Аҡанаев Вәғиз Хәлил улы
Аҡанаев Вәғиз Хәлил улы (рус. Аканаев Вагиз Халилович; 1917-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының медпункты санитары. Гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].
Аҡанаев Вәғиз Хәлил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1917 |
Тыуған урыны | Һарайҫа, Һарайҫа ауыл Советы, Стәрлебаш районы |
Һөнәр төрө | санитар |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВәғиз Хәлил улы Аҡанаев (башҡа мәғлүмәт буйынса исеме — Вәғәз, атаһының исеме Халилович, Хамидуллович, фамилияһының рус варианты Аканоев тип алынған) 1917 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡарағош улусы[2] (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) Һарайҫа ауылында тыуған.
1942 йылдың 1 мартында Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
7-се гвардия корпусы составындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының медпунктында санитар булып хеҙмәт итә[3].
Вәғиз Хәлил улының ҡаһарманлығы тураһында:
1945 йылдың 18 ғиуарында Томашув ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғыш осоронда, 7 ҡаты яралы ҡыҙылармеецты дошмандың көслө уты аҫтында иңенә күтәреп алып сыҡты һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтте.
Висла йылғаһы буйында барған оборона алыштарында яралы разведчиктарға ышаныслы тәүге ярҙам күрһәтте. Иптәш Аҡанаев эшен үҙ бурысын намыҫлы үтәй, яралы һалдаттарға һәм офицерҙарға хәстәрлекле. 1917 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, Ҡыҙыл Армия сафына БАССР-ҙың Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртылған.[3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1986)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)[3]
Хәтер
үҙгәртергәАҡанаев Вәғиз Хәлил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Аканоев Вагиз Халилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Аканаев Вагиз Халилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Дороги памяти. Вагиз Халилович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Материалы поземельной переписи 1917 года по: с. Сарайсы, Стерлитамакский уезд, Карагушевская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 4118 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шаймуратовцы. Аканоев Вагиз Халилович
- ↑ Материалы поземельной переписи 1917 года по: с. Сарайсы, Стерлитамакский уезд, Карагушевская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 4118 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Память народа. Аканаев Вагиз Халилович
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3