Вәғиз
Вәғиз — башҡорт ир-ат исеме.
Вәғиз |
Этимологияһы
үҙгәртергәВәғиз исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, вәғәз һөйләүсе тигән мәғәнәгә эйә.[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАҡанаев Вәғиз Хәлил улы (рус. Аканаев Вагиз Халилович; 1917 йыл-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының медпункты санитары. Гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылынан.
Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (14 декабрь 1929 йыл — 10 июль 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы (8 март 1955 йыл) — Рәсәй рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012), СССР Рәссамдар союзының йәштәр бүлеге ағзаһы (1986), РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1995).
Рауилов Вәғиз Мөхлис улы (1924 йыл — 2014 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1968—1984 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Дәүләкән район Советы башҡарма комитеты рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы.
Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (24 ноябрь 1938 йыл — 25 апрель 2003 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983).
Кәлимуллин Вәғиз Хәлим улы (1946 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1992 йылдан Миәкә районының хәҙерге торлаҡ-коммуналь хужалығы муниципаль предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
Яҡупов Вәғиз Ниғмәтйән улы (1935 йыл) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1990 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), райондың почётлы гражданы (2010).
Атаһы исемендә
үҙгәртергәДәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10 март 1949 йыл) — архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (25 май 1961 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәВәғиз — «Тормош ағасы» спектаклендәге герой.
«Мал ҡараусы Вәғиз» — Зәйнетдинов Рәшит Сәйфетдин улы картинаһы (1988 йыл).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |