кафедраһы профессоры булып эшләй, 1939 йылдан — СССР Медицина Фәндәре Академияһының эпидемиология һәм микробиология институты лабораторияһы мөдире булды.
1939 йылда Н. Ф. Гамалея — Бөтә Союз микробиологтар, эпидемиологтар һәм инфекционистар йәмғиәтенең Рәйесе, һуңынан — почётлы рәйесе.
Һуңғы йылдарҙа ғалим тормошҡа әҙерләү дөйөм иммунология, вирусология мәсьәләләрен, сәсәк, гриппты (1942 йылда, киҙеүҙе профилактикалау маҡсатында, танау лайлалы тиресәһен олеиновый кислота препараты менән эшкәртеү алымдарын тәҡдим итә) өйрәнә, туберкулёзды үҙенсәлекле дауалау проблемаһын интенсив ентекләп өйрәнә.
1949 йылдың 29 мартында Мәскәүҙә вафат була; Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Фәнни мираҫы
үҙгәртергә1954—1956 йылдарҙа Н. Ф. Гамалеяның фәнни хеҙмәттәренең 6 томлы йыйынтығы нәшер ителде.
Интенсив прививка ысулын уйлап табыусы һәм әүҙем танытыусы — ул эпидемияға ҡаршы көрәш буйынса планлы сараларҙы сир таралған урында ентекләп эшләй һәм практикала ҡуллана. Практикала Одессала, тағун, Донбасста, Кавказ аръяғы һәм Волга буйында ваба, Санкт-Петербургта сабыртма ҡарамыҡ эпидемияһы менән әүҙем көрәшә.
1888 йылда Гамалея вабаға оҡшаш ҡош вибрионын (мечников вибрионын) — ҡоштарҙа вабаға оҡшаш сир тыуҙырыусы бетсә таба һәм вабаға ҡаршы вакцина тәҡдим итә. 1894—1896 йылдарҙа Гамалея бактерияларҙың гетероморфизмы тип аталған күренеште һүрәтләй. Н. Гамалея тәүге тапҡыр йоғошло сирҙең инфекция йәшерен формаһы тураһында положение тәҡдим итә. 1899 йылда уҡ ғалим — яман шеш килтереп сығарыусы «йәшерен микробтар» барлығы тураһында фекерен белдерә. Яман шештең вирус теорияһына ғүмеренең аҙағына тиклем тоғро ҡала.
Ғалим, үҙҙәренең хнҙмәттәре һәм асыштары менән остаздарының исемен данға күмгән совет микробиолог ғалимдарының тотош плеядаһын тәрбиәләне.
Н. Ф. Гамалея тәүгеләрҙән булып ваба менән көрәштә дезинфекция сараларының һәм тағунға ҡаршы торорға дератизацион сараларының эпидемиологик әһәмиәтен билдәләне. таяна ҡала Петербургтың ҡуналҡа йорттарында паразитар тиф менән көрәш тәжрибәһенә таянып, ул тәүге тапҡыр был инфекция менән көрәштең тәү шарты булып бетләүгә ҡаршы дезинсекцион сараларҙың мөһимлеген күрһәтә, ҡайһы бер дезинфекцион әмәлдәрҙең тәьҫир итеүен һәм һөҙөмтәлелеген өйрәнә. Ғалим себендәрҙең эсәк инфекцияһына килтереүен һәм уларға ҡаршы көслө көрәш кәрәклеген бик яҡшы аңлаған. Ул шулай уҡ тағун чума таралыуҙа кимереүселәрҙең ҙур ролен һәм уларҙы бөтә осраҡтарҙа ла мотлаҡ юҡ итеү кәрәклеген күрһәтә. Н. Ф. Гамалея — беҙҙең илдә дезинфекция эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Алдынғы ғалимдарҙың тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, батша Рәсәйендә халыҡты дезинфекцион хеҙмәтләндереү ҡәнәғәтләнерлек кимәлгә ҡуйылмаған була. Ысынында, революцияға тиклемге Рәсәйҙә ниндәй ҙә булһа дезинфекцион эш системаһы ойошмалары бөтөнләй булмай.
Йәмғиәти позицияһы
үҙгәртергә1948 йылда, 90-сы йәшендә, Н. Ф. Гамалея, үҙ ваҡытында Ленинға, ипартия ағзаһы булармын, тип вәғәҙә биреүенә һылтанып, ВКП(б) сафына инә.
1949 йылдың февралендә, үҙенең коллегалары Л С. Штерндың, Я О. Парнастың һәм Б А. Шимелиовичтыңҡулға алыныуы сәбәпле, СССР-ҙа йәйелдерелгән антисемит кампанияһы менән риза булмай, И. В. Сталинға ике хат менән мөрәжәғәт итә[5][6][7].
Хәтер
үҙгәртергәН. Ф. Гамалея исеме менән аталған:
- Үҙәк эпидемиология һәм микробиология институты
- Мәскәү, Томск, Сумы, Тараз ҡалаларында урамдар аталған.
