Галин Лев Александрович

Галин Лев Александрович (15 (28 сентябрь) 1912 йыл, Богородск Горький өлкәһе — 16 декабрь 1981 йыл, Мәскәү) — совет ғалим-механигы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1953)[3].

Галин Лев Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 (28) сентябрь 1912
Тыуған урыны Богородск[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 16 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика
Эш урыны Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы
Ғилми етәксе Кочин, Николай Евграфович[d][2], Николай Мусхелишвили[d][2] һәм Михлин, Соломон Григорьевич[d][2]
Аспиранттар Горячева Ирина Георгиевна, Рвачёв, Владимир Логвинович[d][2] һәм Vladimir Ivanovich Mossakovskii[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Күн заводы инженеры ғаиләһендә тыуған. Пролетар ғаиләһенән булмау сәбәпле юғары уҡыу йортона уҡырға инә алмай. Мәскәү күн сәнәғәте институтында ситтән тороп уҡый. 1939 йылда институтты «еңел сәнәғәт предприятиеларының механик һәм энергетика хужалығы» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай, «аяҡ кейеме етештереү» буйынса махсуслаша. Уҡыған йылдарында китапханасы булып эшләй (1931—1939). 1937—1940 йылдарҙа — күн сәнәғәте Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.

Студент ваҡытында уҡ һығылмалыҡ теорияһы мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнә. 1939 йылда «Прикладная математика и механика» журналында беренсе фәнни мәҡәләһен баҫтыра.

Фәнни өлкәлә тәүге уңыштары уға СССР Фәндәр академияһының механика институты аспирантураһына уҡырға инергә мөмкинлек бирә, уны «Методы решения смешанных задач теории упругости и задач упруго-пластического кручения стержней полигонального сечения» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап уңышлы тамамлай (1942), С. Г. Михлин ғилми етәксеһе була. Һуңыраҡ СССР Фәндәр академияһының механика институты докторантураһында уҡый (1942—1946). Н. Е. Кочин һәм Н. И. Мусхелишвили уҡыусыһы.

1941 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында Мәскәүгә ингән ерҙә оборона ҡоролмалары төҙөүҙә ҡатнаша. 1942—1944 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының механика институты менән бергә Ҡазанда эвакуацияла була.

1946 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, шунда уҡ бүлек мөдире (1950—1952, 1961—1965). Фән докторы (1947). Урта машиналар төҙөү министрлығының п/я 975 предприятиеһында ныҡлыҡ бүлеге начальнигы (1952—1960). Ядро ҡоралы төҙөү эштәрендә ҡатнаша.

1965 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институтында, үҙле һығылмалы һәм дисперслы мөхиттәр механикаһы бүлеге мөдире.

1956 йылдан Мәскәү университеты профессоры, механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһында уҡыта (1955—1981). Үҙле һығылмалылыҡ теорияһының контакт мәсьәләләре буйынса ғилми йүнәлеште етәкләй һәм үҫтерә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында — И. Г. Горячева.

Шулай уҡ Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһында педагогик эш алып бара.

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының Тәүге составына инә (1956).

Төп хеҙмәттәре һығылмалыҡ теорияһы, һығылмалы-пластик мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса, шулай уҡ газ динамикаһы, шыйыҡлыҡтарҙы фильтрлау теорияһы, кавитация буйынса тикшеренеүҙәргә ҡағылышлы. Ул Г. П. Черепанов менән бергә артыҡ көс һалынған юғары ныҡлыҡтағы мурт материалдарҙа, тау тоҡомдарында үҙенән-үҙе емерелеү теорияһын тәҡдим итә. Ундай төрҙәге емерелеү тулҡыны детонацион тулҡынға оҡшаш: уның таралыуының үҙенән үҙе өҙөлмәй дауам итеү режимы потенциаль һығылмалы энергияның кинетик энергияға күсеүе арҡаһында тормошҡа ашырыла.

«Прикладная математика и механика» журналының баш мөхәррире[3] (1959—1981), журналдың яуаплы секретары (1950—1959).

Туңып үлә. Кунцево зыяратында ерләнгән, 10-сы участка (яңы территория).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

2012 йылдың 20-21 сентябрендә Мәскәүҙә Л. А. Галиндың 100 йыллығына арналған «Современные проблемы механики контактного взаимодействия» Халыҡ-ара конференцияһы үткәрелә[4].

Библиография

үҙгәртергә
  • Контактные задачи теории упругости. — М.: Гостехиздат, 1953. — 264 с.
  • Контактные задачи теории упругости и вязкоупругости. — Наука, 1980. — 302 с.
  • Упругопластические задачи / Н. Е. Арутюнян, Г. С. Шапиро. — М: Наука, 1984. — 232 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Галин Лев Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  3. 3,0 3,1 Академия строительства и архитектуры СССР. Строительная механика и расчет сооружений. — 1982. — С. 63.
  4. Тематика и даты - Международная конференция "Современные проблемы механики", посвященная 100-летию Л.А. Галина. galin100.ipmnet.ru. Дата обращения: 8 февраль 2017.
  • Галин Лев Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Лев Александрович Галин // ПММ, 1982, т. 46, вып. 1. — С. 169—172.
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике. Составители А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов / под редакцией д-ра физ.-мат. наук Г. К. Михайлова. — Москва: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. ISBN 978-5-91304-805-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә