Тимаков Владимир Дмитриевич
Владимир Дмитриевич Тимаков (1905 йыл — 1977 йыл) — СССР микробиологы һәм эпидемиологы, микробиологтар һәм генетиктар фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы, һаулыҡ һаҡлау системаһын ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы, СССР ФА һәм Рәсәй Медина фәндәре академияһы академигы, СССР Медицина фәндәре академияһының 5-се президенты (1968—1977). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Тимаков Владимир Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 22 июль (4 август) 1905 |
Тыуған урыны | Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 июнь 1977 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | генетика |
Эш урыны |
Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге Академия медицинских наук СССР[d][1] Академия медицинских наук СССР[d][2] |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Гамалея Николай Фёдорович |
Аспиранттар | Клименко, Сергей Минович[d] |
Уҡыусылар | Ершов, Феликс Иванович[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Тимаков 1905 йылдың 9 (22) июлендә Пустотино ауылында (хәҙер Рязань өлкәһенең Кораблинский районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1922 йылда отличие менән урта мәктәпте тамамлай, шунан һуң Пустотино комсомол ячейкаһында эшләй. 1924 йылда Тимаков Томск университетының медицина факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң 1929 йылда аспирантураға уҡырға инә. 1932 йылдан Владимир Тимаков Томск санитар-бактериологик институтының микробиология кафедраһында ассистент һәм бер үк ваҡытта бүлек мөдире була.
1934 йылда Тимаков Төркмән медицина институтына саҡырыу ала, бында тәүҙә ассистент, һуңынан доцент (1935 йылдан) һәм микробиология кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара (1944 йылдан). Бер үк ваҡытта 1934 йылдан 1941 йылға тиклем Төркмән эпидемиология һәм микробиология институтының бүлек етәксеһе була. 1941 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Молочные тифозные и паратифозные вакцины» темаһына диссертация яҡлай
1941 йыл да ВКП(б) -ға ҡабул ителә, Төркмән ССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны 1945 йылға тиклем башҡара. Уның етәкселеге аҫтында Красноводск ҡалаһында эвакуацияланған халыҡ һәм яралылар араһында киҫкен эсәк инфекцияһы таралыуы бөтөрөлә. Һуғыш йылдарында Төркмән микробиология һәм эпидемиология институты көсө менән 11 миллион бактериаль препараттар, 6 миллион доза сәсәк детриты, фронт һәм тыл ихтыяждары өсөн 20 төр вакцина һәм сывороткалар етештерелә.
Һуғыш тамамланғандан һуң, 1945 йылда, Тимаков СССР Медицина фәндәре академияһы тәҡдиме буйынса Мәскәүҙә Эпидемиология һәм микробиология институтын етәкләй. Бында, талантлы ғалимдарҙан торған коллектив составында (Н. Ф. Гамалея, П. Ф. Здродовский, Зильбер А. Л) Тимаковҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә микробиология, иммунология һәм эпидемиология буйынса бер нисә мөһим теоретик һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкин була. Әүҙем эштең һөҙөмтәһе булып икенсе дәрәжә Сталин премияһы була. Ул ғалимдарҙың ҙур төркөмөнә 1952 йылда тапшырыла.
1948 йылдан — ағза-корреспондент, 1952 йылдан — СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (академигы). 1968 йылда ул шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана
Фәнни эшмәкәрлегенән тыш, Тимаков уҡытыусылыҡ эше өсөн дә ваҡыт таба. 1949 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем ул Н.И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү халыҡ-ара микробиология институтының микробиология кафедраһын етәкләй. Академик Тимаков 40 йыл самаһы студенттарға микробиология фәнен уҡыта. Тап ул табиптар - биофизиктар, биохимиктар, биокибернетиктар әҙерләү өсөн 2-се Мәскәү медицина институтында медицина-биология факультетын асыу инициаторы була, шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының Себер филиалын ойоштороуҙа ҡатнаша.