Слева направо:
Почтовая марка СССР, 1959 год; Художественный конверт со спецгашением, посвящённый 100-летию со дня рождения Гамалеи. Почта Украины. 2009 г.; Могила Н.Ф. Гамалеи на Новодевичьем кладбище в Москве; памятник на Погодинской улице |
1956 йылда Погодинский урамындағы 6-сы йорт ихатаһына ғалим һәйкәле[8] ҡуйылған. 1987 йылда Николай Фёдорович Гамалеяның тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы Ленинград аҡса һуғыу йортонда эшләнгән иҫтәлекле миҙал. Медальер М. Б. Романовская. Бронза, диаметры 60 мм.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ике Ленин ордены (шул иҫәптән 16.02.1949)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
- Миҙалдар
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1943) — фән һәм техника өлкәһендәге күренекле эштәре өсөн
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәНиколай Фёдорович Гамалеяның хеҙмәттәренең әһәмиәтлеген юғары баһалаусы рәхмәтле йәмәғәтселек һәм фән эшмәкәрҙәре уның исеме менән Эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәген атаны:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Леонидович К. Н. Международная евгеника и российское медицинское сообщество, 1900–1917, International Eugenics and the Russian Medical Community, 1900–1917 (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2015. — Т. 7, вып. 1. — С. 7—40. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ 3,0 3,1 Фельдер Б. М. Расовая гигиена в России: Евгений Алексеевич Шепилевский (1857–1920) и зарождение евгеники в Российской империи, Racial Hygiene in Russia: Evgenij A. Šepilevskij (1857–1920) and his Role in Transferring Eugenics to Russia (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2012. — Т. 4, вып. 2. — С. 39—60. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ Гамалея, Николай Федорович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Г. Костырченко. Сталин против «космополитов»: власть и еврейская интеллигенция в СССР. — М.: РОССПЭН, 2009. — С. 182—183.
- ↑ Н. Ф. Гамалея — И. В. Сталину об антисемитизме в государственном аппарате управления СССР: Письмо от 4.02.1949. // АП РФ. Ф. 3. Оп. 32. Д. 11. Л. 167—168 об.
- ↑ Н. Ф. Гамалея — И. В. Сталину в защиту арестованных Л. Штерн, Я. Парнаса, Б. Шимелиовича: Письмо от 16.02.1949. // АП РФ. Ф. 3. Оп. 32. Д. 12. Л. 83—84 об.
- ↑ Кожевников, 1976
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абліцов В. «Галактика „Україна“. Українська діаспора: видатні постаті». — К.: КИТ, 2007. — С. 436
- Гамалея Николай Федорович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Калита В. Династии врачей и учёных Гамалеев — 420 лет. Хроника жизни трёх поколений // Здоров’я України. — № 9. — май 2006 (Тикшерелеү көнө: 17 май 2009)
- Грязнов И. С. Николай Федорович Гамалея : (90 лет со дня рождения и 65 лет врачебной, науч., пед. и обществ. деятельности) / Под ред. чл.-кор. АМН СССР Т. Е. Болдырева; Предисл. проф. Н. А. Семашко; Акад. мед. наук СССР. — М.: Изд-во АМН СССР, 1949. — 96, [4] с. — (Деятели советской медицины). — 5000 экз.
- Кожевников Р. Памятники и монументы Москвы. — М.: Московский рабочий, 1976. — 167 с.
- Миленушкин Ю. И. Николай Федорович Гамалея: Очерк жизни и научной деятельности. — М.: Изд-во АН СССР, 1954. — 160 с. — (Научно-популярная серия).
- Миленушкин Ю. И. Николай Федорович Гамалея (К 100-летию со дня рождения) / Всесоюз. о-во по распространению полит. и науч. знаний. — М.: Знание, 1959. — 32 с. — (Серия 8: Биология и медицина). — 30 000 экз.
- Миленушкин Юрий Иванович. Н. Ф. Гамалея. — М.: Медицина, 1967. — 72 с. — (Выдающиеся деятели отечественной медицины и здравоохранения). — 30 000 экз.
- Гамалея Николай Фёдорович // Гражданская защита. Энциклопедия / Под ред. В. А. Пучкова. — Москва, 2015. — Т. 1: А—И. — С. 299—300. — 666 с. — 400 экз. — ISBN 978-5-93790-127-3.
- Сарбей В. Г. Гамалія Микола Федорович // ст. у Енциклопедія історії України. Том 2. — К.: «Наукова думка», 2004. — С. 47
- Гамалея Н. Ф. Собрание сочинений: Т. 1-6 / Ред. коллегия: действ. чл. АМН СССР Н. Н. Жуков-Вережников (пред.) и др.; Акад. мед. наук СССР. — М.: Изд-во Акад. мед. наук СССР, 1951—1964.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография Н. Ф. Гамалеи 2008 йыл 5 июль архивланған. на сайте Российского НИИ эпидемиологии и микробиологии им. Н. Ф. Гамалеи (Тикшерелеү көнө: 17 май 2009)
- Россиянов К. О. Гамалея Николай Федорович (5(17).02.1859 — 29.03.1949) // Сайт Российской академии наук
- https://damy-gospoda.ru/