Ворошилов районы (ТАССР)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ворошилов районы (татар. Ворошилов районы, рус. Ворошиловский район) — Татарстан АССР составындағы административ-территориаль берәмек. 1935—1957 йылдарҙа ғәмәлдә булған.
Тарих
үҙгәртергәВорошилов районы элекке Саллы кантоны территорияһы өлөшөндә 1935 йылдың 10 февралендә барлыҡҡа килгән. Район исеме совет дәүләт эшмәкәре, ғәскәр башлығы Т.Е. Ворошилов (1881-1969) хөрмәтенә аталған. Яңы барлыҡҡа килгән райондың барлыҡ идаралыҡ органдары Теләнсе-Тамаҡ ауылында 1880 йылдарҙа сәнәғәт эшмәкәрләре Халфиндар тарафынан ҡоролған таш йорттарҙа урынлаша.
1957 йылдың 29 ноябрендә Ворошилов районы исеме Яңы Юл районы тип үҙгәртелә.[1]
1959 йылдың 12 октябрендә Яңы Юл районы (элекке Ворошилов районы) юҡҡа сыға, уның территорияһы Сарман районы составына керетелә.[2]
Административ бүленеш
үҙгәртергә1948 йылда Ворошилов районы 20 ауыл Советына бүленгән.[3]
Шәхестәр
үҙгәртергә1935 йылдан Ворошилов районы партия комитетының беренсе сәркәтибе булып Ғариф Бакиев, 1937-1938 йылдарҙа Гәрәев, һуғыш алдынан, һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы 50-се йылдарҙа Гали Садиков, 1954 йылда Вәли Ибраһим улы Фәттәхов (һуңынан ТАССР аҙыҡ-түлек әҙерләү министры), 1955 йылдан Үзбәк Закиров эшләй. Район халыҡ мәғәрифе бүлеге мөдире булып һуғыш алдынан һәм унан һуңғы 1949-1959 йылдарҙа Иван Кириллович Томеев эшләй. Район хәстәханаһының баш табибы булып һуғыш алдында, һуғыш йылдарында, һуғыштан һуң Зифа Рәшит ҡыҙы Ғәлләмова эшләй. Теләнсе-Тамаҡ дарыуханаһын (рус. аптека) һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Оха Зелиховна Рудковская (Шарипова) етәкләй. Ветеринария хеҙмәте күрһәтеү 1937 йылдан башлана. Беренсе ойоштороусыһы рәйесе һәм Нәжип Хужиәхмәт улы Зәйнуллин була. 1940-1942 йылдарҙа баш ветврач булып Салихйән Ахунов, 1947 йылдан Шәйех Йәләлетдин улы Мозафаров эшләй. Район ҡулланыусылар йәмғиәте (рус. райсельпо) менән 1938-1946 йылдарҙа Сабир Кәлимуллин, 1947 йылдан Фатих Себеш етәкселек итә. Район почта һәм элемтә бүлеге етәкселәре булып Ғариф Ризатдин, Асбах Ахунов эшләй. Райондың милиция бүлеге етәкселәре Либерти, капитан Фәхриев, Макаров, Герасимов, Хәсәнов була. Төрлө йылдарҙа прокурор булып Баранов, Хөсәйенов, Раббани Галимов эшләгән. Район халыҡ судында һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡаҙый (рус. судья) булып Хәсәнов, Исрафилов эшләй. Аэропорттың беренсе директоры Анас Нәбиуллин булған. Район юл төҙөлөшө бүлеге етәкселәре булып төрлө йылдарҙа Печников, Садретдин Кәлимуллин, Газизов, Вәғиз Вәлиев, Гильметдинов эшләй. МТС директорҙары булып Бакинский, Хәйруллин, Иван Степанович Петров эшләй. Теләнсе-Тамаҡ ауылында 1929 йылда «Мәғариф» күмәк хужалығы ойошторола. Беренсе рәйесе Сабир Мөхәммәтйән улы Кәлимуллин (1896-1976). Район газетаһы «Ворошиловсы»ның беренсе (1935 йылдан) редакторы ― Акмал Шәйҙуллин.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сарман районы энциклопедияһы. 1 китап (төҙөүсеһе Дамир Гарифуллин). Челнинка: Волга-ихата, 2000.
- Сарман районы энциклопедияһы. 2 китап (төҙөүсеһе Дамир Гарифуллин). Челнинка, 2006.
- Бишегем: Хәйерсе Тамаҡ (автор-төҙөүселәр Рубис Зарипов, Ландыш Фазуллина). ↑ : Ысын күңелдән, 2012 ISBN 978-5-904735-69-2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Чикләрсез татарлар сайтында(недоступная ссылка)
- ↑ Краткая справка по административно-территориальному делению Республики Татарстан 2014 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Татарская АССР: Административно-территориальное деление на 1 января 1948 года/ Сост.: Г. С. Губайдуллин. — Казань: Татгосиздат, 1948. — 220 с.