1957 йылдан алып 1963 йылға тиклем — СССР Медицина фәндәре академияһы вице-президенты. 1968 йылдың 8 февраленән 1977 йылдың 21 июненә тиклем — СССР Медицина фәндәре академияһы президенты.
Ғилми эш йылдарында 300-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 7 монография һәм микробиология буйынса бер нисә дәреслек баҫтырып сығарған. Эпидемияға ҡаршы практика тәжрибәһен дөйөмләштереп, инфекцияларҙы бөтөрөүҙең бер нисә принциптарын күтәрә. Тимаковтың төп фәнни хеҙмәттәре микробтарҙың үҙгәреүсәнлеге һәм генетикаһы проблемаларын өйрәнеүгә, бактериофагияға - бактериялар формаларына, микоплазматологияға, эпидемиологияға һәм инфекцион ауырыуҙарҙы лаборатор диагностикалауға, иммунологияға арналған.
Тимаков бактерияларҙың L-формаларын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, ҡайһы бер дарыу препараттары йоғонтоһо аҫтында ҡайһы бер бактериялар юҡҡа сыҡмай, ә тышсаһының бер өлөшөн генә юғалтып, шар формаһын ала һәм танымаҫлыҡ үҙгәрә. Төрлө бактерияларҙың L-формалары оҙаҡ ваҡыт организмда һаҡлана һәм хроник ауырыуҙар тыуҙырыу һәләтенә эйә. Академик Тимаков етәкселегендә институт лабораторияһында бактерияларҙың L-формаларының барлыҡҡа килеү процесы өйрәнелә, бактерияларҙың һәм микоплазмаларҙың L-формалары сағыштырма өйрәнелә. Һуңынан был тикшеренеүҙәрҙең йомғаҡтары Тимаковтың Г.Я.Каган менән авторҙашлыҡ төҙөгән 3 монографияһында баҫылып сыға (1961, 1967, 1973). 1974 йылда ошо тикшеренеүҙәре өсөн академик Тимаков Г.Я. Каган менән бергә Ленин премияһына лайыҡ була. Владимир Дмитриевич һәм уның уҡыусыларының тикшеренеүҙәре ярҙамында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системалары ауырыуҙары, респиратор инфекциялары ваҡытында бик ҙур әһәмиәткә эйә булған бактерияларҙың L-формалары һәм микоплазмалар тураһында тәғлимәт булдырыла.
Ул шулай уҡ эпидемияға ҡаршы хеҙмәтте ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, бер нисә инфекцияны бөтөрөү һәм СССР биләмәһендә йоғошло ауырыуҙарҙың дөйөм кимәлен кәметеү принциптарын дәлилләй. Уҡыусылары менән бергә тирә-яҡ мөхиттәге бактерияларҙы фагодиагностикалау һәм фагоиндикациялау алымдарын әҙерләй, шулай уҡ вакциналарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү алымдарын тәҡдим итә.
1973 йылда ғалимдарҙың "Правда" гәзитенә "Академик А. Д. Сахаровтың тәртибен ғәйепләп яҙған хатына ҡул ҡуя. Сахаров мөрәжәғәттә Совет ҡоролошон, Советтар Союзының эске һәм тышҡы сәйәсәтен яманлап сығыш яһауындә ғәйепләнә[3][4].
1975 йылдың 21 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән медицина фәнен үҫтереүҙәге, ғилми кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн һәм 70 йәше менән бәйле академик Владимир Дмитриевич Тимаковҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.[5].
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Шулай уҡ КПСС-тың XXIV һәм XXV съездары делегаты, 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советының Милләттәр советы (Абхазия АССР-ынан) депутаты (1974—1979)[6], шулай уҡ ҡала һәм район Халыҡ депутаттары советтары ағзаһы, Мәскәү советы депутаты, Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы үҙәк комитеты ағзаһы итеп һайлана. СССР Юғары Советының Милләттәр советының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьминәт буйынса комиссияһын етәкләй, Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитеттың медицина секцияһы эшен етәкләй (1958 йылдан 1966 йылға тиклем). Оҙаҡ йылдар «Микробиология, эпидемиология һәм иммунология журналы»ның баш мөхәррире була, башҡа журналдарҙың редакция коллегиялары составына инә.[7].
Ул бактериялар генетикаһын өйрәнеү буйынса бер нисә лаборатория ойоштора, ул СССР Медицина фәндәр академияһының медицина генетикаһы институтын ойоштороу инициаторҙарының береһе була.. Шулай уҡ Владимир Тимаков - микробиологтар һәм генетиктар ғилми мәктәбен ойоштороусы. Нәҡ уның башланғысы менән бактериялар генетикаһы буйынса ике Бөтә Союз симпозиумы үткәрелә. 1977 йылда Бөтә Рәсәй генетиктар һәм селекционерҙар йәмғиәтенең өсөнсө съезында Тимаков « Микроорганизмдар генетикаһы һәм медицина» темаһына доклад яһай, унда ул микроорганизмдар генетикаһы өлкәһендәге үҙ тикшеренеүҙәренә йомғаҡ яһай һәм артабанғы эш перспективаларын билдәләй. Үкенескә күрә, был пландар тормошҡа ашмай.
1977 йылдың 21 июнендә академик Владимир Дмитриевич Тимаков Мәскәүҙә ҡапыл вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[8][9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (21 июль 1975 йыл)
- өс Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Төркмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945)
- икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1952) — дауалау-иҫкәртеү препараттарын етештереү ысулдарын тулыһынса камиллаштырған өсөн
- Ленин премияһы (1974) — йоғошло патологияла микоплазмалар ғаиләһе L-форма бактерияларының ролен тикшереү циклы өсөн
- Краков университетының (Польша) Почетлы медицина докторы
Хәтер
үҙгәртергә- Рязань, Томск һәм Новосибирск ҡалалрында академик Тимаковисеме менән урамдар аталған Новосибирскиҙа, ҡаланың академик Тимаков урамындағы 2-се йортта Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Себер бүлеге урынлашҡан[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Письма Ж.А. Медведева к Ф.Г. Добржанскому, Zh.A. Medvedev’s letters to Th. Dobrzhansky (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 2. — С. 41—53. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ Кузовкин Г. В., Мартин Б. «К счастью для меня, я начал свое образование в 1944 году и поэтому мог изучать классическую генетику», “Fortunately for me, I started studying in 1944 and could therefore study classical genetics” (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 2. — С. 76—95. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ АНТОЛОГИЯ САМИЗДАТА :: Материалы о Сахарове из "Хроники текущих событий" . web.archive.org (15 ғинуар 2018). Дата обращения: 25 март 2020.
- ↑ Письмо членов Академии наук СССР . old.ihst.ru. Дата обращения: 25 март 2020. 2020 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Историческая справка о Владимире Тимакове // сайт РАН
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР IX-го созыва 1974—1979 (недоступная ссылка). Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 25 декабря 2013.Архивировано 25 декабря 2012 года.
- ↑ Владимир Дмитриевич Тимаков // Биография.ру
- ↑ Могила В. Д. Тимакова // Новодевичий некрополь
- ↑ Владимир Дмитриевич Тимаков // Новодевичье кладбище
- ↑ Устав Сибирского отделения РАМН // сайт РАМН
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тимаков Владимир Дмитриевич . «Герои страны» сайты.
- Профиль Владимира Дмитриевича Тимакова РФА рәсми сайтында
- Владимир Дмитриевич Тимаков // Большой энциклопедический словарь
- Тимаков Владимир Дмитриевич — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Владимир Дмитриевич Тимаков // Музей «Дом на Набережной»
- Владимир Дмитриевич Тимаков // Люди нашей эпохи(недоступная ссылка) Проверено Декабрь 2019.
- Владимир Дмитриевич Тимаков // Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия